Оло Өйҙөрәк
Оло Өйҙөрәк | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 53 км |
Бассейн | 902 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Быҙаулыҡ янында |
Тамағы | Дим |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°32′18″ с. ш. 54°53′23″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Дим → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010201312111100024885 |
Оло Өйҙөрәк (рус. Большой Удряк) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Дим йылғаһының һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 53 км.
Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылынан төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк йылғаһы тамағынан — Дәүләкән районы буйлап көнсығышҡа табан аға.
Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 куб/с. Бассейн рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Бассейнының 8 процентын урман ҡаплаған, 50 проценттан ашыуы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Ҡурай йылғаһы, Урта Өйҙөрәк йылғаһы, Кесе Өйҙөрәк йылғаһы (бөтәһе лә уң ҡушылдыҡтары).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Дим йылғаһы башынан Бочкарёвка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201312111100024885
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102488
- Бассейн коды — 10.01.02.013
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Өйҙөрәк .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