Мортазин Һарун Фәүәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893-?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мортазин Һарун Фәүәрис улы 1893 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Муса Мортазиндың ике туған ағаһы, Әхмәҙей Мортазиндың бер туған ҡустыһы.

Һарун Мортазин 1918 йылдан алып Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт иткән булһа кәрәк[1]. Артабан ошо полк составында ҡыҙылдар яғына сығып, 1919 йылдың март аҙағында, Муса Мортазин менән кире аҡтар яғына күсеп, август аҙағында Башҡорт кавалерия бригадаһы сафында ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға. 1920 йылда ул Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһында взвод командиры булып йөрөй.

М. Мортазин, үҙенең китабында яҙыуынса, Һарун Мортазин Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Әммә Әммә "РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге"ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы күрһәтелмәгән. Ләкин был китапта тулы исемлек бирелгән тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, М. Мортазиндың исемлегендә Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы штабы начальнигы Заһит Гәрәев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән тип телгә алына. Әммә был исемлектә, мәҫәлән, Заһит Гәрәевтың да исеме юҡ, ләкин уның был орденға лайыҡ булыуы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр бар. Шуға уның исеме инмәй ҡалғандыр тип фекер йөрөтөргә урын бар[2].

Муса Мортазин Һарунды үҙенең китабында килтергән исемлектә «яу ҡырында һәләк булды» тип яҙмай, «үлде» тип телгә ала. Тимәк, Һарун Мортазин, Польша фронтынан иҫән ҡайтҡан. Һарун Мортазиндың Граждандар һуғышынан һуңғы тормошо билдәһеҙ, 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө. —

2009. — 222 бит.[1]