Ниғмәтулла Яҡупов
Ниғмәтулла Яҡупов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Бүләр улусы, Әлмәт ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
поход старшинаһы |
Хәрби алыш/һуғыш |
Рус-прусс-француз һуғышы, |
Ниғмәтулла Яҡупов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәтулла Яҡупов (Ниғмәтулла Яҡуп улы Юзеев) Ырымбур губернаһы Бүләр улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы) Әлмәт ауылында йәшәгән. Поход старшинаһы булып хеҙмәт итә[1].
1807 йылда Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнаша.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 5-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 5-се Башҡорт атлы полкы Бөгөлмә өйәҙе Ҡарабан ауылында 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 29 авгусында Ҡазан менән Чебоксар аша Түбәнге Новгородҡа бара. 15 октябрҙән кенәз П. М. Волконский отряды составына керә, Сураж һәм Велиж ҡалаларында урынлаша. 1 ноябрҙән генерал-майор М. М. Свечин отряды составына инә. 1812 йылдың 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Витебскиҙа һәм Борисовта була. 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. 1813 йылдың октябренән 1814 йылдың апреленә ҡәҙәр Минск губернаһында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта полктың бер өлөшө Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша һәм һуғышты Парижда тамамлай[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улы Вәлимөхәмәт (1812—?) указлы мулла була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.