Нарганг Ингрид
Нарганг Ингрид | |
нем. Alice Ingrid Annemarie Nargang | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған көнө | 17 апрель 1929 |
Тыуған урыны | Черновцы, Румыния короллеге |
Вафат булған көнө | 10 май 2019 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Шердинг[d], Үрге Австрия, Австрия |
Һөнәр төрө | судья |
Биләгән вазифаһы | судья[d] |
Нарганг Ингрид Викимилектә |
Ингрид Нарганг (нем. Ingrid Nargang; 17 апрель 1929 — 10 май 2019) — Австрияла адвокат, судья булып эшләгән, хәҙерге заман тарихсыһы булған. 1964 йылдан 1993 йылға тиклем Энгельһартсцелль округ суды башлығы булып торған. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып, Австрия суд системаһындағы ауыл округ суды етәксеһе булған [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алиса Нарганг Аннемари Ингрид 1929 йылдың 17 апрелендә Румынияла Черновцы ҡалаһында тыуған. Уның ғаиләһе австрияктар, бик боронғо дәүләт хеҙмәткәрҙәренән була. Ҡарт олатаһы классик филолог һәм урта мәктәп директоры Стефан Вольф; олатаһы юрист булған. Ғаилә Буковинаның Черновцы ҡалаһында йәшәй, Беренсе донъя һуғышы аҙағына тиклем был төбәк Австрия монархияныҡы була, һуңынан Румыния короллегена ҡушыла һәм хәҙер өлөшләтә Украинаға инә (Черновцы индерелгән). Өләсәһе менән әсәйһе тәрбиәһендә үҫә. Атаһы ул ике йәшлек сағында ғаиләһен ташлап киткән.
1940 йылдың йәйендә, Ингридҡа ун бер йәш булғанда Германияға немец сығышлы граждандарҙы күсереү башлана. Тәүҙә Нарганг өләсәһе һәм әсәһе менән бергә Түбәнге Силезияға, һуңғараҡ Үрге Силезияға барып урынлаша. Икенсе донъя һуғышында совет ғәскәрҙәре яҡынлаша башлағас, улар Үрге Австрияға ҡасып китә [2].
«Ҡыуылғандар» һәм «этник немецтар» ғаиләһенән булараҡ, 1945 йылдың көҙөндә Нарганг Гмундендағы урта мәктәпкә һабаҡҡа төшә. 1948 йылда уны тамамлағандан һуң, ул Инсбрукта юриспруденцияны өйрәнә. 1952 йыл хоҡуҡ өлкәһендә доктор дәрәжәһен ала. Суд ҡарарҙарын һәм эш башҡарыусы булып эшләгәндә иҡтисад буйынса белем алырға ҡарар итә. 1959 йылда ул социаль һәм иҡтисади фәндәр буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ошо ваҡыт эсендә юрист стажер булып эшләй башлай һәм адвокатлыҡҡа имтихан тапшыра. Артабан ул Линц ҡалаһы магистратураһында юрист булып эшләй.
1963 йылда Нарганг судья булып эшләй башлай. 1964 йылдан алып 1993-тә пенсияға сыҡҡансы Нарганг Энгельһартсцелль район суды етәксеһе була. Ул Австрияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып ауыл округ судына етәкселеккә һайлана.
Хәҙерге заман тарихсыһы булараҡ, Нарганг буковина немцтарының тарихын һәм Икенсе донъя һуғышынан һуң Үрге Австрияла ҡасаҡтарҙың хәлен өйрәнә. Ул шулай уҡ Линцта Буковина немецтарының төбәк командаһын ойоштороусыларҙың береһе була[3].
Ғүмеренең һуңғы йылдарын Нарганг Энгельһартсцеллдә, Линцта һәм Венала йәшәй.
2019 йылдың 10 майында Шердинг ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Land Oberösterreich - Landeskorrespondenz Nr. 249 vom 26. Oktober 2005 . web.archive.org (2 июнь 2019). Дата обращения: 22 март 2020.
- ↑ Trauer um die Frau Rat
- ↑ Trauer um die Frau Rat