Эстәлеккә күсергә

Муллаҡай Бикташев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллаҡай Бикташев
Тыуған ваҡыты

1781({{padleft:1781|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Илекәй-Мең улусы, Аҙнай ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби звание

Йорт старшинаһы

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Муллаҡай Бикташев (1781—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Муллаҡай Бикташев Ырымбур губернаһы Илекәй-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) Аҙнай ауылында йәшәгән. Йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 13-сө Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 13-сө Башҡорт атлы полкы 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 22 октябрендә Түбәнге Новгородҡа бара[2]. 1813 йылдың майында Түбәнге Новгород ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына керә. 1813 йылдың 5 авгусынан Глогауҙы блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 13-сө Башҡорт атлы полкы Парижға инә.

  1. Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 401
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.