Эстәлеккә күсергә

Сэм Голдман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сэм Голдман
Sam Goldman
Исеме

Samuel Warrack Goldman

Тыуған көнө

1979({{padleft:1979|4|0}})

Тыуған урыны

Спрингфилд (Массачусетс), АҠШ

Ил

 Америка Ҡушма Штаттары

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар һәм менеджер

Сэм Голдман (ингл. Sam Goldman, Samuel Warrack Goldman; 1979 йылда, Спрингфилд, Массачусетс, АҠШ) — канада һәм америка социаль эшҡыуар һәм менеджер, D.light Design (CEO, 2011) компанияһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, үҙенең маҡсаты итеп ярлы халыҡты ҡояш электр ҡеүәте менән тәҡмин итеү; Neurio Technology Inc етәкселәренең береһе (Канада); үҙе бер нисә компанияға нигеҙ һалған һәм идара итә, тағы ла коммерция булмаған ойошмаларҙың һәм компанияларҙың кәңәшсеһе[1][2][3][4][5][6].

Самуэль Голдман 1979 йылда Спрингфилдта, АҠШның Массачусетс штатында тыуған[2]. Уның атаһы АҠШ халыҡ-ара үҫеш агентствоһында (USAID) ауыл хужалығы иҡтисад белгесе, әсәһе — әсәләрҙең һаулығын нығытыу өҫтөндә эшләгән[2].

Сэм бала-сағын Пакистанда, Перула, Һиндостанда һәм Көнбайыш Африкала үткәрә[2]. Ул шунда уҡ тирә-яҡты һаҡлау эйәрсене була[2].

Канадала Викториан университетында (1997—2001) Сэм Голдман биология һәм тирә-яҡты һаҡлау буйынса магистр дәрәжәһен ала[4][5].

Бенинда (Африка) дүрт йыл (2001—2005) волонтёр була, Донъя корпусы менән бергә GARPE-ONG коммерсия булмаған ойошмаға нигеҙ һала һәм идара GARPE-ONG[2]. Ошо вазифала илдә беренсе булып, майлы моринга япрағынан больница һәм медицина үҙәктәре өсөн эшләнгән аҙыҡ ҡушымталары эшләүсе завод төҙөй[4].

2004 йылда Бенинда, Сэм күршеһенең малайы өҫтөнә кәрәсин лампаһын яңылыш түгеп саҡ үлмәй ҡалғанын күрә[1][7]. Ул шунда Африкала халыҡ светодиот лаппалары һәм ҡояш панелдәре булғанда, һаман да кеше һаулығына йоғонто яһаусы әйберҙәр ҡулланғанына аптырай[7].

Төньяҡ Америкаға ҡайтҡас, Стэнфорд университетының МВА эшҡыуарлыҡ дизайны курсына уҡырға инә[1]. Ул унда Нед Тозун менән таныша, үҙенең халыҡ өсөн яҡтыртыу йыһаздарын таратыу ысулы менән бүлешә[3].

2007 йылда Сэм Голдман Нед Тозун менән бергә D.light Design компанияһына нигеҙ һала һәм етәкселәренең береһе була (CCO)[3][4][8][9][10][11][12].

В марте 2011 йылдың мартынан компанияның идаралығынан китә, стратегик менеджмент менән ныҡлап шөғөлләнә башлай[4][11][13].

2010 йылдан Driptech, Inc кәңәшсеһе.[4]

2013—2014 йылдарҙа Kuli Kuli Inc компанияһында кәңәшсе булып эшләй.[4]

2011 йылда Сэм Голдман Ашока фонды менән билдәләнгән һәм Sargent Shriver Award for Distinguished Humanitarian Assistance Донъя корпусы премияһын ала[1][14].

2013 йылда Сэм Голдман һәм Нед Тозун Forbes тарфынан 30 мөһим социаль эшҡыуар тип атала[15][16].

2014 йылда Сэм Голдман[3], Донн Тайс[17] һәм Нед Тозун[18], үҙҙәренең D.light Design эштәре өсөн, Шваб фонды тарафынан йыл социаль эшҡыуары тип аталалар.

Шул уҡ йылда Голдман The Charles Bronfman Prize тәғәйенләнә[1][19].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Sam Goldman (ингл.). The Charles Bronfman Prize (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Samuel Warrack Goldman (ингл.). Ашока (фонд). Дата обращения: 20 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Sam Goldmann (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2016 йыл 17 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Executive Profile Sam Goldman. Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Sam Goldman (ингл.). Сколл фонды. Дата обращения: 20 май 2015.
  6. Sam Goldman (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 20 май 2015.(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 Екатерина Халецкая. "Солнечная" Индия. Новый Бизнес (29 декабрь 2012). Дата обращения: 20 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Джилл Кикал, Томас Лайонс. Голоса с полей / D.light // Социальное предпринимательство. Миссия - сделать мир лучше. — М: Альпина Паблишер, 2014. — С. 213-215. — 378 с. — ISBN 5961433579, 9785961433579. (по Ханс Тапария, 16 июня 2010 года)
  9. Rashmi Bansal. I Have a Dream. — Westland, 2011. — 349 с. — ISBN 9380658389, 9789380658384.
  10. Helen Coster. ow a Five Year-Old Startup Attracted GE's Attention-- Without Selling in the U.S. (ингл.). Forbes (4 июль 2011). Дата обращения: 20 май 2015.
  11. 11,0 11,1 Company Overview of D.light Design (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  12. Александр Шенаев. Как заработать на бедняках и привлечь внимание General Electric. e-xecutive.ru (12 апрель 2011). Дата обращения: 20 май 2015.(недоступная ссылка)
  13. Executive Profile Donn Tice (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  14. Sam Goldman. An Open Letter from d.light Founders Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). D.light Design (31 март 2011). Дата обращения: 20 май 2015.
  15. Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). Forbes (2013). Дата обращения: 20 май 2015.
  16. Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). Forbes (2013). Дата обращения: 20 май 2015.
  17. Donn Tice (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  18. Ned Tozun (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  19. См. видеопрезентацию: The Charles Bronfman Prize 2014.
  • LinkedIn: sam-goldman(недоступная ссылка).