Отару
Отару[4]|小樽市|Отару-си}} — порт ҡалаһы, Сирибэси округында Хоккайдо япон утрауының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала Исикари ҡултығы ярында урынлашҡан һәм оҙаҡ ваҡыт ҡултыҡтың иң ҙур порты булып һаналған. Отару —Саппоро биҫтәһенең иң ҙур туристик үҙәге.
города майҙаны 243,30 км²,[5] халҡы — 126 019 кеше (30 июнь 2014)[6], халыҡ тығыҙлығы — 517,96 кеше/км².
Ҡаланың майҙаны 243 км²[7], халҡы 126 019 кеше ( 2014 йылдың 30 июненә ҡарата)[8], халыҡ тығыҙлығы — 51796 кеше/км²
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Отару — Сирибэси округының төньяҡ өлөшөндә Япон диңгеҙенең яры буйындағы порт ҡалаһы. Ҡаланың көньяҡ өлөшө тауҙың текә битләүҙәрендә урынлашҡан, шуға күрә ҡаланың бейеклеге битләүҙәрҙән алып ярға тиклем ҡырҡа кәмей. Яр буйҙары һәм тауҙар араһындағы территория тулыһынса торлаҡтар менән төҙөлгән, тау битләүҙәрендәге ҡаланың төҙөлгән өлөшөн сака-но мати йәки «ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тип атайҙар.
Яҡындағы ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йоити: Йоити, Акаигава
- Исикари: Саппоро (Тэйнэ, Мина), Исикари
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса уртаса температура +19°C һәм юғары дымлылыҡ менән йәй йылы. Ҡыш ҡарлы, ноябрҙән алып мартҡа тиклем булған ҡар ҡатламының бейеклеге 1,22 м тәшкил итә.
2000 йылдың 1 авгусында абсолют температура +34,9 °C алып -18 °C тиклем (1954 йылдың 24 ғинуары) . Айлыҡ яуым-төшөм һаны 379,8 мм алып 1962 йылдың авгусынан 2007 йылдың июнендә 12,0 мм тиклем тирбәлә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −1 | −0,5 | 3,4 | 10,5 | 16,5 | 19,9 | 23,7 | 25,5 | 21,6 | 15,3 | 7,9 | 1,8 | 12,1 |
Уртаса температура, °C | −3,7 | −3,4 | 0,2 | 6,2 | 11,5 | 15,5 | 19,6 | 21,5 | 17,3 | 11,1 | 4,4 | −1 | 8,3 |
Уртаса минимум, °C | −6,6 | −6,4 | −2,9 | 2,3 | 7,2 | 11,8 | 16,3 | 18,1 | 13,5 | 7,1 | 1,1 | −3,8 | 4,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 131,6 | 101,2 | 80,7 | 61,2 | 58,1 | 58,5 | 75,1 | 125,4 | 133,3 | 140,9 | 131,7 | 128 | 1225,7 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалаға айналар нигеҙ һала «Отару» исеме айн сығышлы һәм «ҡомло йылға» тип тәржемә ителә. Яҡындағы Тэмия мәмерйәһендә айн тарихының иртә дәүерендәге беҙҙең эраның 400 йыл самаһындағы семәрле һындары бар. Отару ауылына 1865 йылда нигеҙ һалына, ә 1880 йылда Хоккайдоның тәүге тимер юлы линияһында Саппоро менән тоташа.
Ҡала Хоккайдоның эшлекле һәм финанс үҙәге, шулай уҡ Көньяҡ Сахалин менән сауҙа порты булараҡ үҫешә. 1922 йылдың 1 авгусында ҡала статусын ала. 1924 йылдың 26 декабрендә Тэмия станцияһында 600 берәмек динамит менән йөк составы шартлай, складтар, порт ҡоролмалары һәм яҡын тирәләге райондар зыян күрә. Урындағы властар белдереүенсә, 94 кеше һәләк була, 200-ләбе яралана. 1950 йылдарҙан күмер сәнәғәте бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә иҡтисади үҙәк статусы Отарунан Саппороға күсә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Викториан стилендә урам лампалары менән биҙәлгән канал Отаруның төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Ҡала күп туристарҙы Япониянан да, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән дә йәлеп итә.
Ҡаланың көнбайыш өлөшөндә билдәле иