Нурлы мәктәп (Мәжит Ғафури)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нурлы мәктәп
Атамаһы Нурлы мәктәп
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1920

Нурлы мәктәп — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 5-се кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән[1]. 1920 йылда ижад ителгән был шиғыр «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!» исеме менән таныла.

Мәжит Ғафури — балаларға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған шағирҙарҙың береһе. XX быуаттың 1910-сы йылдарында шағир йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Ҡыҙ балалар тәрбиәһе тураһындағы шиғырҙары халыҡ араһында киң тарала. Ошо мәсьәлә буйынса «Ҡыҙҙарға махсус милли шиғырҙар» тигән тотош китабын баҫтыра.

« Балаларға арналған әҫәрҙәрендә тәрбиә менән ғилемдең әһәмиәтен шағир тере миҫалдарҙа иҫбатларға, былай итһәң — яҡшы, ә тегеләй — насар була кеүек өгөттәр аша уҡыусыларға аңлатырға ынтылды [2] »

.

«Гөлнаһар» исемле шиғырында мәктәптә уҡыған инсафлы ҡыҙҙар менән уҡымаған наҙан ҡыҙҙарҙы, уңған Хәҙисә менән һағыҙ сәйнәп йөрөүсе Зәйнәпте ҡаршы ҡуйҙы. Гөлнаһар образы ла мәғрифәтсе әҙәбиәттәге үрнәк образдарҙың дауамы булды.

Октябрь революцияһынан һуң ул балалар өсөн күп кенә әҫәрҙәр ижад итә. 1920 йылда Г. Алпар һәм Г. Хоҙаяр менән берлектә ул дәреслеккә оҡшаған «Азат мәктәп» тигән йыйынтыҡ йәғни уҡыу китабы төҙөй. Һәм был китапта шағирҙың «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!», «Балалар һәм китап», «Ҡоштарға» тигән шиғырҙары урынлаштырыла[3][4].

«Нурлы мәктәп» шиғыры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижадының тәүге аҙымдарынан уҡ Мәжит Ғафури мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған шиғырҙар яҙҙы. «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!» тип аталған шиғыры 1920 йылда ижад ителә.

Уҡыйыҡ, шәкерттәр!



Был нурлы мәктәп — уҡыйыҡ күмәкләп,
Булайыҡ беҙ шәп — уҡыйыҡ, шәкерттәр!
Беҙ йәш булһаҡ та, уҡыйыҡ йәш саҡта
Ҡалмайыҡ беҙ артта, уҡыйыҡ, шәкерттәр!
Ғүмерҙәр ҡыҫҡа, ятмайыҡ беҙ бушҡа,


Көҙ ҙә һәм ҡыш та уҡыйыҡ, шәкерттәр!
Йөрөмәйек беҙ уйнап, урамдар буйлап,
Киләсәкте уйлап, уҡыйыҡ, шәкерттәр!
Уҡымағандар наҙандар улар,
Бушҡа ҡалғандар, уҡыйыҡ, шәкерттәр![5][6]

Әлеге ваҡытта «Нурлы мәктәп» тип эшкәртелгән был шиғыр уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се синыфы өсөн тәғәйенләнгән Башҡорт әҙәбиәте дәреслеге программаһында тәҡдим ителгән.

Нурлы мәктәп



Был нурлы мәктәп — уҡыйыҡ күмәкләп,
Булайыҡ беҙ шәп — уҡыйыҡ, дуҫтар!
Был көн наҙанлыҡ — бик ҙур яманлыҡ
Тик беҙ уяндыҡ — уҡыйыҡ, дуҫтар!
Ғәзиз милләткә — ихлас хеҙмәткә,
Тауҙай һиммәткә — уҡыйыҡ, дуҫтар!


Уҡыйыҡ, туғандар — уҡыр замандар!
Янһын наҙандар — уҡыйыҡ, дуҫтар!
Бөтһөн наҙанлыҡ, бер булһын халыҡ!
Бергә ҡуҙғалып, уҡыйыҡ, дуҫтар!
Беҙ йәш булһаҡ та, уҡыйыҡ йәш саҡта
Ҡалмайыҡ беҙ артта, уҡыйыҡ, дуҫтар!
Барсабыҙ бергә кәрәк берегергә!
Ғилем бар ергә — уҡыйыҡ, дуҫтар!


Ғүмерҙәр ҡыҫҡа, ятмайыҡ беҙ бушҡа,
Көҙ ҙә һәм ҡыш та уҡыйыҡ, дуҫтар!
Йөрөмәйек беҙ уйнап, урамдар буйлап,
Киләсәкте уйлап, уҡыйыҡ, дуҫтар!
Тиҙерәк алға кәрәк атларға!
Ҡарап яттарға, уҡыйыҡ, дуҫтар!
[7]

Төп фекере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафуриҙың «Нурлы мәктәп» шиғыры уҡыуҙың, белем алыуҙың баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәтен асып бирә[8].

Тасуирлау алымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Нурлы мәктәп» шиғыры үҙенең художество-композиция төҙөлөшө менән өндәмә стилендә яҙылған. Тиҫтәгә яҡын тапҡыр «Уҡыйыҡ, дуҫтар!» тигән ҡабатлауҙары грамотаһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш осороноң лексикаһына яҡын, саҡырыу-плакат кеүек ҡабул ителә.

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури шиғырҙары әлеге ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмай, уларҙың тәьҫир көсө юғары кимәлдә һаҡлана. 2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[9].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (77-78 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  • История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) 107 с. — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
  • Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класс өсөн дәреслек, М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.-296 бит.
  • Ҡаһарманова С. М. 5 кл. М. Ғафури «Нурлы мәктәп». (Дәрескә ҡулланма видеопрезентацияны ошо яҙыу ярҙамында эҙләргә була)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева. Башҡорт әҙәбиәте. 5-се кл.
  2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420-421 б. ISBN 5-295-00595-X
  3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X
  4. История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) 107 с. — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
  5. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (77-78 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
  6. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X
  7. Башҡорт әҙәбиәте. уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класс өсөн дәреслек, М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.
  8. Ҡаһарманова С. М. 5 кл. М. Ғафури «Нурлы мәктәп». (Дәрескә ҡулланма видеопрезентацияны ошо яҙыу ярҙамында эҙләргә була)
  9. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури