Хәмитов Нәжип Вилен улы
Хәмитов Нәжип Вилен улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Уҡыу йорто | Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Хәмитов Нәжип Вилен улы (17 ғинуар 1963 йыл) — СССР һәм Украинаның ғалим-философы, яҙыусы һәм психоаналитик. Украина Милли Фәндәр академияһының Григорий Сковорода исемендәге Философия институты философик антропология бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Генерал-майор Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улының ейәне.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев университетының философия факультетын тамамлай.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше философияһы, мәҙәни антропология, зат философияһы һәм психологияһы, психоанализдың донъяны өйрәнеү һәм методология мәсьәләләре проблемалары буйынса китаптар яҙа. Философик антропологияла М. Шелер, П. Тейяр де Шарден, З. Фрейд, Н. Бердяев идеялары үҫтерелгән, кеше йәшәйешенең, аңының һәм донъяны танып белеүенең ғәҙәти, самалы һәм саманан ашҡан сиктәре, шулай уҡ кешенең һәм кешелектең үҫеше тикшерелгән метаантропология тигән исем алған яңы йүнәлеш авторы. Уның нигеҙендә психоанализдың теоретик һәм практик яңы моделе эшләнә.
Шулай уҡ философик эссе, роман һәм афоризмдар жанрында эшләй. Фәлсәфәүи сәнғәт ассоциацияһын ойоштороусы һәм президенты. Хәҙерге шәхес һәм йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелгән, кешелеклелек, яңғыҙлыҡ, мөхәббәт, азатлыҡ, дәрәжә һәм яуаплылыҡ проблемалары аңлатылған аҙналыҡ публицистик «Фәлсәфәле диалогтар», Радио-Эра FM (2002) программаһы, фәлсәфәүи «Фекер азатлығы», «Йәшәү сәнғәте», «Төнгө уйланыуҙар», телевизион программалары авторы һәм алып барыусыһы.
М. Драгоманов исемендәге Милли педагогия университетының философик антропология кафедраһында, «Философик антропология һәм психоанализ», «Философик публицистика, философик сәнғәт һәм арт-терапия» магистр программалары инициаторы һәм етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта фэнтэзи жанрында романдар ижад итә. Уларҙың ҡайһы бере Светлана Крылова менән берлектә яҙылған[1].
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2010 — «Хватит играть» — Виктор
- 2010 — «МАГИЧЕСКАЯ КНИГА» — Бледный волшебник
- 2011 — «МАСКА» — Психоаналитик Ян Виленович
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хамитов Н. Философия одиночества. — К.: Наукова думка, 1995.
- Хамитов Н. Освобождение от обыденности: искусство как разрешение противоречий жизни. — К.: Наукова думка, 1995.
- Хамитов Н. Философия и психология пола. — К.: Ника-центр, М.: Институт общегуманитарных исследований, 2000.
- Хамітов Н. Самотність у людському бутті. — К.: Гранослов, 2000.
- Хамитов Н. Философия человека: от метафизики к метаантропологии. — К., Ника-центр, М.: Институт общегуманитарных исследований, 2002.
- Хамитов Н. Тайна мужского и женского: исцеляющие афоризмы. — К.: Лыбидь, 2002.
- Хамитов Н. В. Афоризмы свободы. — М.: АСТ, Харьков: Торсинг, 2008.
- Хамитов Н. В. Одиночество женское и мужское. Опыт вживания в проблему. Издание 2-е, исправленное и дополненное. — М.: АСТ, Харьков: Торсинг, 2004.
- Хамитов Н. Освобождение от одиночества. — М.: АСТ, Харьков: Торсинг, 2005.
- Хамитов Н. Философия: Бытие. Человек. Мир. Курс лекций. — К.: КНТ, 2006.
- Хамитов Н. Этика: путь к красоте отношений. Курс лекций. — К.: КНТ, 2009, в соавторстве с С. Крыловой.
- Хамітов Н. Історія філософії: проблема людини. — К.: КНТ, 2006, в соавторстве с Л. Гармаш и С. Криловой.
- Хамитов Н. Философский словарь. Человек и мир. — К.: КНТ, 2006, в соавторстве с С. Крыловой.
- Хамитов Н. Этика и эстетика: словарь ключевых терминов. — К.: КНТ, 2009, в соавторстве с С. Крыловой и С. Миневой.
- Хамитов Н. В. Тайна хоббита. — Донецк: Сталкер, М.: АСТ, 2002, в соавторстве с С. Крыловой, псевдонимы «Нэз и Лана Светлые».
- Хамитов Н. В. Маска. — К.: София, 2006, псевдоним «Ян Нэз».
- Хамитов Н. В. Властелин старости. — К.: София, 2006, псевдоним «Ян Нэз».
- Хамитов Н. В. Магическая Книга. — К.: Махаон-Украина, 2008, в соавторстве с С. Крыловой, псевдонимы «Нэз и Лана Светлые».
- Хамитов Н. В. Философская антропология. Словарь. — 4-е издание, исправленное и дополненное, К.: КНТ, 2017, в соавторстве с С. Крыловой, Т. Розовой, С. Миневой, Т. Лютым и др.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хамітов Н. В. // Філософський енциклопедичний словник. — К.: Інститут філософії Національної Академії наук України, Абрис, 2002.
- Костылева Н. Второе рождение Фрейда или феномен Хамитова. — Стена, № 3, 22 апреля, 2008.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хамитов, Назип Виленович . — Биография на сайте В.И.Овчаренко "Российские психоаналитики". Архивировано 11 апрель 2012 года. 2013 йыл 7 декабрь архивланған.
- Ассоциация философского искусства . — Ассоциация философского искусства. Архивировано 11 апрель 2012 года.