Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы
Низам Ҡәрипов | |
Исеме: |
Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Хәлил ауылы[1] |
Вафат булған көнө: |
26 октябрь 1942 (37 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Сталинград эргәһе |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы (25 июль 1905 йыл — 26 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы һәм рәйесе (1939—1941).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низам Ҡәрип улы Ҡәрипов 1905 йылдың 25 июлендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил ауылында[1] ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс белемде ул тыуған ауылында ала. Тиҙҙән уны комсомол ячейкаһы секретары итеп һайлайҙар. ВЛКСМ-дың Мәсәғүт канткомы янындағы курсты тамамлағандан һуң Низам Ҡәрипов Мәсетле волкомы аппаратына эшкә алына, ә инде 1925 йылда волком секретары итен һайлана.
1929 йылда Низам Ҡәрипов Ҡазанға рабфакка уҡырға китә. Аҙаҡ Татарстан коммунистик университетының журналистика бүлегендә уҡый. Ләкин университетсы тамамларға тура килмәй. III курсынан уҡ Башҡортостандың Ейәнсура МТС-ыпа политбүлек начальнигы итеп ебәрелә, Шул уҡ районда ул район газетаһы редакторы вазифаһын да үтәй. Унан Һуң — Маҡар районы газетаһы редакторы.
1935 йылда Низам Ҡәрипов «Башҡортостан» газетаһының партия бүлеге мөдире итеп күсерелә.
1939 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе секретары (хәҙерге идара рәйесе) итеп һайлана һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем шул вазифала эшләй. 1941 йылда фронтҡа китеп, Сталинград өсөн барған дәһшәтле алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда батальон политругы Низам Ҡәрипов батырҙарса һәләк була[2].
Низам Ҡәрипов башҡорт әҙәбиәтенә очерктар, хикәйәләр һәм драматургик әҫәрҙәре менән һиҙелерлек өлөш индерҙе. Уйың айырыуса «Сәлим ҡарт», «Алма», «һалдаттар ҡайтҡас», «Алмашсылар» кеүек пьесалары драматургия үҫешендә популярлыҡ яуланылар. Шулай уҡ балалар өсөн яҙылған « менән Ғәли», «Ҡуяндар» пьесалары. «Күгәрсендәр» һ. б. хикәйәләре лә уҡыусыларға яҡшы таныш.
Китаптары һәм матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1957. — 169 бит.
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ханнанова З. Дыуанымдың данлы улы. «Ағиҙел» журналы[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙиптең исеме уның тыуған ауылындағы бер урамға бирелгән[4].
- Низап Ҡәрип йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Дыуан районы, Иҫке Хәлил ауылы
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ «Ағиҙел» журналы
- ↑ Иҫке Хәлил ауылы «Госсправка» сайтында (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дыуан районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 25 июлдә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- 26 октябрҙә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт драматургтары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- «Ағиҙел» журналы баш мөхәррирҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйестәре