Муринов Юрий Ильич
Муринов Юрий Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 март 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Эшмәкәрлек төрө | физик химия |
Эш урыны | Рязань дәүләт медицина университеты[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Юрий Ильич Муринов (4 март 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм физик химия уҡытыусыһы, химия фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты(1992), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Ильич Муринов 1942 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуа.
1958—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Химия факультетында Физик һәм аналитик химия кафедраһында уҡый һәм уны отличие менән тамамлап, физик-химик һөнәрен алып сыға.
1967 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтында фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай: 1967—1982 йылдарҙа — ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1982—2019 йылдарҙа утыҙ ете йыл дауамында Ю. И. Муринов Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтында Координацион химия лабораторияһы мөдире. Төп эшмәкәрлегенән тыш Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында уҡыта: 1985—1990 йылдарҙа — органик булмаған химия кафедраһы мөдире, 1990 йылдан — ошо кафедра профессоры. Ю. И. Муриновтың төп фәнни эшмәкәрлеге термодинамика һәм полидентат органик берләшмәләрҙең экстракцион-сорбцион тигеҙлектә реакция һәләте механизмдарын өйрәнеү өлкәһендәге фундаменталь тикшеренеүҙәргә бәйле[1][2].
1970 йылда Ю. И. Муринов — химия фәндәре кандидаты, 1982 йылда химия фәндәре докторы була. 1986 йылда уға профессор исеме бирелә[1][3].
Ю. И. Муринов етәкселегендә һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында медицина һәм ветиринария (ҡортсолоҡ, малсылыҡ), ауыл хужалығы (теплица үҫемлектәре үҫтереү һәм йәшелсәселек) өлкәһендә дарыу препараттары эшләү өсөн бик күп һанлы тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ю. И. Муринов дауалау препараттары эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ю. И. Муринов СССР ВДНХ-һының алтын һәм көмөш миҙалдарына лайыҡ була Ул алты йөҙҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән бер нисә монография, егерме биш патент һәм уйлап табыу авторы. Уның ҡатнашлығында өс докторлыҡ һәм егерме өс кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән «фәнни эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн» Юрий Ильич Муринов Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була[3].
1993 йылдың 28 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Муринов Юрий Ильич (К 75-летию со дня рождения) // Вестник башкирского университета / Издательство: Башкирского университета, Уфа: Том 22, № 1. — 2017 г. — С. 288
- ↑ Муринов Юрий Ильич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Т. 4. Л—О. 2008 г. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 марта 1993 года № 411 . Дата обращения: 7 сентябрь 2020. 2020 йыл 28 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муринов Юрий Ильич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- 4 мартта тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- СССР ВДНХ миҙалдары менән бүләкләнеүселәр
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Химия фәндәре докторҙары
- Өфөлә тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр