Нобель фонды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нобель фонды
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 29 июнь 1900
Хөрмәтенә аталған Альфред Нобель
Нигеҙләүсе Ragnar Sohlman[d] һәм Rudolf Lilljeqvist[d]
Дәүләт Flag of Sweden.svg Швеция
Административ-территориаль берәмек Стокгольм
В память о Альфред Нобель
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы фонд[d]
Подарок от Альфред Нобель
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Стокгольм
Рәсми сайт nobelprize.org/nobel_org…
Commons-logo.svg Нобель фонды Викимилектә

Нобель фонды (швед. Nobelstiftelsen) — 1900 йылдың 29 июнендә Нобель премияларына мөдирлек итеү һәм финанстарына идара итеү өсөн ойошторолған шәхси ойошма[1]. Фонд динамитты уйлап тапҡан Альфред Нобелдең васыяты буйынса булдырыла. Нобель фонды шулай уҡ Нобель симпозиумдарын ойоштора һәм үткәрә, уларҙа ҙур фәнни, социаль, мәҙәни әһәмиәткә эйә булған асыштар һәм уйлап табыуҙар буйынса фекер алышына[2].

Альфред Нобель үҙенең васыятында уның аҡсаһы физика, химия, физиология һәм медицина, әҙәбиәт, тыныслыҡ эшмәкәрлеге буйынса йыл һайын премия итеп биреүгә тотонолһон тип әйтеп ҡалдырған[3]. Нобель мөлкәтенең 94 процентын (31 миллион швед кронаһы) биш Нобель премияһын булдырыуға һәм тәьмин итеүгә тотонорға ҡушҡан. Васыятҡа ярашлы, фонд активтары хаҡына алынған проценттарҙы ғына премияға тотонорға мөмкин[4][5].

Асылы буйынса финанс менеджеры булған Нобель фонды инвестиция компанияһы булып тора. Уның инвестиция сәйәсәте активтарҙы һаҡлау һәм ишәйтеү маҡсатын ҡуя. Альфред Нобель васыятының положениелары башҡарыусыларға средстволарҙы «хәүефһеҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙарға» һалырға ҡуша. XX быуат башында тотороҡло процент ставкалы дәүләт облигациялары хәүефһеҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙар булып тора.

Нобель фондының активтарына идара итеүҙең тәүге 50 йылына инвестициялау йүнәлештәрендә ҡәтғи сикләүҙәр һәм инвестициялауҙарҙан алынған килемгә юғары һалымдар һалыныу хас. 1914 йылға тиклем һалым ставкаһы 10 процент тәшкил итә. Әммә 1915 йылда һалым күләме ике тапҡырға арттырыла. Күп йылдар буйы Нобель фонды Стокгольмда иң эре һалым түләүсе була.

Фондты һалымдан азат итеү мәсьәләһе Швеция рикстагында йыш күтәрелә һәм тикшерелә килә. 1946 йылда, ниһайәт, Нобель фонды һалымдан азат ителә. Һөҙөмтәлә, Нобель премияларының күләме яйлап арта башлай.

1980-се йылдарҙа фонд эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләре яҡшыра бара. Был осорҙа фонд баҙары үҫешен дауам итә. Фонд аҡсалары һалынған күсемһеҙ мөлкәт хаҡы ла арта. Әммә 1985 йылда Швецияла күсемһеҙ мөлкәткә һалымдар ҡапыл арта һәм килем алыу туҡтай. 1987 йылда Нобель фонды советы күсемһеҙ мөлкәткә идара итеү өсөн Beväringen тигән атамалы айырым компания ойоштора, фонд биржаһында уның акциялары менән сауҙа алып барыла.

1991 йылға фонд Нобель премияларының хаҡын 1901 йылдағы реаль хаҡҡа тиңләштереүгә өлгәшә. Әлеге ваҡытта Нобель фонды активтарының номиналь хаҡы яҡынса 3,1 миллиард швед кронаһы тәшкил итә. 2006 йылда Нобель премияларының һәр береһенең күләме 10 миллион SEK була (яҡынса 1,45 миллион АҠШ доллары). 2000 йылдың 1 ғинуарынан Нобель фондына шулай уҡ активтарҙы капитализациялауҙан алынған килемдәрҙе лә приз фондына өҫтәргә рөхсәт ителә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, фонд активтарын һатыуҙан алынған килем премиялар фондын формалаштырыуҙа файҙаланыла ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Lemmel, Birgitta The Nobel Foundation: A Century of Growth and Change. Nobel Foundation.
  2. The Nobel Foundation. Nobel Foundation. — «The Nobel Foundation is a private institution established in 1900 based on the will of Alfred Nobel. The Foundation manages the assets made available through the will for the awarding of the Nobel Prize in Physics, Chemistry, Physiology or Medicine, Literature and Peace. It represents the Nobel Institutions externally and administers informational activities and arrangements surrounding the presentation of the Nobel Prize.»
  3. History - Historic Figures: Alfred Nobel (1833-1896). BBC. 15 ғинуар 2010 тикшерелгән.
  4. «The Will of Alfred Nobel», nobelprize.org. Retrieved 6 November 2007.
  5. AFP, «Alfred Nobel’s last will and testament», The Local(5 October 2009): accessed