Эстәлеккә күсергә

Нед Тозун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нед Тозун
Ned Tozun
Исеме

Nedjip Tozun

Тыуған көнө

28 июль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (46 йәш)

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар һәм менеджер

Нед Тозун (ингл. Ned Tozun, Nedjip Tozun; 28 июль 1978 йыл) — Америка социаль эшҡыуары һәм менеджеры, донъяның ярлы ҡатламдарын ҡояш электроэнергетикаһы менән тәьмин иткән «D.light Design» (CEO, 2011) компанияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм етәксеһе[1][2][3].

Нед Тозун Стэнфорд университетында компьютер фәндәре өлкәһендә бакалавр дәрәжәһен, ә аҙаҡтан МВА дәрәжәһен ала (2007)[1][2][4].

2005 йылдың март айынынан башлап со-ойоштороусыһы булып сығыш яһай һәм 2006 йылдың декабренә тиклем Namewaves, Inc. компанияһының баш техник директоры (СТО) булып эшләй[2].

2003 йылдың ғинуарынан башлап 2007 йылдың ғинуарына тиклем балаларға музыкаль альбомдар эшләүҙә һәм һатыуҙа шөғөлләнгән Made For You Music, Inc. компанияһының со-ойоштороусыһы һәм етәксеһе булып эшләй[5].

Стэнфордта уҡыған ваҡытта Сэм Голдман менән таныша, ә Сэм Африкала йәшәгән ваҡытындағы күҙәтеүҙәрен һөйләп бирә һәм ярлы илдәрҙә йәшәгән халыҡтар өсөн булған яҡтырта торған приборҙар эшләү һәм уларҙы таратыу пландары менән бүленә[1].

2007 йылда Нед Тозун Сэм Голдман менән бергә «D.light Design» компанияһын ойоштора һәм уның президенты була[6][7][8][2][9][10][1]. 2011 йылдың март айында етәкләүҙән китеп тора, ул стратегик менеджмент өлкәһендә компанияла эшләй башлай[11][9][12].

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда Forbes Нед Тозунды һәм Сэм Голдманды 30 иң яҡшы социаль эшҡыуарҙар исемлегенә керетә[13][14].

2014 йылда Нед Тозун[1], Донн Тайс[15] һәм Сэм Голдман[16], D.light Design компанияһында үҙ эштәре өсөн Шваба фонды уларҙы йыл социаль эшҡыуарҙары исемлегенә керә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ned Tozun (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Executive Profile Ned Tozun. Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  3. Ned Tozun (ингл.). Global Off-Grid Lighting Association. Дата обращения: 20 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Ned Tozun (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 20 май 2015.
  5. См. один из релизов: The Magical Musician: Guitar Book 1: The Land of Lyric и информацию об издателе
  6. Джилл Кикал, Томас Лайонс. Голоса с полей / D.light // Социальное предпринимательство. Миссия - сделать мир лучше. — М: Альпина Паблишер, 2014. — С. 213—215. — 378 с. — ISBN 5961433579, 9785961433579. (по Ханс Тапария, 16 июня 2010 года)
  7. Rashmi Bansal. I Have a Dream. — Westland, 2011. — 349 с. — ISBN 9380658389, 9789380658384.
  8. Helen Coster. ow a Five Year-Old Startup Attracted GE's Attention-- Without Selling in the U.S. (ингл.). Forbes (4 июль 2011). Дата обращения: 20 май 2015.
  9. 9,0 9,1 Company Overview of D.light Design (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  10. Александр Шенаев. Как заработать на бедняках и привлечь внимание General Electric. e-xecutive.ru (12 апрель 2011). Дата обращения: 20 май 2015.(недоступная ссылка)
  11. Executive Profile Donn Tice (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  12. Sam Goldman. An Open Letter from d.light Founders Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). D.light Design (31 март 2011). Дата обращения: 20 май 2015.
  13. Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). Forbes (2013). Дата обращения: 20 май 2015.
  14. Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). Forbes (2013). Дата обращения: 20 май 2015.
  15. Donn Tice (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  16. Sam Goldmann (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2016 йыл 17 февраль архивланған.