Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны, Айбүләк
Вафат булған көнө 28 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Һамар өлкәһе, Чапаевск[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы (2 ноябрь 1924 йыл — 28 февраль 2015 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1943—1974 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы химия заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шамил Ғәлиәхмәт улы Мөхәмәтдинов 1924 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Яңауыл районы Айбүләк ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белем ала.

Хеҙмәт юлын 1940 йылда Яңауыл районының «Заготзерно» контораһында слесарь-сущильщик булып башлай. 1943 йылдан Куйбышев өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы 102-се почта йәшниге заводында аппаратсы, өлкән аппаратсы, заправкалаусылар бригадиры булып эшләй. Һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) социалистик ярышта юғары сифатлы сәнәғәт продукцияһы етештереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Биш йыллыҡ планы заданиеларын үтәүҙәге фиҙакәрлеге, алдынғы хеҙмәт ысулдарын индергәне, юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн 1971 йылдың 20 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ш. Г. Мөхәмәтдиновҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1974 йылда пенсияға киткәнгә тиклем ул Куйбышев өлкәһенең Чапаевск ҡалаһында химик ашламалар заводына аппаратсы булып эшләй.

Шамил Ғәлиәхмәт улы Мөхәмәтдинов 2015 йылдың 28 февралендә Чапаевск ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]