Орхан Вәли Ҡаныҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Орхан Вәли Ҡаныҡ
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Flag of the Ottoman Empire.svg Ғосман империяһы
Псевдоним Mehmet Ali Sel
Тыуған көнө 13 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][4][5]
Тыуған урыны Ғосман империяһы, Истанбул, Константинополь[d][2]
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3][6][…] (36 йәш)
Вафат булған урыны Төркиә, Истанбул[2]
Үлем сәбәбе аневризмы сосудов головного мозга[d]
Ерләнгән урыны Ашиян[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Галатасарайский лицей[d]
Истанбул университеты[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Ҡултамға
Commons-logo.svg Орхан Вәли Ҡаныҡ Викимилектә

Орхан Вәли Ҡаныҡ (13.04.1914-1950) — күренекле төрөк шағиры.Мәлих Андай, Октай Рифат менән Орхан Вәли Ҡаныҡ 20 быуатта Төркиә шәғриәтенә иң көслө йоғонто яһаусылар иҫәбенә инә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Орхан Вәли 1950 йылдың 13 апрелендә Меһмед Вәли менән Фатима Нигәр ханым ғаиләһендә Истанбул провинцияһы Бейкоз ҡалаһында тыуған, уларҙың тағы Айше, Аднан, Фирузан исемле балалары була. Улы Орхан тыуғанда Меһмед Вәли хәрби оркестрҙа кларнетист булып хеҙмәт итә, һуңыраҡ оркестрҙың дирижеры, Анкара радиоһы директоры, һуңыраҡ Истанбул консерваторияһының ғилми советында, бер үк ваҡытта Истанбул радиоһында эшләй.

Анкарала лицей тамамлағандан һуң, 1932—1935 йылдарҙа Орхан Вәли университетының философия факультетында уҡый, тик уҡыуын ташлай. Төркиә Телеграф һәм почта мили хеҙмәтендә эшләй. Бында ул үҙенең элекке дуҫтарын Мәлих Андай менән Рифат Октайҙы осрата. Улар «Өс таған» исемле шиғри төркөм булып, бер стилдәге шиғырҙар яҙа башлай. Орхан Вәлиҙең тәүге шиғырҙары 1936 йылда «Верлик» исемле журналда баҫылып сыға. Орхан Вәлиҙең шиғырҙары Мәһмәт Али Сел исеме аҫтында донья күрә башлай.1936- 1942 йылдарҙа уның шиғырҙары «Инсан», «Сес»,"Күллүк", «Инҡилапчи Джерчлик», «Варлик» журналдарында баҫтырыла. Ул лирик шағир булараҡ таныла.

Ләкин 1937 йылдан ул дуҫтары кеүек яңы стилдә шиғырҙар яҙа башлай. 1942—1945 йылдарҙа ул хәрби хеҙмәттә була, унан лейтенант дәрәжәһендә ҡайта. Бер аҙ ваҡыт Төркиә мәғариф министрлығының тәржемә бүлегендә эшләй, француз теленән тәржемәләр менән шөғөлләнә. Был осорҙа ул «Ғарип» тигән шиғырҙар йыйынтығының икенсе китабын сығара. Гәзиттәр өсөн мәҡәләләр яҙа башлай.Мәғариф министрлығында етәкселек алмашыныу менән тәржемә бүлеге лә ябыла.

1948 йылдың аҙағында дуҫтары менән бергә «Япраҡ» тигән журнал сығара башлай, уның баш редакторы, нәшер итеүсеһе була. Журналда Октай Рифат менән Мәлих Жәүдәт Андайҙың социаль йүнәлештәге шиғырҙары баҫылып сыға. Өс шағир: Орхан Вәли, Октай Рифат һәм Мәлих Жәүдәт Андай революционер- яҙыусы Назим Хикмәтте төрмәнән азат итеүҙе талап итеп, өс көнлөк ас тороу ойоштора. Бер аҙҙан башҡа тотҡондар менән Назим Хикмәт тә амнистия буйынса төрмәнән сыға һәм Төркиәнән Советтар Союзына китә.

1949 йылда журналда Хужа Насретдин тураһында әкиәттәрҙе шиғри юлдар менән бирә. Уның һуңғы «Карси» исемле йыйынтығы сыға, шулай уҡ Шекспирҙың ҡайһы бер әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә итә.

«Япраҡ» журналы ябылғандан һуң Орхан Вәли Истанбулға ҡайта. Анкараға барған сағында урамда эшселәр асыҡ ҡалдырған соҡорға йығылып төшә. Бер аҙҙан уның хәле насарая башлай. Орхан Вәлиҙе алкоголизмдан дауалай башлайҙар, ә ысынында ул баш мейеһе аневризмаһынан вафат була.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Garip (Together with Oktay Rifat and Melih Cevdet, 1941)
  • Garip (1945)
  • Vazgeçemediğim (1945)
  • Destan Gibi (1946)
  • Yenisi (1947)
  • Karşı (1949)
  • Collected Poems (1951, 1975)

Tәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Güneş/Sol, Leonardo da Fonseca (trad.), (n.t.) Revista Literária em Tradução, nº 2 (mar/2011), Fpolis/Brasil, ISSN 2177-5141

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

article in the Turkish Wikipedia

Ситке һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Bibliowiki

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118776657 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 filmportal.de — 2005.
  5. Энциклопедия Брокгауз
  6. Encyclopædia Britannica