Нәсихәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Нәсихәттәр — башҡорт халыҡ педагогикаһында (этнопедагогика) кешенең эске һәм тышҡы донъяға мөнәсәбәте формалашыуына, әхлаҡ нормаларын аңлатыуға йүнәлтелгән өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр; тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ[1]; Тәртип-ҡылыҡҡа өйрәтеп һөйләгән һүҙ; өгөт[2].

Мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп теленән килеп кергән һүҙ. Сығанаҡтары алғышҡа барып тоташа. Нәсихәтте өлкән быуын вәкиле (ғәҙәттә, йәмғиәттә абруйлы кеше, йолаларҙы белеүсе һәм һаҡлаусы) тапшыра, адресаты бер кеше, шул уҡ кешеләр төркөмө лә (коллектив) булырға мөмкин. Нәсихәт кеше тормошоноң һәм эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә ала: хужалыҡ‑көнкүреш («Һәр эште яратып эшлә, яратмаһаң, тотонма, эш рухын асыуландырма»), ғаилә («Бойороҡ менән килдең йортҡа, буйһоноп йөрө, килен»), белем биреү («Белемле — иң көслө, арымай-талмай белем тупла») һ.б.; тормоштоң мөһим ваҡиғаларына (хәрби хеҙмәткә китеү, исем ҡушыу, кейәүгә сығыу һәм өйләнеү һ.б.) йәки берәй ситуацияға бәйле әйтелә. Ҡайһы бер кәсихәт афоризм, әйтем булып китә, икенселәре онотола, ҡулланылыштан төшөп ҡала. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәте киң билдәле.

Формалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дидактик характерҙағы күп кенә ҡобайырҙар, мөнәжәттәр һ.б. Н. киңәйтелгән формаһынан ғибәрәт. Башҡорт әҙәбиәтендә шиғыр‑нәсихәт аноним поэзияла, Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, С.С. Яҡшығолов һ.б. ижадтарында осрай. Нәсихәт // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995;
  • Фәхретдинов Р. Нәсихәттәр. Өфө, 2006.
  • Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  • Арабские и персидские слова в башкирском языке (А.Г.Биишев, 2009)