Мөҙәрис Әли әфәнде мәсете
Мөҙәрис Әли әфәнде мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1581 |
---|---|
Дәүләт |
Косово Сербия |
Административ-территориаль берәмек | Призрен |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Мираҫ статусы | Cultural heritage monument of Kosovo[d] |
Мөҙәрис Әли әфәнде мәсете Викимилектә |
Мөҙәрис Әли әфәнде мәсете (алб. Xhamia e Myderis Ali Efendisë, төр. Müderris Ali Efendi Camii, сер. Мудериз Али-ефендијина џамија), шулай Әл-Хужа мәсете тип тә атала (алб. Xhamia e Ali Hoxhës) — Косовоның Призрен ҡалаһындағы мәсет[1], 1543—1581 йылдарҙа Косово территорияһындағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе булып тора. Rr. Papa Gjon Pali урамында[2], Призрендың католик соборынан битләү буйлап аҫта урынлашҡан. Мәсет 877 квадрат метр майҙанды биләй [3].
1989 йылда мәсет мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[4]. Уға нигеҙ һалыусы, Әли Әфәнде, шул ваҡытта Призрендың мөҙәрисе, баҡсала ерләнгән[5]. Икенсе донъя һуғышынан һуң мәсет Ҡыҙыл Тәре үҙәге кеүек ҡулланыла һәм дөрөҫ файҙаланылмау арҡаһында ныҡ зыян күрә. 1963 йылда янғын тоҡана, шуға күрә мәсет тағы ла күберәк зыян күрә (ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, 1975 йылда шулай уҡ янғын сыға[6]). Ошо ваҡиғалар арҡаһында мәсет боронғо ҡомартҡы үҙенсәлеген юғалта.
Мәсет 1908 йылда Призрендағы католик сауҙа кибеттәренең бойкоты менән билдәле.
1905 йылда бойкот
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет 1905 йылда башланған католик албан сауҙа кибеттәренең бойкоты ваҡытында төп ролде уйнай. Был ваҡыт дауамында мосолман халҡы үрҙә әйтеп кителгән кибеттәр менән бер ниндәй ҙә иҡтисади эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. Был бойкоттың сәбәбе булып туранан-тура иртәнге намаҙ алдынан мәсеттә сусҡа башы табылыуы тора. Мәсет католик сиркәү янында урынлашҡанлыҡтан, кешеләр быны католик албанлыларҙың провокацияһы тип уйлай, һәм төп имам көйләүе буйынса католик кибеттәрҙе бойкотларға ҡарар итә. Һуңыраҡ бының Богослов православие сиркәүе мәктәбе серб руханийының албанлыларҙы тарҡатыу өсөн ойошторғанлығы тураһында фараз ителә, албанлылар был ваҡытта Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ алыу өсөн көрәшкән була[7].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ List of Mosques in Albania.
- ↑ Mosque of Muderis Ali Efendi . 2013 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Catastral Record nr 3297 of the Municipality of Prizren
- ↑ Решење Завода за заштиту споменика културе општине Призрен, бр. 411 од 29.12.1989.
- ↑ Historijsko Geografska Analiza urbanih funkcija Prizrena by Dr. Esat Haskuka
- ↑ Prizren fire.
- ↑ Prizreni i Lashte - Morfologjia e ecurive per ruajtjen e kultures materiale by Muhamed Shukriu
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kosovo By Gail Warrander, Verena Knaus
- Historijsko Geografska Analiza urbanih funkcija Prizrena by Dr. Esat Haskuka
- Prizreni i Lashte - Morfologjia e ecurive per ruajtjen e kultures materiale by Muhamed Shukriu