Эстәлеккә күсергә

Нуленсе километр (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нуленсе километр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө һәм Башҡортостан Республикаhы
Карта

«Нуленсе километр» билдәһеӨфөләге символик геодезия тамғаһы. Ул Өфө һәм Рәсәй Федерацияһы, шулай уҡ донъя ҡалалары араһындағы юлдың оҙонлоғон иҫәпләүҙә башланғыс нөктә булып тора.

«Нуленсе километр» тамғаһы 2007 йылдың 14 сентябрендә сәғәт 12-лә Ленин урамындағы Почтамт эргәһендә ҡуйыла. Диск рәүешендәге бронза билдәнең диаметры 1,5 метр, ауырлығы 700 килограмм. Ул Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең ҡойоу цехында ҡойола. Тамғала Башҡортостан Республикаһының милли символикаһы, «0» һаны һүрәтләнә һәм «Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарының нуленсе километры» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Баш почтамтың фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла, унда Мәскәү, Калининград, Владивосток, Мурманск һәм Сочиға тиклемге арауыҡ күрһәтелгән. Шулай уҡ Нуленсе километр билдәһенең Башҡортостандың Рәсәйгә инеүенә 450 йыл тулыуға бағышлап ҡуйылыуы ла бәйән ителә.

Рәсми билдәне ҡуйыу тантанаһында Өфө ҡалаһы мэры Павел Качкаев, "Рәсәй почтаһы"ның Өфө филиалы директоры Альберт Дүсәлимов, Өфө почтамты начальнигы Айрат Минасов, Өфө мотороҙар эшләү предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов, Өфө почтамты коллективы исеменән «Мисс Рәсәй почтаһы» титулын яулаусы Наталья Сарычева ҡатнаша.

Тантана барышында «Нуленсе километр»ҙан Мәскәү һәм алыҫ сит илгә (Нигерияға һәм Һиндостанға) хаттар һәм посылкалар ебәрелә. Ебәрелгән хат һам посылкаларҙың почта маркаһына махсус һәм Өфө почтамты һүрәтләнгән штемпель баҫыла.