Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең балалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһис-сәләм) балалары етәү — дүрт ҡыҙы һәм өс улы булған.

Балаларының исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улар донъяға килгән тәртиптә былай:

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Зәйнәб — Мәккәлә тыуған, уны Пәйғәмбәрҙең ике туған энеһе Әбдел-Ғасҡа кейәүгә биргәндәр. Ике балаһы — улы ‘Али һәм ҡыҙы Өмәмәт донъяға килгән. Зәйнәб р.ғ. йәшләй вафат булған.

Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы (башҡ. {{{1}}} Раҡия, Орҡоя) — Мәккәлә тыуған, уны әсхәб (сәхәбә һүҙе берлек һанда) ‘Усманға кейәүгә биргәндәр. Ауырып китеп, йәшләй генә Мәҙинә ҡалаһында, Бәҙер һуғышы көнөндә, вафат булған.[1]

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мәккәлә тыуған, Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһына — әсхәб ‘Алиға кейәүгә сыҡҡан. Алты балаға — Хәсәнгә, Хөсәйенгә, Мөхсингә, Өммө-Көлсөмгә, Зәйнәбкә, Руҡайяға ғүмер биргән. Фатима р.ғ. бик сибәр булған, Пәйғәмбәр уны бик яратҡан һәм йәннәттә ҡатындарҙың — ҡыҙҙан иң һиммәтлеһе булыр тип әйткән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең нәҫеле ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен аша дауам иткән. Тоҡомдары бөгөнгө көнгә килеп еткән.

Үмм Күлсүм (башҡ. {{{1}}} Өммөгөлсөм) Ислам иңгәс донъяға килгән, Руҡия апаһы үлгәс, еҙнәһе әсхәб ‘ Усманға кейәүгә бирелгән. Һижрәнең 9-сы йылында йәшләй вафат булған.

‘ Абдуллаһ — атаһына рисаләт инә башлағас тыуған, сабый сағында үлеп ҡалған.

Ибраһим — Һижрәнең 9-сы йылында тыуған. Улы тыуғас, етенсе көнөндә Мәхәммәд Пәйғәмбәр ҡорбан салдырған (‘әҡиҡә), сәсен алып, саҙаҡа итеп шуның ауырлығында көмөш таратҡан. Ибраһим 18 айлыҡ сағында ауырып үлгән.

Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән[2].

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Руҡайя -Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
  2. http://islamdag.ru/book/30138