Мороз Виктор Васильевич (ғалим)
Мороз Виктор Васильевич (ғалим) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 октябрь 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | реаниматолог, табип |
Эшмәкәрлек төрө | неотложная медицинская помощь[d] |
Эш урыны |
1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты НИИ общей реаниматологии РАМН[d] |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Ольга Роландовна Добрушина[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мороз Виктор Васильевич (14 октябрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим реаниматологы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2000), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 14 октябрендә Дондағы Ростовта тыуған.
1961 йылда С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын, ә 1965 йылда госпиталь хирургияһы кафедраһында ординатураны тамамлай.
1969 йылда «Объем циркулирующей крови и его компоненты при хирургических заболеваниях легких и их оперативном лечении» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1967 йылдан алып 1996 йылға тиклем Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталдә эшләй, унда анестезиология отделениеһының өлкән ординаторынан алып был отделениеның начальнигына тиклем юл үтә.
1994 йылда «Пути коррекции гипоксии при критических состояниях» тигән темаға докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.
1995 йылда М.М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының реаниматология һәм анестезиология кафедраһы профессоры итеп һайлана, 1996 йылда профессор исеме бирелә.
1996 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы В.А.Неговский саҡырыуы буйынса Ғилми тикшеренеү институтының дөйөм реаниматология директоры булып һайлана һәм был вазифала 2016 йылға тиклем эшләй, әлеге ваҡытта — институттың ғилми етәксеһе.
2000 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
2005 йылда Мәскәү дәүләт медик-стоматология университетының анестезиология кафедраһы мөдире булып эшләй.
2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Критик һәм терминаль тороштарҙың, гипоксияның төрлө формаларының, шоктың, сепсис, эндотоксикоз, полиорган патогенезы, клиникаһы, диагностикаһы, профилактикаһы һәм дауалауының тикшеренеүҙәрен, медицина-биология маҡсаттары өсөн перфторуглеродтарҙы, хәрби йәрәхәт патогенезын өйрәнеүҙе алып бара.
Донъяла тәүге тапҡыр фторуглерод оксигенаторҙы клиникала ҡулланып, практикаға органдан тыш оҙайлы әҙ ағымлы оксигенацияны, перфторуглеродтар нигеҙендә газ һәм транспорт функциялы препараттарҙың яңы класын әҙерләй һәм индерә
Уның етәкселеге аҫтында һәм туранан-тура ҡатнашлығында фторуглерод оксигенераторҙар булдырыла, перфторуглерод нигеҙендә «Перфторан» ҡан алмаштырыусы препарат, гемосорбция өсөн аппараттар һәм ҡоролмалар төҙөлә.
Афғанстан, Әрмәнстан, Чечня, Чернобыль һәм башҡа һәләкәттәрҙәге ваҡиғаларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса үҙ ҡатнашыу тәжрибәһен ҡулланып хәрби медицина һәм һәләкәт медицинаһының ойоштороу һәм анестезиология-реаниматология проблемаларын тикшереүҙә ҙур өлөш индерә
800-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шулар иҫәбендә — монографиялар, ҡулланмаларҙа, китаптарҙа бүлектәр, институт, конгресс, съездар эшендә, шул иҫәптән халыҡ-ара форумдарҙа мәҡәләләр, мәғлүмәт бюллетендәре, методик тәҡдимдәр һәм күрһәтмәләр. 26 патент бар.
Уның мәхәррирлеге аҫтында Рәсәй медицина фәндәре академияһы дөйөм реаниматологияһы Ғилми-тикшеренеү институтының 12 томлыҡ хеҙмәте, 9 тематик ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы баҫылып сыға.
Уның етәкселегендә 38 кандидатлыҡ һәм 18 докторлыҡ диссертацияһын әҙерләнә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премиялары (төркөм составында, 1998 йыл өсөн) — күҙәнәктәр, органдар һәм организмдың йәшәү эшмәкәрлеге менән идара итеү өсөн перфторуглерод мөхитен булдырғаны өсөн[1]
- Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премиялары (төркөм составында, 2010 йыл өсөн) — яңы медицина технологияларын әҙерләү һәм индереү нигеҙендә киҫкен респиратор дистресс -синдромды диагностикалау һәм дауалау һөҙөмтәлелеген арттырғаны өсөн[2]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)[3]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1993)[4]
- «Тоғролоҡ» премияһы(2002)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О присуждении премий Правительства Российской Федерации 1998 года в области науки и техники . online.lexpro.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019. 2018 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Распоряжение о присуждении премий Правительства РФ 2010 года в области науки и техники — Российская газета . rg.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25.08.2008 № 1253 . kremlin.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 01.06.1993 № 803 . kremlin.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Виктора Васильевича Мороза РФА рәсми сайтында