Эстәлеккә күсергә

Мәрсин порты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрсин порты
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Акдениз[d]
Урын Üçocak[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Хужаһы Турецкая железная дорога[d]
Хеҙмәтләндереүсе PSA International[d]
Карта
 Мәрсин порты Викимилектә

Мәрсин порты (төр. Mersin Limanı, ингл. Mersin International Port, MIP булараҡ та билдәле) —  Урта диңгеҙҙең төньяҡ-көнсығыш ярында, Төркиәнең көньяғындағы  Мәрсин ҡалаһында урынлашҡан ҙур порт. Ҙурлығы буйынса илдә, Истанбул эргәһендәге Амбарли портынан ғына ҡалышып, икенсе урында тора.  Төркиә дәүләт тимер юлының (TCDD) портта операциялар үткәреү хоҡуғы 2007 йылдың 11 майында  36 йылға PSA-Akfen консорциумына тапшырыла[1][2].

Портҡа Адана—Мәрсин тимер юл тармағы алып бара, ул илдә иң ныҡ йөкләнгән юлдар иҫәбенә инә. Шуның менән бергә Мәрсин портындағы  инфраструктура Төркиәлә Дериндже порты кеүек үк иң яҡшыларҙан һанала. Портта 4 тимер юл рампаһы бар, ә йөк контейнерҙары  ярҙамсы юлға күсереп тормайынса  эшкәртелә ала. Мәрсиндәге биш причал тимер юлға туранан-тура тоташҡан: судноларҙы тейәү һәм бушатыу шунда уҡ бара.   

Мәрсиндәге порт йөктө түгеп бушатыуға ла,   контейнерҙарҙа бушатыуға ла көйләнгән; бынан тыш, төрлө тип судноларҙа  ролкерлы ташыу ысулы тәҡдим ителә — бының өсөн паромдар, йөк суднолары һәм баржалар ҡулланыла. Портта бер нисә нефть терминалы  бар. Иң яҡын халыҡ-ара аэропорт  Аданала — порттан  50 километрҙа урынлашҡан. Порт аша пассажирҙар ағымы ла үтә, шулай уҡ мал һәм иген ташыла.  

Мәрсин портында  почта бүлексәһе, ҡунаҡхана, кер йыуғыс, дарыухана, душ  бүлмәләре, ресторандар, дауаханалар, банктар,  авторемонт оҫтаханалары бар — былар бөтәһе лә  персоналдың һәм суднолар командаларының эшен  ныҡ еңелләштерә. Порт үҙе Урта диңгеҙҙә иң әһәмиәтлеләрҙең береһе булып тора: ул Анатолияның тотош көньяҡ-көнсығышы өсөн импорт-экспорт операцияларын тәьмин итә, шулай уҡ Яҡын Көнсығыш илдәре менән сауҙала  транзит үҙәге булып тора. «The Southeastern Anatolia Project» (Güneydoğu Anadolu Projesi, GAP) проектын тормошҡа ашырыу Мәрсиндәге порттың әһәмиәтен тағы ла арттыра төшәсәк.   

Рәсәйҙең Росатом дәүләт корпорацияһы ҡатнашлығында төҙөлөүсе  «Аҡҡую» атом электр станцияһы Мәрсин портына яҡын ғына урынлашасаҡ.  

1841 йылға ҡарата Мәрсин бәләкәй генә балыҡсылар ауылы була. Яйлап киңәйә бара һәм  1865 йылда ҡалаға әүерелә.  1886 йылда  Адана—Мәрсин тимер юлын төҙөү йөк ташыу мөмкинлеген күпкә киңәйтә: суднолар ташыу һәм тейәү күләмдәре ҡырҡа арта.  Тиҙҙән   Мәрсиндә  Таможня причалы барлыҡҡа килә.

Диңгеҙ сауҙаһының йылдам үҫеүенә бәйле, портҡа идара итеүҙә лә етди үҙгәрештәр талап ителә.  1927 йылдың  29 авгусында «Seyrisefa» агентлығы, Мәрсин сауҙа палатаһы һәм урындағы властар  200 000 төрөк лираһы капиталы булған  «Mersin Liman Şirketi» компанияһын (Мәрсин порт  компанияһын)   ойоштора. 

1942 йылда порттың инфраструктураһына тәбиғәт бәә-ҡазаһы ҙур зыян килтерә. Уны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта шулай уҡ портты национализациялау, ә хосуси компанияны ябыу ҡарары ла сығарыла. Шул уҡ йылды  Төркиә дәүләт тимер юлының  (TCDD)   400 000 төрөк лиралыҡ капиталлы подразделениеһы төҙөлә, Министрҙар Советының 1942 йыл  14 май ҡарары менән  порт уға тапшырыла. 

Заманса порт төҙөлөшө 1954 йылдың майында башлана. Уны  «Royal Dutch Harbor Construction Company» компанияһы алып бара. Яңыртылған  инфраструктуралы порт  1962 йылда файҙаланыуға тапшырыла. 2007 йылдың 11 майында Төркиә дәүләт тимер юлының (TCDD) портта операциялар башҡарыу хоҡуғы 36 йылға  PSA-Akfen консорциумына тапшырыла.

  • Mary R Brooks, Kevin Cullinane. Mersin Port // Devolution, Port Governance and Port Performance. — Elsevier, 2006. — 702 с. — (Research in Transportation Economics, Vol. 17). — ISBN 9780080467078.
  • IBP, Inc. Turkey Transportation Policy and Regulations Handbook - Strategic Information, Regulations, Opportunities. — Lulu, 2015. — 298 с. — (World Business and Investment Library). — ISBN 9781329164598.