Мөғтәбаров Ләбиб Фәтих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөғтәбаров Ләбиб Фәтих улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны, Яңауыл
Вафат булған көнө 26 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Жанр пейзаж[d]

Мөғтәбаров Ләбиб Фәтих улы (10 ғинуар 1928 йыл — 26 март 2008 йыл) — рәссам, 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләбиб Фәтих улы Мөғтәбаров 1928 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл ҡасабаһында (Яңауыл ҡалаһы) тыуған.

1963 йылда И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтында һынлы сәнғәт факультетын тамамлай. Өфө ҡалаһында опера һәм балет театры өсөн «Башҡортостандың халыҡ сәнғәте» фрескаһы рәссамдың диплом эше булып тора.

1964—2000 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында эшләй.

1968 йылдан СССР рәссамдар союзы ағзаһы (РФ), 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

2008 йылдың 26 мартында Өфөлә вафат булып ҡала.

Ләбиб Фәтих улы Мөғтәбаров маркетри техникаһында күп эшләй. Уның башҡорт милли мәҙәниәтенә, ауылға, ундә йәшәгән кешеләрҙең хеҙмәтенә, халыҡ ижадына бағышланған картиналары баш ҡала ҡунаҡханалары һәм вокзалдар интерьерын биҙәй. Ҙур полотноларҙа «ҡырыҫ» стилдә төшөрә. Олоғая бара уның эштәре йомшаҡ һәм хатта декоратив һыҙаттар ала.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығы музейында (Өфө) һаҡлана.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләбиб Фәтих улы Мөғтәбаров 1964 йылдан алып республика, декада, зона, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]