Мысыр-Рәсәй университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мысыр-Рәсәй университеты
Нигеҙләү датаһы 2006
Дәүләт Flag of Egypt.svg Мысыр
Административ-территориаль берәмек Каир[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Badr City[d]
Рәсми сайт eru.edu.eg

Мысыр-Рәсәй университеты (ҡыҫҡартып ЕРУ, ғәр. الجامعة المصرية الروسية‎) —2006 йылда нигеҙ һалынған[1][2] Яҡын Көнсығышта беренсе Рәсәй университеты[3], Бадр-Сити ҡалаһында, Ҡаһирәнән 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Университет шәхси уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университет Мысыр инвесторҙары төркөмө инициативаһы буйынса булдырыла, инвесторҙар ролендә эшҡыуарҙар түгел, ә ғалимдар [4]сығыш яһай. Уны булдырыу тураһында килешеүгә Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2005 йылдың апрелендә Ҡаһирәгә сәфәре ваҡытында өлгәшелә. Өлгәшелгән килешеүҙәрҙе үтәй барып Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко 2005 йылдың 23-25 майында Мысырға бара.

Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк 2006 йылдың 15 июлендә Мысыр-Рәсәй университетын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя, шул уҡ йылда беренсе студенттар ҡабул ителә. Проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй мәғариф министрлығы һәм Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге ҡатнашлығында һәм ярҙамында үтә. Университетың уҡыу программаһы Рәсәйҙең бер нисә университеттары менән академик һәм фәнни хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып тора. Мысыр-Рәсәй университетының уҡыу планын Мысыр университеттарының Юғары советы аккредитациялаған.

2011 йылда университеттың тәүге бакалаврҙар сығарылышы була[3].

Университеттың студенттары һәм аспиранттары даими рәүештә Берҙәм урыҫ теле Көнөн байрам итеүҙә ҡатнашалар[5][6].

Мысыр-Рәсәй университеты

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факультеттар:

  • инженер;
  • фармакология;
  • стоматология (асыуға әҙерләнә)[7]

Уҡытыу инглиз телендә алып барыла. Шуның менән бергә бөтә факультеттарҙың студенттары мотлаҡ рәүештә урыҫ телен өйрәнәләр, шул уҡ ваҡытта йыл һайын Рәсәй уҡыу йорттарында практика үтәләр. Университет уҡытыусылары араһында бер нисә Рәсәй белгестәре бар[7].

2009 йылдан башлап йыл һайын университет базаһында Роснано белгестәре ҡатнашлығында нанотехнологиялар буйынса халыҡ-ара конференция үткәрелә[3][7].

Партнер юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй
  • Мәскәү энергетика институты
  • М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты
  • Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты
  • Томск политехник университеты
  • Рәсәй дәүләт гуманитар университеты
  • Магнитогорск дәүләт техник университеты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]