Эстәлеккә күсергә

Мусина Ольга Геннадьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мусина Ольга Геннадьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Театральный институт имени Бориса Щукина[d]
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мусина Ольга Геннадьевна (13 апрель 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр һәм педагог. 2020 йылдың апреленән Өфөнөң Йәш тамашасы театры директоры. 1990—2020 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1990—1999 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Ольга Геннадьевна Мусина 1965 йылдың 13 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын (уҡытыусылары Ғ. Ғ. Ғиләжев һәм Ф. Т. Ҡасымова), 2005 йылда — Борис Щукин исемендәге Юғары театр училищеһының режиссура бүлеген (педагогы Леонид Хейфец) тамамлай[1].

1990 йылдан алып Ольга Мусина Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында хеҙмәт итә. Актрисаның амплуаһы — лирик-драматик һәм көслө характерлы ролдәр. Уның репертуарында илленән ашыу спектакль. Режиссер булараҡ ул «Валентин көнө», «Герой», «Мәңге тереләр», «Настяға ғашиҡтар»[2] (барлығы 10 артыҡ эш) ҡуйған.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Актёрлыҡ оҫталығы» бүлеге уҡытыусыһы.

2020 йылдың апрелендә Ольга Мусина Өфөнөң Йәш тамашасы театры директоры итеп тәғәйенләнде[3].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Төлкө — «Кем трамвайҙы урлаған?» (П. Высоцкий, О. Колчинская)
  • Принц — «Әрпеш» (Я. Головацкий)
  • Дуня — «Ике мәсекәй - әбей» (Р. Сеф, Т. Карелина)
  • Спектаклдең алып барыусыһы — «Орфей һәм Эвредика» (А. Журбин рок-операһы)
  • Елдең әсәһе — «Елде яланда эҙлә» (В. Лившиц)
  • Һөйөклөм-2 — «Күҙ нурым» (А. Арбузов)
  • Фантин — «Мадемуазель Таржи портреты» (И. Елагин)
  • Принцесса — «Ябай мөғжизә» (Е. Шварц)
  • Агавзи, Солтан ҡыҙы — «Бәләкәй Мук» (В. Гауф әкиәте буйынса)
  • Принцесса — «Итекле бесәй» (С. Прокофьев, Г. Сапгир)
  • Антрыгина Анфиса Пеженова — «Замоскворецкие страдания или амурная жизнь Миши Бальзаминова» (А. Н. Островский пьесалары буйынса)
  • Мила бесәйкәйем — «Мөғжизәле эликсир» (В. Зимин)
  • Дездемона — «Отелло» (У. Шекспир)
  • Беренсе ҡатын — «Бернарда Альбаның йорто» (Ф. Гарсиа Лорка)
  • Өлкән ҡыҙ — «Ал сәскә» (С. Т. Аксаков)
  • Ҡатын-ҡыҙ — «Ҡуянды үлтереү» (Дж. Стейнбек)
  • Мелюзин феяһы — «Золушка» (Т. Габбе)
  • Финея — «Дурочка» (Лопе де Вега)
  • Грета, Русалка — «Ундина» (Ж. Жирорду)
  • Мария, Екатерина П. — «Салават» (М. Карим)
  • Полина Андреевна — «Чайка» (А. П. Чехов)
  • Марта Рулль — «Ярылған көршәк» (Г. фон Клейст)
  • Моргана — «Өс апельсинға мөхәббәт» (К. Гоцци)
  • Сиған ҡатыны — «Ҡарт королдең сере» (В. Ольшанский)
  • Сихырсы ҡатын — «Настяға ҡарата ғишыҡтар» (М. Бартенев, А. Усачев)
  • Анна Андреевна — «Ревизор» (Н. В. Гоголь)
  • Мартина — «Ирекһеҙҙән дауалаусы» (Мольер)
  • Мотя исемле эт — «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең Мотя» (С. Белов, С. Куваев)
  • Настя — «Настяға ҡарата ғишыҡтар» (М. Бартенев, А. Усачев)
  • Екатерина — «Мөхәббәт — алтын китап» (А. Толстой)
  • 1-се крәҫтиән ҡатыны — «Ҡыпсаҡ мистерияһы» (Ф. Буляков)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Башҡорт энциклопедияһы — Мусина Ольга Геннадьевна 2020 йыл 25 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2020)
  2. Актриса и весна. Молодёжная газета (4 март 2010). Дата обращения: 4 май 2015. 2015 йыл 5 май архивланған.
  3. В Уфе директором Театра юного зрителя назначена Ольга Мусина. ИА «Башинформ», 15 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2020)
  4. Указ Президента РБ от 06.05.2003 N УП-234. Волга News. Дата обращения: 4 май 2015. 2015 йыл 4 май архивланған.