Мурсиев Заһит Мирхәйҙәр улы
Мурсиев Заһит Мирхәйҙәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Әбүталип, Әртәкүл ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Мурсиев Заһит Мирхәйҙәр улы (21 ноябрь 1950 йыл) — журналист, публицист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997), хеҙмәт ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районы Әбүталип ауылында колхозсылар ғаиләһендә етенсе бала булып тыуған. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды була. Мирхәйҙәр балаларына әкиәттәр һөйләй, уларҙы йыш ҡына үҙе ижад иткән. Әсәһе түбән тембрлы тауышы менән оҙон көйҙәр көйләргә ярата, күп йырҙа белә. Заһит уҡырға иртә өйрәнә, башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә китаптар уҡый.
Мәктәптә уҡығанда 4-се кластан шиғырҙар яҙа башлай. 8-се класты тамамлағас, ете йыл колхозда эшләй.
Ишембай һөнәрселек училищеһын бөткәс, ун йыл төҙөлөш тармағында ташсы булып эшләй. Ситтән тороп Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, оҙаҡ йылдар «Караидель» район гәзитендә эшләй. Район һәм республика баҫмаларында хикәйәләре һәм шиғырҙары баҫылып сыға.
2004 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Мөхәббәтте рәнйетмәгеҙ», 2007 йылда балалар өсөн «Һандуғас бүләге», 2014 йылда «Алтын ҡурай» китаптары баҫылып сыға.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мурсиев Загит Мирхайдарович // Централизованная библиотечная система Караидельского района.
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1950 йылда тыуғандар
- Ҡариҙел районында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- Башҡортостан журналистары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Алфавит буйынса публицистар
- Рәсәй публицистары
- XX быуат публицистары
- XXI быуат публицистары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Башҡортостан яҙыусылары
- Башҡорт яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- XXI быуат яҙыусылары