Мусаҡай
Мусаҡай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡояш ауыл биләмәһе[d][1] |
Халыҡ һаны |
44 кеше (2002)[2], 24 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 226 метр |
Почта индексы | 456734 |
Мусаҡай — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы ауыл. Ҡояш ауыл биләмәһе составына инә.
ОКАТО коды: 75236840007
ОКТМО коды: 75636440131
Почта индексы: 456734
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл уның нигеҙ һалыусыһы Мусаҡай исеме менән аталған (Муса һүҙенең иркәләтеү-кесерәйтеү формаһынан)[4].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мусаҡай ауылы райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡараболаҡ йылғаһының уң ҡушылдығы булған ҙур булмаған буйында урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); иң яҡын бейеклектәр — 226, 230 һәм 239 метр. Ландшафты — урман - дала. Мусаҡай бөтә яҡтан да урман менән уратып алынған. Район үҙәге Ҡоншаҡҡа тиклем алыҫлыҡ 53 км. Ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Ҡояш ауылы) алыҫлыҡ — 13 км. Мусаҡай ауылын күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Ауылдан көнбайышҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта Силәбе — Екатеринбург автомагистрале үтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мусаҡай ауылына бындағы башҡорт ерҙәренә 1742 йылда суҡындырыуҙан ҡасып килеп урынлашҡан Волга буйына татарҙары нигеҙ һала[5]
1962 йылдан Мусаҡай ауылында «Ҡояш» совхозының 4-се бүлексәһе бригадаһы урынлаша.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
44 | ↘24 |
Халҡы 44 кеше тәшкил итә (1995 йылда — 44 кеше иҫәпләнгән)
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мусаҡай ауылы урам селтәре тик бер Үҙәк урамынан тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Мусакаева
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах . www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.