Олимпик (милли парк)
«Олимпик» милли паркы | |
---|---|
ингл. Olympic National Park | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 373 380 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 29 июнь 1938 йыл |
Килеүселәр һаны | 3 263 761 (2015 год) |
Урынлашыуы | |
47°40′52″ с. ш. 123°30′49″ з. д.HGЯO | |
Штат | Вашингтон |
Яҡындағы ҡала | Порт-Анджелес |
nps.gov/olym | |
Олимпик Викимилектә |
«Олимпик» милли паркы[1] (ингл. Olympic National Park) — АҠШ-та Вашингтон штатының төньяҡ-көнбайышында, Олимпик ярымутрауында урынлашҡан тәбиғәтте һаҡлау зонаһы. 1938 йылда нигеҙ һалына. Милли парк биологик төрҙәренең төрлөлөгө менән дан тота. Ярымутрауҙың материк киңлектәренән оҙайлы изоляцияланыуы арҡаһында бында үҙенсәлекле флора һәм фауна барлыҡҡа килә. Әлегә тиклем бында 15 эндемик хайуан төрө һәм үҫемлектәр батшалығынан 8 эндемик осрай.
Парктың тағы бер үҙенсәлеге — сағыштырмаса ҙур булмаған территорияла (3735 км2) үҫемлек берләшмәләренең төрлөлөгө. Парк территорияһында күлдәр, тәбиғи хәлендәге урмандар, альп бүлкәте болондары, 60-тан ашыу боҙлоҡ, ҡырағай хайуандар йәшәгән урындар, Тымыҡ океан яр буйы участкаһы (яр буйы өлөшөндә пляждар һәм өс индеец резервацияһы урынлашҡан), ә үҙәк өлөшөндә Олимпик тауҙары урынлашҡан. Был тау һырты, урыны менән 2400 метр бейеклеккә етеп, паркты көнбайыш һәм көнсығыш өлөшөнә бүлә, һәм көнбайышта һәм көнсығышта климат шарттарының айырмалылығын билдәләүсе фактор булып тора. Парктың көнбайыш өлөшөндә ямғыр урманы үҫә һәм илдә иң күп яуым-төшөм була, ә көнсығыш өлөшөндә сағыштырмаса ҡоро климат өҫтөнлөк итә (АҠШ-тың Көнбайыш яр буйында көньяҡ Калифорния климаты менән генә сағыштырыла).
1976 йылда парк халыҡ-ара биосфера ҡурсаулығы итеп үҙгәртелә, ә 1981 йылда ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Атлас мира / сост. и подгот. к печати ПКО «Картография» в 1982 г. ; отв. ред.: С. И. Сергеева, В. М. Антонов. — Испр. в 1991 г. — М. : Госгеодезия СССР, 1991. — С. 162,158.