Эстәлеккә күсергә

Мөмүнә ҡатын төрбәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөминә ҡатын кәшәнәһе битенән йүнәлтелде)
Мөмүнә ҡатын төрбәһе
Нигеҙләү датаһы 1186
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Нахчиван
Архитектор Аджеми Нахчивани[d]
Архитектура стиле Нахичеванская архитектурная школа[d] һәм сельджукская архитектура[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Бейеклеге/буйы 25 метр
Карта
 Мөмүнә ҡатын төрбәһе Викимилектә

Мөмүнә ҡатын төрбәһе (әзерб. Mömünə xatun türbəsi) — Атабәк Көмбәҙе тигән атама менән дә билдәле төрбә[1]. Әзербайжандағы Нахичеван (Нахчыван) Автономиялы Республикаһында урынлашҡан. 1186 йылда архитектор Аджеми ибн Әбүбәкер Нахчивани төҙөгән[2]. Ун ҡырлап һалынған төрбәнең бейеклеге 34 метрға еткән. Бөгөн ул 25 метрға ғына ҡалған. Төрбәне илдәгизиҙәрҙең урындағы бер хакимы — Әзербайжан Атабәге Йыһан Пәһләүән (Йыһан Пәһләүән Шәмс әд-Дунийа үә-д-Дин Әбу Жәфәр Мөхәммәд ибн Илдениз) әсәһенең рухына бағышлап төҙөткән. Ҡоролманың атамаһы ла уның исеме менән бирелгән[3]. Төрбәнең ҡабырғалары юғары сәнғәт кимәлендә бик ҡатмарлы геометрик орнамент һәм Ҡөрьән аяттары менән биҙәлгән.

Уйымдар менән эшләнгән һәр ҡабырға таштары тулыһынса геометрик орнамент стиленә яраштырып ғәрәп күфи яҙмалары менән һырланған. Һәр ҡабырғаһында үҙенә башҡа биҙәктәр. Төрбә көмбәҙе сталактит композиция менән биҙәлгән.

Төрбәнең эс яғы түңәрәк итеп эшләнгән. Унда бары дүрт түңәрәк медальон һырланған, улар яҙма һәм орнамент менән биҙәлгән. Көмбәҙҙә Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), сәхәбәләр Әбү Бәкер, Үмәр, Усман, Али, Пәйғәмбәрҙең ейәндәре Хәсән һәм Хөсәйен исемдәре яҙылған.

Мөмүнә ҡатындың ҡәбере бина аҫтында, әммә унда инеп булмай.

Ҡатын һүҙенең этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын (фарсы خاتون‎ — Khātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан, башҡортса — ҡатын) — ирҙәрҙең «хан» титулына тап килгән һүҙ, Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштың «императрица», «батшабикә», «королева» титулдарына тап килә[4].

Мөмүнә ҡатын биографияһынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөмүнә ҡатын солтан Тоғрул II (1135 йыл) ҡатыны булған, ул мәрхүм булып ҡалғас, яңы солтан Мәсүд уны Әл-Дениз тигән һарай кешеһенә кейәүгә бирә. Икенсе иренән Мөмүнә ҡатын ике буласаҡ Атабәкте — Йыһан Пәһләүәнде һәм Ҡыҙыл (Гызыл) Арыҫланды таба, шулай уҡ бер ҡыҙы була.

Мөмүнә ҡатындың йоғонтоһо бик көслө була. Йылъяҙмасы Садраддин әл-Хөсәйни яҙыуынса, Мөмүнә ҡатын бар ерҙә лә Атабәк булып киткән ире Әл-Денизде оҙатып йөрөй, уныһы дәүләт эштәре буйынса ҡатынының фекеренә ҡолаҡ һала торған була. Солтан менән Атабәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тыныс ҡалыуында ла уның хеҙмәте бар тип һанайҙар. Мөмүнә ҡатын, атабек Әл-Дениз һәм солтан Арслан шаһ 1175 йылда өс ай эсендә бер-бер артлы вафат булалар. Мөмүнә ҡатындың солтан һәм Атабәктәр араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыуы улдары Йыһан Пәһләүән, унан улы — Ҡыҙыл Арыҫлан заманында ла һаҡланып ҡала[5].

Төрбәнең архитекторы Аджеми ибн Әбүбәкер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аджеми ибн Әбүбәкер Нахчивани (Нахчиванлы) (1120 — XII быуаттың 20-се йылдары, Нахчиван (Нахчыван) — XIII быуат) — урта быуат мосолман архитекторы. Нахчиван архитектура мәктәбе барлыҡҡа килтергән шәхес, сәлжүк Әзербайжан Атабәктәре осоронда йәшәгән[6][7].


