Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты
Нигеҙләү датаһы 1932
Ҡыҫҡаса атамаһы МЭСИ
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Нежинская улица[d]
Уҡыусылар һаны 70 000
Алмаштырылған Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2015
Рәсми сайт mesi.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели МЭСИ[d]
Карта

Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты (МГУЭСИ) — Мәскәүҙең электән булған юғары уҡыу йорто. 2015 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетына ҡушылып үҙгәртеп ҡорола.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда Мәскәү халыҡ хужалығы иҫәбе институты булараҡ нигеҙ һалына, 1948 йылда Мәскәү иҡтисади-статистика институты (МЭСИ) итеп үҙгәртелә. 1982 йылда МЭСИ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1996 йылда университет статусы ала һәм Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты тип үҙгәртелә, аббревиатураһы элеккесә һаҡланып ҡала.

2015 йылдың 10 мартында Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығы МЭСИ һәм Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын ҡушыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[1] Элек Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығына юғары уҡыу йорттарын берләштереү тәҡдиме менән белем биреү ойошмалары Ғалимдар советы мөрәжәғәт иткән була. Бының сәбәбе билдәһеҙ. 17 февралдә Комиссия ултырышында берләштереү мәсьәләһе ҡарала. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса комиссия бер тауыштан Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетына ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡороу үткәреүҙе хуплай. Берләштергән юғары уҡыу йорто базаһында алдынғы иҡтисади тикшеренеү университеты булдырыла[2].

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972—1992: Виктор Шураков

1992—2007: Владимир Тихомиров

2007—2015: Наталья Тихомирова

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет составында 6 институт эшләй — компьютер технологиялары, менеджмент, статистика һәм иҡтисад, хоҡуҡ, өҙлөкһөҙ белем, өҫтәмә һәм бизнес-белем.

3 уҡыу корпусы:

  • Яңы-1 — Нежинский урам, й. 7;
  • Яңы-2 — Нежинский урамы, й. 7, к. 2.;
  • Спорт — Б. Саввин тыҡрығы, й. 14;

Рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вуз Forbes: Рәсәйҙең иң көслө университеттары рейтингында 10-сы урынды биләй[3].

«Эксперт РА» Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорттары рейтингында 2012 йыл өсөн 29-сы урынды биләй.

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы вузды Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, уға «D» рейтинг класы бирелә[4].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Староволынский урамында урынлашҡан автобус туҡталышы университет хөрмәтенә «МГУЭСИ» тип атала[5].

Тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гайзер, Вячеслав Михайлович — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, финанс министры (20032010) һәм Коми Республикаһы Башлығы (2010 йылдан 2015 йыл буйынса).
  • Суринов, Александр Евгеньевич — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2009 йылдың декабренән Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе
  • Четвериков Александр Владимирович — Рәсәй эшҡыуары, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ағзаһы. Рәсәйҙәге иң эре агросәнәғәт предприятиеларының береһе булған ЯСЙ "Группа Компаний «Агрохолдинг» ойоштороусы..
  • Пунцагийн Жасрай — монгол сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Монголия премьер-министры (21. 07. 1992 — 19. 07. 1996).
  • Роудз, Кингстон Папье — БМО-ның халыҡ-ара гражданлыҡ хеҙмәте буйынса комиссия рәйесе, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының Почетлы докторы
  • Рогозин, Алексей Дмитриевич — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм идарасыһы. Транспорт авиацияһы буйынса «Объединенная авиастроительная корпорация» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты. Ильюшин исемендәге Авиация комплексының Генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының 3 класслы мөхбир дәүләт кәңәшсеһе.
  • Ольшанский, Леонид Дмитриевич — Рәсәй сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, адвокат һәм хоҡуҡ яҡлаусы, Рәсәй автомобилистар хәрәкәте вице-рәйесе, юридик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, РФ кеше хоҡуҡтары буйынса Вәкил ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы, Рәсәйҙең почетлы адвокаты, «Кеше хоҡуҡтары өсөн» премия лауреаты.
  • Слуцкий, Леонид Эдуардович — Рәсәй сәйәсмәне. Халыҡ-ара эштәр буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе 2016 йыл 5 октябрҙән .
  • Токарев Владимир Александрович — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе (апрель — ноябрь, 2013).
  • Елена Перова — Рәсәй йырсыһы һәм музыканты, телевидениела алып барыусы, артист. «Лицей» (1991-1997) һәм «Амега» (1998-2000) Рәсәй музыкаль төркөмдәренең экс-солисы. «Лица» категорияһындағы «Ведущий ток-шоу» номинацияһында «ТЭФИ—2008» премияһы лауреаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Министерство образования и науки Российской Федерации. Приказ Минобрнауки России № 185 от 10 марта 2015 года «О реорганизации федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Российский экономический университет имени Г.В.Плеханова» и федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Московский государственный университет экономики, статистики и информатики (МЭСИ)» (12 март 2015). Дата обращения: 27 сентябрь 2019. Архивировано 7 декабрь 2017 года. 2017 йыл 7 декабрь архивланған.
  2. Минобрнауки: МЭСИ будет присоединен к РЭУ им. Плеханова. РИА Новости (20150217T2059+0300Z). Дата обращения: 2 ғинуар 2019.
  3. Рейтинг: самые сильные университеты России | Рейтинги | Forbes.ru (ингл.). www.forbes.ru. Дата обращения: 20 июль 2018.
  4. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
  5. Остановки наземного городского пассажирского транспорта 2021 йыл 3 март архивланған. на Портале открытых данных Правительства Москвы