Эстәлеккә күсергә

Новикова Мария Ефимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новикова Мария Ефимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Бахань[d], Журавичский район[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 21 июнь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Новикова Мария Ефимовна (ҡыҙ фамилияһы Соколова; 9 ноябрь 1935 йыл — 21 июнь 2018 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. «Ростсельмаш» заводының производство мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).

1935 йылдың 9 ноябрендә Могилев өлкәһенең Славгородский районы Бахань ауылында тыуған. Атаһы — Фин һуғышы инвалиды Ефим Федорович Соколов, әсәһе — Мария Игнатьевна Соколова, икеһе лә колхозсылар. Ул ваҡытта ғаиләлә өс бала булған.

1952 йылда Гомель өлкәһенең Чечерск ҡалаһында малсылыҡ мәктәбен тамамлай һәм зоотехник һөнәре ала.

1955 йылдан «Ростсельмаш» заводында (Дондағы Ростов ҡалаһы) эшләй. Эшенән айырылмайынса станоктарҙа эшләү өсөн ете һөнәр үҙләштерә.

1957 йылдан — бригада бригадиры һәм комсоргы. 1959 йылдан — мастер. Биш станокты хеҙмәтләндерә, ун кешенең хеҙмәтен алмаштыра.

1950-се йылдар аҙағында Новикованың бригадаһы коммунистик хеҙмәт коллективы исемен яулай.

1973 йыл пландарын үтәүҙәге һәм арттырып үтәүҙәге уңыштары өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.

1982 йылдың октябрь айында Новикова «Ростсельмаш» заводының 1-се ПТУ-һына производствоға өйрәтеү мастеры итеп күсерелә.

Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң, Дондағы Ростов ҡалаһының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары була.

КПСС ағзаһы һәм КПСС-тың XXV съезы делегаты була[1]. Ростов ҡалаһы һәм Первомайский районы хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты итеп һайлана .

Дондағы Ростовта йәшәй. 2018 йылдың 21 июнендә вафат була, Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974),
  • Ленин ордены (1974),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
  • миҙалдар,
  • Машиналар эшләүҙең иң яҡшы хеҙмәткәре,
  • «Дондың иң яҡшы остазы» ,
  • ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Йәштәрҙең остазы» билдәһе (1979),
  • Ростов өлкәһе хакимиәтенең почет грамотаһы (70 йәше менән бәйле)[2].
  1. Материалы 25 съезда КПСС. Стенографический отчет. Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 25 апрель 2016 года. 2016 йыл 25 апрель архивланған.
  2. Награды и почёт трудовым героям
  • Герои Труда Дона. Стр. 369—370.