Эстәлеккә күсергә

Надежда Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Надежда Петрович
сер. Надежда Петровић
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Сербия кенәзлеге[d]
 Сербия короллеге
Тыуған көнө 12 октябрь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Чачак[d], Сербия кенәзлеге[d]
Вафат булған көнө 3 апрель 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3][4][…] (41 йәш)
Вафат булған урыны Валево[d], Сербия короллеге[5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Сабыртмалы тиф
Ерләнгән урыны Яңы зыярат[d]
Бер туғандары Растко Петрович[d] һәм Milica Mišković[d]
Һөнәр төрө художественный критик, рәссам, деятель изобразительного искусства
Эшмәкәрлек төрө живопись[6] һәм Һынлы сәнғәт[d][6]
Кемдә уҡыған Dimitrije Andrejević[d]
Сәнғәт йүнәлеше экспрессионизм[d] һәм фовизм[d]
Ойошма ағзаһы Circle of Serbian Sisters[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Medal for Bravery
Хеҙмәттәре тупланмаһы Pavle Beljanski Memorial Collection[d], Сербияның Милли музейы, Музей города Белграда[d], National Museum of Kragujevac[d], Тhe Gallery of Matica srpska[d] һәм Мемориальный музей Надежды и Растко Петровича[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nadežda Petrović
 Надежда Петрович Викимилектә

Надежда Петрович (сер. Nadežda Petrović / Надежда ПетровићNadežda Petrović / Надежда Петровић; 12 октябрь 1873 йыл — 3 апрель 1915 йыл) — серб рәссамы.

1873 йылда Чачакта сәнғәт менән бәйле кешеләр ғаиләһендә тыуа. 1884 йылда ғаилә Белградҡа күсенә, унда Надежда ҡатын-ҡыҙҙар Юғары училищеһын тамамлай (1891) һәм рәссам Джордже Крстичтың уҡыусыһы була. 1898 йылда Мюнхенда Антон Ажбанан, һуңынан Юлиус Экстерҙан (1901—1903) һабаҡ ала. 1900 йылда Белградта уның шәхси күргәҙмәһе ойошторола. 1903—1910 йылдарҙа Петрович Сербияла эшләй, Югославияның бик күп күргәҙмәләрендә ҡатнаша, Люблянда (1910) икенсе шәхси күргәҙмәһен ойоштора. 1910—1912 йылдарҙа Римда һәм Парижда Югославия рәссамдары күргәҙмәләрендә ҡатнаша.1912 йылда Белградта үҙенең һынлы сәнғәт мәктәбен аса. Шул уҡ йылда, шәфҡәт туташы булып, балҡан, артабан Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнаша. 1915 йылда, фронтта сағында тиф йоҡтороп, Валевола вафат була.

«Ҡырағай пиондар яланы» (1913)

Петрович ижады серб һынлы сәнғәте өсөн бик әһәмиәтле булып тора. Ул серб сәнғәтенә заманса европаса үҫеш йүнәлештәрен индерә. 15 йыл эшләү дәүерендә рәссам реализмдан импрессионизмға һәм фовизмға тиклемге юлды үтә. Петрович сағыу һәм хәрәкәтсән төҫтәрҙе файҙалана, күп кенә әҫәрҙәрендә асыҡ ҡыҙыл һәм йәшел төҫтәр өҫтөнлөк итә, уға киң һәм көслө характерлы буяу алымы хас.

Петрович портреттар һәм пейзаждар төшөрә, патриотик тойғоларҙан сығып серб пейзаждарын һәм натура өсөн сербтарҙы һайлай. Уның ижадын дүрт осорға бүләләр: беренсеһе — Мюнхен осоро (1898—1903), рәссам Ажбала, һуңынан Экстерҙа уҡый; икенсеһе — серб осоро (1903—1910); өсөнсөһө — Париж осоро (1910—1912); дүртенсеһе — хәрби осор (1912—1915). Петрович пейзаждары араһында айырым фрагменттар ҙа, панорамалар ҙа бар. Беренсе типҡа «Ҡороған ағас» (1902), икенсеһенә «Ресниктағы күренеш» (1904) һәм «Ҡырағай пиондар яланы» (1913). Рәссам панорамалы пейзаждарында арауыҡты полотноның бөтә киңлегендә йәйелдерергә тырыша.

  1. Record #62348524 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Nadežda Petrović // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Mikuž J. Nadežda Petrović // Petrović, Nadežda (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner[Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T066799
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #118967169 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных