Морозова Наталья Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозова Наталья Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 14 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (50 йәш)
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный артист Украины
Рәсми сайт natalyamorozova.com

Морозова Наталья Григорьевна (14 ғинуар 1974 йыл) — йырсы. Украинаның атҡаҙанған артисы (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наталья Григорьевна Морозова 1974 йылдың 14 ғинуарында Украина ССР-ының Чернигов өлкәһе Носовҡа ҡалаһында тыуған. Өс йәшенән еңел атлетика менән шөғөлләнә, был уға үҙен һәр саҡ яҡшы физик формала тоторға булышлыҡ итә. 12 йәшендә фотография менән мауыға.

15 йәшендә Наталья яңғыҙы Киевҡа баш ҡаланы яуларға китә.

Музыка училищеһына инә алмай, шуға күрә Киев электротехника техникумына уҡырға бара. Бер үк ваҡытта махсус урта белем алырға, бухгалтерҙар курстарын тамамларға һәм төрлө коммерция структураларында эшләргә тура килә. 1993 йылда Киев дәүләт эстрада-цирк сәнғәте училищеһын тамамлай.

1997 йылда солист-вокалист, «эстрада һәм күмәк байрамдар режиссеры» һөнәре буйынса Киев милли мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты дипломын ала.

Ижади әҙерлек йүнәлешендә АҠШ-тың танылған композиторы Пол Торсондың вокал оҫталығы мәктәбен тамамлай (2001-2004 йылдарҙа индивидуаль план буйынса әҙерлек).

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Не так не так (2004)
  • Кохаю (2007)
  • Run (2010)
  • Ангел (2012)