Эстәлеккә күсергә

Оранж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәнәүәт
ингл. Orange, африк. Oranjerivier
Характеристика
Оҙонлоғо 2200 км
Бассейн 973 000 км²
Һыу сығымы 800 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Лесото һәм КАР сигендә
 · Координаталар 28°53′47″ ю. ш. 29°01′04″ в. д.HGЯO
Тамағы Атлантик океан
 · Урынлашыуы Александер-Бей
 · Координаталар 28°37′51″ ю. ш. 16°27′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Лесото Лесото, Көньяҡ Африка Республикаһы КАР, Намибия Намибия
Оранж (Намибия)
Точка
тамағы
Хәнәүәт Викимилектә

Оранж[1] (рус. Оранжевая река; ингл. Orange River; африк. Oranjerivier, Ораньерифир[2]) — Көньяҡ Африкалағы йылға. Лесотола Аждаһа тауҙарында башлана. Артабан башлыса Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһы буйлап аға, түбәнге ағымында Намибия менән тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә һәм Атлантик океанға ҡоя.

Йылға бассейны

Оҙонлоғо 2200 км (был күрһәткес буйынса ҡитғала етенсе урында), бассейн майҙаны 973 мең км². Иң ҙур ҡушылдығы — Вааль йылғаһы[3].

Йылғалағы билдәле Ауграбис шарлауығының (Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһында) бейеклеге 146 метр.

Оранж буйында Аливал-Норт, Приска, Апингтон ҡалалары, ә тамағының көньяҡ ярында Александр-Бей ҡала-порты урынлашҡан.

Йылға Голландия экспедицияһында ҡатнашҡан шотланд Р. Дж. Гордон тарафынан Голландия хакимы — принц Вильгельм V Оранский һәм Оранж династияһы хөрмәтенә аталған.

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 267.
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий Южно-Африканской Республики (с языка африкаанс). — М., 1968. — С. 22.
  3. Вааль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Түбәнән йылға панорамаһы