Насибуллина Минзиә Биктимир ҡыҙы
Насибуллина Минзиә Биктимир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 20 июнь 1948 |
Тыуған урыны | Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 5 апрель 2021 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | бейеүсе |
Эш урыны |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Насибуллина Минзиә Биктимир ҡыҙы (20 июнь 1948 йыл — 5 апрель 2021 йыл) — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минзиә Биктимер ҡыҙы Насибуллина (Ханнанова) 1948 йылдың 20 июнендә Башҡортостандың Бишбүләк районы Саҡмағош ауылында (хәҙер ул ауыл юҡ) донъяға килгән. Ҡыҙға биш йәш тулғанда, атаһы вафат була. Әсәһе ике бала менән тол ҡала, шуға ҡарамаҫтан, иренең тәүге никахтан тыуған улын да балалар йортонан тәрбиәгә ала.
Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағандан һуң, күрше Айыт мәктәбендә урта белем ала. Артабан үҙе уҡыған мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Артист булырға теләп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға инә, әммә матди сәбәптәр арҡаһында, ситтән тороп уҡыуға күсә. 1965 йылда Айыт ауылында клуб мөдире булып эшләй башлай, ә 1966 йылда район мәҙәниәт һарайына методист, артабан директор итеп тәғәйенләнә. Һәләтле ҡыҙ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр менән бик күп фестивалдәрҙә ҡатнаша. Талантлы коллектив Һамар, Силәбе, Ульяновск ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.
1967 йылда Өфөлә ике айлыҡ курстарҙа уҡый һәм «Бейеү коллективы етәксеһе» тигән таныҡлыҡ ала. 1970 йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә, сөнки унда профессиональ артист булыу хыялы шул тиклем көслө була. Һәләтле ҡыҙ театр факультетында уҡый башлағанда уҡ, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә конкурс барыуын ишетә һәм үҙен һынап ҡарай. Комиссия ҡарамағына башҡорт халыҡ бейеүе "Заһиҙә"не тәҡдим итә, ә уның өҫтөндә Фәйзи Ғәскәровтың китабы буйынса үҙе теккән милли кейем була. Ҡыҙҙың үҙен ышаныслы тотоуын, түҙемлеген һәм сибәрлеген күреп, Хашим Мостаев уны данлыҡлы ансамблгә саҡыра.
1971 йылдың 20 мартында ВЛКСМ-дың 40-йыллығы исемендәге Мәҙәниәт йортонда ул тәү тапҡыр самауыр менән «Шаян ҡыҙҙар» бейеүен башҡара. 18 йылдан ашыу сәхнәлә бейеүсе Минзиә Биктимер ҡыҙының репертуарында «Килен», «Димсе», «Кисен ҡапҡа янында», «Әсә образы» һәм башҡа бейеүҙәр бар.
Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең Советтар Союзында да, сит илдәрҙә лә уңыш һәм дан ҡаҙаныуына Минзиә Биктимер ҡыҙы ла ҙур өлөш индерә. «Килен», «Яусы», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Шаян ҡыҙҙар», «Ҡурай моңо саҡыра» кеүек бейеүҙәрен Франция һәм Италияла, Финляндия һәм Швейцарияла, Индия һәм Венгрияла һәм башҡа илдәрҙә көслө алҡыштарға күмәләр.[1]
Минзиә Нәсибуллина-Ханнанова 51 йәшендә ансамблдә бейеүҙән туҡтай, әммә мәҙәниәт өлкәһенән ситләшмәй. 1989—2002 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһында, 2002—2008 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, ә 2008 йылдан Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә баш администратор булып эшләй.
Минзиә Насибуллина-Ханнанова 2021 йылдың 5 апрелендә вафат булды. Өфөлә Мосолмандар зыяратында ерләнде.[2]
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бейеүсенең сағыу таланты союздаш республикалар дуҫлығы фестивалдәрендә бер нисә тапҡыр билдәләп үтелә.
- 1989 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балалары — ҡыҙы Сулпан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, дизайнер. Улы Руслан да юғары белемле — Өфө техник нефть университетын тамамлаған, бокс буйынса тренер.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [https://gaskarov-ensemble.ru/ensemble/veterans/469-nasibullina-minziya-biktimirovna Государственный академический ансамбль народного танца имени Файзи Гаскарова Республики Башкортостан] 2021 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Дим буйҙары. Бишбүләк муниципаль районы гәзите. 29.04.2021 2021 йыл 3 май архивланған.
- 20 июндә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Бишбүләк районында тыуғандар
- 5 апрелдә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡортостан бейеүселәре
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр