Мордва ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мордва ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны32 162 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты5 март 1936 йыл 
Идара итеүсе ойошма«Ҡурсаулыҡлы Мордва» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
54°49′16″ с. ш. 43°20′26″ в. д.HGЯO
РФ субъектыМордовия
РайонТемниковский район

zapoved-mordovia.ru
Рәсәй
Точка
Мордва ҡурсаулығы
Мордовия
Точка
Мордва ҡурсаулығы
 Мордва ҡурсаулығы Викимилектә

Петр Гермогенович Смидович исемендәге Мордва дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Мордовский государственный природный заповедник имени Петра Гермогеновича Смидовича) — Мордва Республикаһының Темниковский районында, Мокшанка йылғаһының уң ярында, ылыҫлы урмандар һәм урман-дала зонаһы сигендә урынлашҡан ҡурсаулыҡ.

Ҡурсаулыҡ 1936 йылдың 5 мартында ойошторола. Илдә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлгән дәүләт эшмәкәре Петр Гермогенович Смидович хөрмәтенә аталған.

Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 32 162 гектар[1].

Ҡурсаулыҡ менән П. Г. Смидович исемендәге Мордва дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының берлектәге идаралығы һәм Смольный милли паркы («Ҡурсаулыҡлы Мордва» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы) идара итә[2]. Директор — Ручин Александр Борисович, ул биология фәндәре докторы, доцент, Мордва Республикаһының атҡаҙанған экологы, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡарамағындағы эксперттар советы ағзаһы, ҡурсаулыҡтарҙың һәм милли парктарҙың директорҙар ассоциацияһы идараһы ағзаһы.

Ҡурсаулыҡ хакимиәте Пушта ҡасабаһында урынлашҡан. Шунда уҡ Мордва дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының тәбиғәт музейы урынлашҡан, унда флора һәм фауна өлгөләре, фоторәсемдәр тупланған.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһы уртаса бүлкәттең атлантик-континенталь өлкәһенә ҡарай. Бында һыуыҡ булмаған осор май башынан сентябрь аҙағына тиклем дауам итә (120—135 көн). Теркәлгән иң юғары абсолют температура — 40 °C, минимум — —48 °C. Ҡарҙың уртаса тәрәнлеге — 50 — 60 см. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 530 мм.

Флораһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтың күпселек өлөшөн (96,6 %) ҡарағай һәм ҡатнаш (аҡ шыршы, уҫаҡ, йүкә, ҡара ерек) урмандары биләй, шыршы урмандарының майҙаны бәләкәй. Мокшанка йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында шулай уҡ имән һәм ҡара ерек урмандары бар.

Ҡурсаулыҡ флораһында көпшәле үҫемлектәрҙең 788, мүктәрҙең 77, лишайниктарҙың 136, макромицеттарҙың 290 төрө бар.

Экологик туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре йомарт мордва тәбиғәтенең байлығын һаҡлау һәм яҡлау өсөн тәғәйенләнгән, улар яҡшы уй менән килгән һәр кемгә асыҡ булырға тейеш. Ошо маҡсатта Мордва ҡурсаулығында экологик туризм йылдам үҫешә.

2013 йылдың декабренән Мордва ҡурсаулығы Рәсәйҙә туризм операторы булып тора һәм килеүселәргә экскурсия һәм танып белеү турҙарының бер нисә вариантын, шул иҫәптән махсус йыһазландырылған экологик һуҡмаҡтар тәҡдим итә. Шулай уҡ ҡурсаулыҡ кордондарындағы ҡунаҡ йорттарында йәшәү урынын алдан бронләргә мөмкин[3].

Экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылғы янғын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың йәйендә, аномаль эҫе һауа торошо шарттарында, Мордва ҡурсаулығында ҙур янғын сыға[4][5]. Янғындан 12 мең гектарҙан ашыу урман һәм ҡурсаулыҡтың башҡа тәбиғәт объекттары зыян күрә, зыян 383 миллион һумдан да кәм түгел[6].

2021 йылғы янғын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2021 йылдың 3 авгусында ҡоро йәшен һөҙөмтәһендә Саров ҡалаһы янында торфлы ерҙәр яна[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Статья о заповеднике. oopt.info. Дата обращения: 12 май 2008. Архивировано 12 май 2008 года. Информационно-справочная система «Особо охраняемые природные территории России»
  2. Общие сведения. Сайт «Заповедная Мордовия». Дата обращения: 10 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
  3. Экологический туризм. Сайт «Заповедная Мордовия». Дата обращения: 10 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
  4. Известия Мордовии: В Темникове горят заповедные леса. Дата обращения: 2 август 2010. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
  5. ИТАР-ТАСС:В заповеднике им. Смидовича на границе Мордовии и Нижегородской области возник крупный пожар (недоступная ссылка — история).
  6. Информационное агентство Info-RM: В Мордовии возбуждено уголовное дело по факту распространения лесных пожаров в заповеднике им. Смидовича. Дата обращения: 7 октябрь 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
  7. Пожар в Мордовском заповеднике перешел на территорию Сарова. РИА Новости (20210807T1525). Дата обращения: 8 август 2021. Архивировано 7 август 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Васильев Н. Г., Горин Д. А., Рашек В. Л. и др. Заповедники СССР: Справочник / под ред. Бородина А. М. и Сыроечковского Е. Е. — 2-е изд., перераб. и доп.. — М.: Лесн. пром-сть, 1983. — С. 75—76. — 248 с.
  • И. С. Терешкин, Н. Н. Соколова, А. М. Шалыбков. Мордовский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 76—95.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]