Нахчиванда йәшәгән һәм ижад иткән. Ул төҙөгән ҡоролмалар араһында: Юсиф ибн-Күсәйрә кәшәнәһе (1162 йыл), Мөмүнә ҡатын төрбәһе (1186 йыл)[8], Нахчиван Йома мәсете. Замандаштары Аджемины «шәйех-ул-мүхәндис» — «инженерҙар шәйехе (башлығы)» тип атаған. Мөмүнә ҡатын төрбәһендәге яҙманың авторы ла ул тип иҫбатлайҙар[9]:

« Беҙ китербеҙ — донъя ҡалыр, беҙ үлербеҙ — был ҡомартҡы булып ҡалыр. »

Баҡы метрополитенындағы бер станцияға архитектор Аджеми ибн Әбүбәкер исеме бирелгән — «Мемар Аджеми».

1976 йылда Нахчиван ҡалаһында Аджеми Нахчиваниның 850 йәшлек юбилейын билдәләп, уға бағышланған һәйкәл асылған. Скульпторы — Әзербайжандың атҡаҙанған рәссамы Камал Әлекпәров[10]. Архитекторға һәйкәл шулай уҡ Әзербайжан милли китапханаһы фасады лоджияһы фронтонына ҡуйылған. Баҡы. Скульпторы — Закир Әхмәдов[11].

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге, 2-се том. — Мәскәү, 1993 — 388-се бит
  2. [ Мөмүнә-хатун] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. С. А. Дадашев, М. А. Усейнов. Очерки по истории архитектуры народов СССР. Архитектура Азербайджана. — М:1948 — стр. 10
  4. Abdülkadir Özcan. Hatun // Islam Ansiklopedisi. — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500
  5. http://anl.az/down/meqale/kaspi/2011/fevral/158508.htm
  6. Большая советская энциклопедия. Аджеми, сын Абубекра.
  7. Encyclopaedia Iranica. AJAMİ ABU BAKR.(недоступная ссылка):«AJAMİ B. ABŪ BAKR, 6th/12th century architect under the Eldigüzid atabegs, founder of the Nakhchevan architectural school.»
  8. Glossary.com. Encyclopedia. Momine Khatun.(недоступная ссылка)
  9. Саламзаде А. Аджеми сын Абу Бекра и мемориальные памятники Нахичевана. Баку. 1976.
  10. Gülcahan Mirməmməd. Abidələrdə davam edən ömür (әзерб.) // газета : Mədəniyyət. — 2 aprel 2010. — С. 14.
  11. Закир Ахмедов, скульптор: «Знание теории в нашем деле немаловажно, но практика — важнее» // Азербайджанские известия. — 2015.
  • Бретаницкий Л. С., Зодчество Азербайджана 12—15 вв. и его место в архитектуре Переднего Востока, М., 1966, с. 105—110.
  • Архитектура
  • Мавзолей
  • A.Əliyeva — Naxçıvan abidələrinə diqqəti artırmalı, «Azərbaycan Abidələri» dərgisi, N 1, Bakı, 1984.
  • Qiyasi — Nizami dövrünün memarlıq abidələri, Bakı, İşıq nəşriyyatı, 1991.
  • Azərbaycan tarixi (yeddi cilddə), II cild, Bakı, Elm nəşriyyatı, 2007, səh 467.
  • Corvina Kiadó, Ilona Turánsky, Károly Gink: Aserbaidschan — Paläste, Türme, Moscheen. Budapest 1980, deutsch von Tilda und Paul Alpári
  • Aslanapa, Oktay (1979). Kirim ve Kuzey Azerbaycan’da Türk Eserleri. Istanbul, Baha Matbaasi, 19, 67-77.
  • Fatullayev, S.S. and R.S. Babasov (2005). «Memarliq» November 2, 2005
  • Gink, Kalory and Ilona Turanszky (1979). Azerbaijan: Mosques, Turrets, Palaces. Budapest, Corvina Kiado, 29-30.
  • Michell, George. Architecture of the Islamic World: Its History and Social Meaning. London, Thames and Hudson, 259. (ed. 1995).
  • Azerbaijan Cultural Heritage Support Project. World Bank website.
  • Бретаницкий Л. С., Зодчество Азербайджана 12—15 вв. и его место в архитектуре Переднего Востока, М., 1966, с. 105—110.
  • Л. С. Бретаницкий, Б. В. Веймарн. Очерки истории и теории изобразительных искусств. Искусство Азербайджана. Стр. 37
  • Большая советская энциклопедия. Момине-хатун.
  • С. А. Дадашев, М. А. Усейнов. Очерки по истории архитектуры народов СССР. Архитектура Азербайджана. — М:1948 — стр. 10
  • Б. П. Денике — Архитектурный орнамент Средней Азии, М. — Л., 1939, ст. 102
  • М. Вандов — Мавзолей Юсифа сына Кусейира и Моминехатун в Нахичевани, Москва-Баку, 1947, с. 238
  • А. А. Алескерзаде -Надписи архитектурных памятников Азербайджана эпохи Низами, Москва-Баку, 1947, c. 319