Нелли Чобану

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нелли Чобану
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Неля Чобану-Мэрджиняну

Тыуған

28 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (49 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Молдавия, Кантемир районы, Кания ауылы

Ил

Молдова Молдова

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

1993 — хәҙерге ваҡыт

Жанрҙар

этно

nellyciobanu.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Не́лли Чоба́ну (молд. Nelly Ciobanu), тулы исеме Неля Чобану-Мэрджиняну (молд. Nelea Ciobanu-Mărgineanu[1]) (28 октябрь 1974 йыл; Молдавия, Кантемир районы, Кания ауылы) — молдаван йырсыһы. Молдова Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нелли Чобану Тирасполь музыка колледжын тамамлай. 1993 йылда үҙенең ағаһы менән бергә «Master Dinamit» дуэтында тәү башлап сығыш яһай. 1994 йылда «Иртәнге йондоҙ» конкурсында профессиональ сәхнәләге беренсе сығышы 19 йәшлек ҡыҙ өсөн еңеү менән тамамлана — фестивалдең беренсе урыны. 1996 йылда Молдовала «Maluri de Prut» конкурсындағы сығышы илдең иң яҡшы йәш эстрада йырсыһы статусын нығытты. 1997 йылда «Mamaia 97» конкурсында Нелли өсөнсө премияны ала, ә уның менән бергә Румынияла үҙенең музыкаль һәм артислыҡ таланты менән танылыу яулай. 1998 йылдағы «Бер диңгеҙ дуҫтар» конкурсынан һуң, өсөнсө урын яулаусы Нелли Чобану тауышы Ялтаның бөтә Ҡара диңгеҙ яры буйында яңғырай. 1999 йылда «Voice of Asia» фестивалендә Нелли икенсе урынды яулай. Шул уҡ йылда «Vladimir Ivasiuk» фестивалендә беренсе премияны ала һәм Украина тамашасыһында абруй ҡаҙана. 2000 йылда Белоруссияла абруйлы «Славян баҙары» конкурсында Нелли шау-шыулы уңышҡа өлгәшә һәм фестивалдең беренсе премияһын ала. 2002 йылда «Апрель яҙы» (Төньяҡ Корея) фестиваленең алтын призын ала. 2003 йылда Юрмалала «New wave» фестивалендә Нелли Чобану икенсе урынды яуйлай. Был фестиваль ваҡытында Нелли Чобану иң күп һандағы маҡтау баһаламаһына лайыҡ була. Шул уҡ 2003 йылда «Клавдия Шульженко» конкурсында гран-при яулай. Нелли Чобану көнбайыш һәм Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһай, уның концерттары бер нисә йыл алға бүлеп яҙып ҡуйылған һәм Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, Кореяла үтә. Һуңғы бер нисә йылда йырсы 4 альбом сығарҙы, бишенсе альбомды сығарырға әҙерләнә. Һуңғы альбомына Евровидение 2009 өсөн әҙерләнгән «Hora din Moldova» (Вячеслав Данилюк музыкаһы, Андрей Гаджиу һәм Нелли Чобану һүҙҙәре) йыры инә. Хәҙерге ваҡытта Нелли Чобану Молдовала иң абруйлы эстрада йырсыһы булып тора. Ул — һәр йылғы VIP премияһын алты тапҡыр яулаусы. 2007 йылдан алып телевидениелә Молдовала иң популяр музыкаль программаларҙың береһе «Vedete la bis» («Звезды на Бис») тапшырыуын алып бара.

Нелли Чобану «Евровидение 2009»-ҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Нелли Чобану әсәй була (Мирелла-Кристиана ҡыҙы тыуа), һәм үҙенең «Евровидение 2009»-ҙағы сығышын яратҡан ҡыҙына арнай. 2009 йылдың май айында Нелли Мәскәүҙә «Евровидение» конкурсында Молдова исеменән сығыш яһай, финалға сыға һәм һөҙөмтәлә 14-се урын ала[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
Джета Бурлаку
Молдавия Евровидение йыр конкурсында
2009
Һуңынан килеүсе:
SunStroke Project Оля Тира

Евровидение 2009 ҡатнашыусылары