Эстәлеккә күсергә

Нейштадт Марк Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нейштадт, Марк Ильич битенән йүнәлтелде)
Нейштадт Марк Ильич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 6 (19) июль 1903 или 1903[2]
Тыуған урыны Невель[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) или 1985[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө географ, палеоботаник
Эшмәкәрлек төрө палеогеография[d][3] һәм палеоботаника[d][3]
Эш урыны Институт географии РАН[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Нейштадт Марк Ильич (6 (19) июль 1903, Невель, Витебск губернаһы — 12 июнь 1985 (81 йәш), Мәскәү ҡалаһы) — совет палеогеографы, палеоботанигы, һаҙлыҡ белгесе, география фәндәре докторы (1955), профессор (1959), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1971). Голоценда тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе тураһында тәғлимәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе[4].

Талмуд-тора уҡытыусыһы, Невель ҡалаһының ҡаҙна раввины Элья Беркович Нейштадт ғаиләһендә тыуған.

1919—1920 йылдарҙа Невель ҡалаһында өйәҙ аҙыҡ-түлек комитететында һәм өйәҙ һаулыҡ һаҡлау бүлегендә эш башҡарыусы булып эшләй башлай.

1925 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын ботаник һөнәре буйынса тамамлай.

1948 йылға тиклем Үҙәк торф тәжрибә станцияһында эшләй, унда торф фонды бүлеген етәкләй, Камчатканың, Көнбайыш Себерҙең һәм СССР-ҙың башҡа төбәктәренең торф ятҡылыҡтарын өйрәнеү буйынса эксплуатацион эштәр менән етәкселек итә.

1948 йылдан СССР Фәндәр академияһының география институтында эшләй, 1957—1970 йылдарҙа институттың ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. И. Нойштадттың төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары торф ятҡылыҡтарының генезисы проблемаларын, уларҙың урынлашыу географияһын, торфтың сеймал үҙенсәлектәрен, торф ресурстары картографияһын өйрәнеү менән бәйле була. Спора-һеркә анализы методикаһы, һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү һәм СССР торф һаҙлыҡтарын районлаштырыу буйынса тикшеренеүҙәр алып бара. СССР-ҙа торф һәм сапропель запастарын иҫәпләү эшен башҡара.

М. И. Нойштадт мөхәррирлеге аҫтында Үрге плейстоцендың һәм голоцендың палеогеографияһы һәм хронологияһы буйынса фундаменталь хеҙмәттәре баҫылып сыға. Голоцен тәғлимәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

М. И. Нейштадттың донъя палинологияһы үҫешенә индергән өлөшө ғилми берләшмә тарафынан юғары баһалана. Халыҡ-ара палинология йәмғиәттәре федерацияһы советы ағзаһы була. 1971 йылда М. И. Нейштадт Гуннар Эрдтман Халыҡ-ара алтын миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ Хельсинки һәм Кельн университеттарының алтын миҙалдарын ала[5]. Ғалим Дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса халыҡ-ара союзда (INQUA) күп һәм емешле эшләй. М. И. Нейштадт шәхсән үҙе INQUA-ның алты (VI-нан XI-гә тиклем) Халыҡ-ара конгрестарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша. Ул INQUA-ның голоценды өйрәнеү буйынса комиссияһының почетлы рәйесе, Дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса ассоциация бюроһының почетлы ағзаһы итеп һайлана.

Һуңғы Плейстоцен һәм Голоцен ултырмаларының бүленеше нигеҙенә М. И. Нейштадт схемаһы һалынған (1983), уға ярашлы боронғо (12-10 мең йыл элек), иртә (10-8 мең йыл элек), уртаса (8-2,5 мең йыл элек) һәм һуңғы Голоцен (2,5 мең йыл элеккенән алып бөгөнгө көнгә тиклем) айырыла.

Ойошмаларҙа ағзалығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1965—1969 — INQUA-ның вице-президенты һәм почётлы ағзаһы
  • 1971—1976 — Халыҡ-ара палинология йәмғиәттәре федерацияһы советы (IFPS) вице-президенты һәм ағзаһы.

