Мозафар Мөхәмәтәминев
Мозафар Мөхәмәтәмин улы | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Ҡыҙрас ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1803—? |
Хәрби звание |
зауряд-есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Мозафар Мөхәмәтәминев (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мозафар Мөхәмәтәминев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Ҡыҙрас ауылында йәшәгән. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].
1803 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә. 1808 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтен үтәй.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
1828 йылдың 7 февраленән — урядник, 1830 йылдың 27 июненән зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].
1825 һәм 1836 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтен үтәй.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатындары — Мәлихә һәм Мөғлифә; улдары — Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтсәлим һәм Солтан; ҡыҙҙары — Гөлсөм[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104-105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 79
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.