Эстәлеккә күсергә

Венцеслав Новак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Новак Венцеслав битенән йүнәлтелде)
Венцеслав Новак
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Хорватия
Тыуған көнө 11 сентябрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2]
Тыуған урыны Сень[d], Лицко-Сеньская жупания[d], Хорватия
Вафат булған көнө 20 сентябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][1][3] (46 йәш)
Вафат булған урыны Загреб, Королевство Хорватия и Славония[d], Транслейтания[d], Австро-Венгрия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Мирогой
Һөнәр төрө драматург, яҙыусы
 Венцеслав Новак Викимилектә

Венцеслав Новак (хорв. Vjenceslav Novak; 11 сентябрь 1859 йыл, Сень, Австрия империяһы — 20 сентябрь 1905 йыл, Загреб, Австро-Венгрия) — хорват яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, музыка тәнҡитсеһе. «Хорват Бальзагы» ҡушаматын йөрөткән.

Атаһы чех милләтенән булһа, әсәһе Хорватияға күсеп килгән бовар ғаиләһе немецтарынан була. Башта үҙенең тыуған ҡалаһында, ә һуңынан Загребта уҡый.

1879 йылда тыуған яғына ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшенә тотона, 1884 йылға тиклем уҡытыусы булып эшләй. Тап ошо ваҡытта, 1881 йылда, уның әҙәби эшмәкәрлеге әүҙемләшә. 1884 йылда Прагала музыка буйынса белем ала, ә 1887 йылда Загреб педагогия колледжында музыканан уҡыта. 1905 йылда Загреб ҡалаһында чехотканан үлеп ҡала.

Новактың сәсмә әҫәрҙәренә социаль темалар хас, ул йыш ҡына ауыл күренештәрен һүрәтләргә ярата. «Павел Шегота» (1888) романында ауылдан килгән кешегә ҡаланың йоғонтоһо тураһында күтасуирлай. Ауыл көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре "Подгорная хикәйәләре"ндә лә һүрәтләнелә (1889).

Август Шенға эйәреп, «Нехай аҫтында» (1892) романын ижад итә, ул милли-азатлыҡ көрәше проблемаларын яҡтырта.

«Баретич Никола» (1896) романында яҙыусы буржуаз йәмғиәттең идеалдарын тәнҡитләй һәм уға ҡаршы «тәбиғи тормошто» миҫал итеп килтерә. Был романда модернизм йоғонтоһо көслө икәнлеге күренә.

«Һуңғы Стипанчичтар» (1899) романында иллиризм дәүере ваҡиғалары хәҙерге заманға күсерелә, уның темаһы — капитализмдың сәскә атыуы, ҡалаларҙың үҫеше һәм дворянлыҡтың юөлгөнлөк зәленә төшөүе. Роман сюжеты үҫешенең төҙөклөгө, психологик анализ тәрәнлеге менән айырыла.

«Ҙур ҡаланы подвалдарынан» һәм «Бысраҡҡа» повестарында Венцеслав Новак ярлы эшселәрҙең, йортһоҙҙарҙың һәм үгәйһетелгәндәрҙең тормошон һүрәтләй.

Ғүмеренең аҙаҡҡы көнләренә ҡараған йылдарҙа яҙыусы ижадында субъективизм көсәйә, был бигерәк тә «Ике донъя» (1901), «Ҡаршылыҡтар» романдарында асыҡ сағыла (1905), шулай уҡ «Тито Дорчич» романында натурализм өҫтөнлөк итә.

Бер үк ваҡытта Новак музыка менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Иң тос әҫәре — 1890 йылда донъя күргән «Гармония» китабы — орган өсөн музыкаль композициялар тупланмаһы.

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #130628778 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Vjenceslav Novak // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  • Z. Derossi, V Novak. Iz podzemlja velegradskog, «riječi Umjetnost», 1963, № 4.