Мордва Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мордва Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсми атамаһы НИИ языка, литературы, истории и экономики, НИИ языка, литературы и истории, НИИ социалистической культуры, НИИ языка, литературы и истории һәм НИИ мордовской культуры
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Саранск
Рәсми сайт niign.ru

«Мордва Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты» Мордва Республикаһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы (НИИГН) — академик типтағы ғилми учреждение, Мордвалағы гуманитар фәндәр үҙәктәренең береһе, ҙур фин-уғыр фәнни үҙәге. Ойоштороусыһы — Мордва Республикаһы. Институт Мордва Республикаһының комплекслы үҫеше мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ ғилми продукцияны баҫыу өсөн фундаменталь һәм ғәмәли-ҡулланма тикшеренеүҙәрҙе координациялау һәм тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ғилми-тикшеренеү һәм фәнни-мәғариф эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу маҡсатында булдырылған[1].

Институт тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт 1932 йылда мордва мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәге булараҡ барлыҡҡа килә. Уны булдырыу һәм артабанғы үҫтереү туранан-тура 1930-сы йылдарҙа мордва автономияһын әүҙем формалаштырыу менән бәйләнгән. Практика буйынса секциялар ойошторола. Ғилми учреждениела милли сәйәсәт тарихы һәм практикаһы, мәҙәниәт, көнкүреш һәм этнография, революция хәрәкәте тарихы һәм партия, әҙәбиәт, тел һәм сәнғәт тарихы буйынса секциялар ойошторолған. Институтта 23 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 профессор, 4 доцент эшләгән. 1935 йылда институт эргәһендә ике йүнәлеш: «Тарих һәм этнография» һәм «Мордва телдәре һәм әҙәбиәте» буйынса ғилми кадрҙар әҙерләүҙе тормошҡа ашырыусы аспирантура асылған. 1935 йылдан алып институт МАССР эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Үҙәк Башҡарма Советы, 1938 йылдан алып — МАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы, 1942 йылдан — МАССР Мәғариф халыҡ комиссариаты, 1946 йылдан башлап — МАССР Министрҙар Советы ҡарамағында булған.

1937 йылда мордва мәҙәниәте ғилми-тикшеренеү институты тел, әҙәбиәт һәм тарих фәнни-тикшеренеү институты, ә 1940 йылда — социалистик мәҙәниәт фәнни-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. Был йылда институт структураһында байтаҡ үҙгәрештәр булған. Элек эшләгән секциялар урынына бер нисә: тарих, мордва телдәре, әҙәбиәт һәм фольклор, ауыл хужалығы, нәшриәт секторҙары ойошторолған. 1951 йылда институт Тел, әҙәбиәт һәм тарих фәнни-тикшеренеү институты, 1953 йылда — Тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡтисад фәнни-тикшеренеү институты (НИИЯЛИЭ) итеп үҙгәртелә.

Институт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып Мордваның социаль-иҡтисади үҫеше моделен ентекләп эшләү, академик хеҙмәттәр баҫтырыу, Ер кадастрын төҙөү булған. 1970 — 80-се йылдарҙа халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан фольклорсылар (күп томлы «Мордва халҡының тел-поэтик ижады» күп томлы серияһы, «Мордва халыҡ музыка сәнғәте һәйкәлдәре» проекты), шул иҫәптән «Мордва» тарихи-этнографик очергы билдәлелек яулаған. 1990-сы йылдарҙа институт мордва тел ғилемендә[2] кире ҡаҡҡыһыҙ принципиально яңы ситуация тыуҙырған «Мокшень-валкс рузонь. Муҡшы-рус һүҙлеге» һәм «Эрзянь-рузонь валкс. Эрзә-рус һүҙлеге» хеҙмәттәрен нәшер иткән[2].

Мордва телдәре, әҙәбиәте, тарихы, мәғариф үҫеше һәм мәҙәниәте өлкәһендә тикшеренеү ҡаҙаныштары өсөн институт 1982 йылдың 19 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.

1992 йылда Тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡтисад фәнни-тикшеренеү институтының (НИИЯЛИЭ) элек эшләп килгән секциялары мордва тел ғилеме, тарихы, әҙәбиәте һәм фольклоры, этнография һәм археология, социаль-иҡтисади проблемалар, мордва энциклопедияһы бүлектәре итеп үҙгәртелә. 2001 йылда институт Гуманитар фәндәр ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә, һәм 2002 йылдан унда: мордва крайы тарихы, ижтимағи-сәйәси тикшеренеүҙәр, филология һәм фин-уғыр тел ғилеме, Мордовияның социаль-иҡтисади үҫеше, редакция-нәшриәт, тикшеренеүҙәрҙе мәғлүмәт-аналитик яҡтан тәьмин итеү бүлектәре булдырыла.