Төп ғилми хеҙмәттәре:

  • Нейштадт М.И. Торфяники Камчатки // Мелиорация и торф. — 1932. — В. № 6. — С. 20—25.
  • Нейштадт М.И. Торфяной фонд Камчатки и его использование // Труды Всесоюзн. ин–та торфа. — 1933. — В. 3.
  • Нейштадт М.И. Торфяные болота Западной Камчатки. Торфяные болота Крайнего Севера и Азиатской части СССР // Тр. Центр. торфяной опытной станции.. — 1936. — Т. 1. — С. 31—45.
  • Нейштадт М.И. О некоторых вопросах, возникающих в связи с изучением торфяников Камчатки // Бюлл. МОИП. Отд. биол.. — 1936. — В. 2. — Т. 45. — С. 159—170.
  • Нейштадт М.И. Торфяные области СССР // За торфяную индустрию. — 1939. — В. № 12. — С. 3—6.
  • Нейштадт М.И. Спорово-пыльцевой метод в СССР. История и библиография. — М.: АН СССР, 1952. — 221 с.
  • Нейштадт М.И. Стратиграфия голоценовых отложений на территории СССР // Труды Ин-та географии АН СССР. Материалы по геоморфологии и палеогеографии СССР. Работы по спорово-пыльцевому анализу. — 1955. — Т. 63. — С. 5—56.
  • Нейштадт М.И. История лесов и палеогеография СССР в голоцене. — М.: АН СССР, 1957. — 404 с.
  • Нейштадт М.И. Некоторые черты палеогеографии Подмосковья в голоцене // Изв. ИГАН СССР. — 1957. — В. 71. — С. 88—101.
  • Нейштадт М.И. Палинология в СССР. История и библиография. — М.: АН СССР, 1960. — 271 с.
  • Нейштадт М. И. Определитель растений средней полосы Европейской части СССР: Пособие для средней школы. — Изд. четвёртое. — М.: Учпедгиз, 1954. — 495 + 8 цв. вкл. с. — (Библиотека учителя). — 25 000 экз.
  • Нейштадт М.И. Палинология как наука и её состояние в СССР // Проблемы палинологии. — М.: Наука, 1973. — С. 16—23.
  • Нейштадт М.И. Региональные закономерности истории фитоценозов СССР в голоцене по палинологическим данным // История биогеоценозов СССР в голоцене. — М.: Наука, 1977. — С. 79—91.
  • Нейштадт М.И. Характеристика болот — важнейшего современного ландшафта северной части Западно-Сибирской равнины // Научные предпосылки освоения болот Западной Сибири. — М.: Наука, 1977. — С. 48—66.
  • Нейштадт М.И. Болотообразовательные процессы в голоцене // Известия АН СССР, серия географическая. — 1985. — В. 1. — С. 39—47.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #115892660X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  3. 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Чернавская М. М. Нейштадт Марк Ильич // Палинологи России: биографо-библиографический справочник / составитель М. В. Ошуркова. — Санкт-Петербург: Издательство ВСЕГЕИ, 2013. C. 263—265.
  5. Краснопольский А. В. Нейштадт Марк Ильич // Отечественные географы (1917—1992). Библиографический справочник: В 3 т. / РАН, Рус. геогр. о-во; Редкол.: С. Б. Лавров и др.. — СПб.: [б. и.], 1993. — Т. 2 (Л-Х). — С. 127—128. — ISBN нет.
  • Краткая географическая энциклопедия / Гл. ред. А. А. Григорьев. — М.: Советская энциклопедия, 1966. — Т. 5. — 544 с.
  • Памяти Марка Ильича Нейштадта (1903—1985) // Известия АН СССР. Серия географическая.. — 1985. — В. № 4, 5. — С. 5—19; 143—144.
  • Краснопольский А. В. Нейштадт Марк Ильич // Отечественные географы (1917—1992). Библиографический справочник: В 3 т. / РАН, Рус. геогр. о-во; Редкол.: С. Б. Лавров и др.. — СПб.: [б. и.], 1993. — Т. 2 (Л-Х). — С. 127—128. — ISBN нет.