Надя Ножарова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Надя Ножарова
болг. Надя Ножарова
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Bulgaria.svg Болгария
Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Титул граф[d]
Тыуған көнө 21 ноябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Болгария, Плевен[d]
Вафат булыу көнө 18 апрель 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (97 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Лонг-Айленд[d]
Хәләл ефете Angel Sladkarov[d]
Һөнәр төрө актёр, кино актёры, бизнесмен
Commons-logo.svg Надя Ножарова Викимилектә

Надя Ножарова (болг. Надя Матеева Ножарова; 19162014) — болгар опера йырсыһы һәм актрисаһы; америка эшҡыуары һәм филантропы; испан графиняһы Надя де Наваро Фарбер[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1916 йылдың 21 ноябрендә Болгария Батшалығының Плевен ҡалаһында, электрика менән сауҙа итеүсе ғаиләһендә тыуған.

1934 йылда Ловеч ҡалаһында Америка ҡыҙҙар мәктәбен тамамлай, Плевен ҡалаһына килә һәм «Ангел Сладкаров» опера театрына эшкә керә, был ваҡытта театр ил буйлап гастролдәрҙә йөрөгән була. Сладкаров театр труппаһы тарҡалғандан һуң, «Одеон», «България» һәм «Корпоративен театър» театрҙары сәхнәһендә уйнай. Һуңынан Германияға китә, унда йырға уҡый. Болгарияға әйләнеп ҡайтҡандан һуң режиссер Цанков Хрисандың «Испытание[bg]» фильмында уйнай (1942 йыл).

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png АҠШ-та шәфҡәтлек кисәһендә

Монте-Карлола йәшәй, 1949 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә һәм үҙенең вафатына тиклем шунда ҡала. Хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, күп кенә донъя гуманитар ойошмаларына ярҙам итә. АҠШ-ҡа иммиграция мәсьәләләре буйынса Идаралыҡ менән хеҙмәттәшлек итә, йәһүд-иммигранттарға ярҙам итеү буйынса кампанияларҙа ҡатнаша. Монакола Ҡыҙыл Тәрегә, Парижда америка госпиталенә һәм Монакола «Принцесса Грейс» госпиталенә, Афина һәм Венецияла балалар йорттарына ярҙам итә. Үҙенең шәфҡәтлелек эшмәкәрлеге өсөн күп һанлы наградаларға һәм почетлы исемдәргә лайыҡ була.

Надя Ножарова 2014 йылдың 18 апрелендә Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорк штатында, Лонг-Айлендта вафат була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Надя Ножарова дүрт тапҡыр кейәүҙә була:

  • 1936—1940 йылдарҙа — Ангел Сладкаров, уның менән Троян монастырында никахлана һәм 1940 йылда айырылыша;
  • 1940—1949 йылдар — граф Наварро (1949 йылда вафат була), Испания дворяны, Ватиканда дипломат булып эшләгән, унан графиня титулын ала, Монте-Карлола йәшәй;
  • 1953—1985 йылдар — Фарбер Сид (ингл. Sid Farber, 1913—1985), америка бизнесмены, күсемһеҙ милек объекттары төҙөү һәм тейешле процестарҙы ойоштороу менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар, унан ҙур байлыҡ мираҫ итеп ала[2];
  • 1985—2014 йыл — Юрий Фарбер (ингл. Yuri Farber, 1949 йылда тыуған), американ, алдағы иренең туғаны була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]