Институт базаһында республикала Мордовияла гуманитар белемдең һөҙөмтәһе һәм үҫеш перспективаһы булараҡ энциклопедизм етлеккән. XXI быуат башында сыҡҡан «Мордовия» энциклопедияһы республиканың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелде. Энциклопедияның электрон версияһын әҙерләү, уны муҡшы һәм эрзә теленә тәржемә итеү уның этаптары булып тора. Шул йылдар арауығында институт 50-нән ашыу фольклор һәм тел ғилеме, 130-ға яҡын археологик, 50-нән ашыу этнографик экспедиция үткәрелә.

2013 йылда институт үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй[3].

Етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институттың эшмәкәрлеге дәүерендә директор булып эшләүселәр:

И. И. Куликов (1932—1934); П. В. Галаев (1934—1935); И. С. Поздяев (Сибиряк) (1935—1937); Н. И. Абушев (1937); Ф. И. Лазарев (1937); Е. В. Базунов (1937); В. И. Самаркин (1938—1942); Д. Г. Наумова (1942—1944); тарих фәндәре кандидаты Г. Я. Меркушкин (1944—1947); филология фәндәре кандидаты Н. Ф. Цыганов (1947—1948); тарих фәндәре кандидаты М. В. Дорожкин (1948—1950; 1967—1978); филология фәндәре кандидаты В. В. Горбунов (1950—1959); фәлсәфә фәндәре кандидаты А. Л. Киселёв (1959—1963); С. И. Циркин (1963—1967); тарих фәндәре кандидаты М. Ф. Жиганов (1978—1992); тарих фәндәре кандидаты П. Д. Грузнов (1992—2001); Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы В. А. Юрчёнков (2001—2017).

Хәҙерге структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт 9 ғилми бүлектән тора, унда 45 ғилми хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 10 доктор һәм 23 фән кандидаты эшләй: • Тарих бүлеге • Археология бүлеге • Этнография һәм этнология бүлектәре • Тел ғилеме бүлеге • Әҙәбиәт һәм фольклор бүлеге • Төбәк тикшеренеүҙәре һәм программалары бүлеге • Мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы бүлеге • Тикшеренеүҙәрҙе мәғлүмәт-аналитик тәьмин итеү бүлеге • Матбуғат баҫмалары бүлеге[4].

Фәнни мәктәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта фәнни мәктәптәр эшләй.

1) Етәксеһе — тарих фәндәре докторы, профессор, Л. И. Никонова. Тикшеренеүҙәр йүнәлештәре: Волга һәм Урал буйы халыҡтарының этномедицинаһы; Волга һәм Урал буйы халыҡтарының этнопсихологияһы; Волга һәм Урал буйы фин-уғыр һәм төрки халыҡтарының тереклекте тәьмин итеүҙең традицион системаһы; Рәсәй Федерацияһында һәм яҡын сит илдәрҙә мордва диаспораһының күсенеүе һәм этномәҙәни процестары; Мордва Республикаһы халыҡтарының традицион мәҙәниәте; яҡын сит илдән күсеп килгән мигранттарҙың сит мөхиткә яраҡлашыуы.

Фәнни мәктәп Мордва территорияһында ғына түгел, унан ситтә ятҡан ерҙәргә лә — Башҡортостан Республикаһына, Татарстан Республикаһына, Сыуаш Республикаһына, Пенза өлкәһенә, Һамар өлкәһенә, Калининград өлкәһенә, Кемерово өлкәһенә, Рязань өлкәһенә, Красноярский крайына, Алтай крайына, Хабаровский крайына, Приморье крайына һәм башҡа төбәктәргә[5] этнографик экспедициялар үткәргән.

2) Етәксеһе — тарих фәндәре докторы, профессор Г. А. Куршева. Тикшеренеүҙәр йүнәлештәре: XX быуат рәсәй һәм төбәк тарихы; төбәк мәғариф системаһы тарихы; этнопедагогика[6].

Аспирантура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традиция буйынса, институт эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып аспирантурала фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләү тора.

Институттың эшмәкәрлеге дәүерендә 40-ҡа яҡын фән докторы һәм 400-ҙән ашыу фән кандидаты әҙерләнгән. Институтты тамамлаусылар араһында Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт институты президенты Н. П. Макаркин, фән докторҙары В. А. Балашов, А. И. Брыжинский, Р. Н. Бузаков, Т. П. Девяткина, А. Б. Кузнецов, Л. И. Никонова, О. Е. Поляков, Л. Г. Филатов, В. А. Юрчёнков, Н. Г. Юрчёнкова һәм башҡалар бар.

Әлеге ваҡытта институт 9 һөнәр буйынса фәнни кадрҙар әҙерләй: 08.00.05 — Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (төбәк иҡтисады);

23.00.02 — Сәйәси институттар, процестар һәм технологиялар;

10.01.02 — Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының әҙәбиәте (фин-уғыр);

10.01.09 — Фольклористика;

10.02.02 — Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре (фин-уғыр, самодий телдәре);

07.00.02 — Ватан тарихы;

07.00.06 — Археологик;

07.00.07 — Этнография, этнология һәм антропология;

24.00.01 — Мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы[7].

2014 йыл аҙағында аспиранттар һаны 74 кеше, шул иҫәптән көндөҙгө уҡыуҙа — 40 кеше тәшкил итте.

Ғилми журналдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Вестник» баҫмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты ғилми йәмәғәтселекте институт бүлектәренең эш һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итеү һәм төбәк гуманитар фәндәре материалдарын әйләнештә йөрөтөү маҡсатында даими сығарылған «Вестник» фәнни баҫмаһына 2006 йылда нигеҙ һалынған, йылына 4 тапҡыр баҫма һәм электрон рәүештә сығып килә.

Журналда яҡтыртылған төп йүнәлештәр: тарих фәндәре һәм археология; иҡтисад фәндәре; филология фәндәре; сәйәси фәндәр; культурология.

Журнал фән кандидаты һәм фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә иткән ғалимдарҙың диссертацияларын баҫтырып сығарырға тейешле рецензияланыусы рәсәй фәнни журналдары исемлегенә индерелгән[8].

Үҙәк һәм периферия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәк менән төбәк берләшмәһенең үҙ-ара мөнәсәбәте киҫелешендә провинциаль тарихтың, мәҙәниәттең, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фәнни-публицистик журнал[9].

Фәнни учреждениелары менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордва Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты (НИИГН) юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелары менән, улар араһында Рәсәй тарихы институты (Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты — ИРИ РАН), Н. Н. Миклухо-Маклай (ИЭА РАН) исемендәге этнология һәм антропология институты, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының, Һамар, Һарытау, Пенза, Ульяновск өлкәләренең, Татарстан, Сыуашстан, Марий Эл республикаларының алдынғы фәнни һәм фәнни-мәғариф үҙәктәре менән киң бәйләнештә тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Финно-угроведение в Мордовской АССР. Саранск : Мордов. кн. изд-во, 1970. 80 с. • Центр гуманитарных наук: история и современность / редкол. : В. А. Юрчёнков (отв. ред.) [и др.] / сост. Е. В. Глазкова, А. В. Чернов ; НИИ гуманитар. наук при Правительстве Республики Мордовия. — Саранск, 2008. — 424 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Устав ГКУ РМ «Научно-исследовательский институт при Правительстве Республики Мордовия» / утв. Постановлением Правительства Республики Мордовия от 29 апреля 2013 г. № 138.
  2. 2,0 2,1 Центр гуманитарных наук: история и современность / редкол. : В. А. Юрчёнков (отв. ред.) [и др.] / сост. Е. В. Глазкова, А. В. Чернов ; НИИ гуманитар. наук при Правительстве Республики Мордовия. — Саранск, 2008. — С. 3.
  3. Научно-исследовательский институт гуманитарных наук отметил своё 80-летие http://www.afunrf.ru/smi/nauchno-issledovatelskij-institut-gumanitarnyix-nauk-otmetil-svoe-80-letie/
  4. Научные отделы | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук
  5. Никонова Людмила Ивановна | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук
  6. Куршева Галина Александровна | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук
  7. Аспирантура | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук
  8. Вестник НИИ гуманитарных наук при Правительстве РМ | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук
  9. Центр и периферия | Научно-исследовательский Институт Гуманитарных наук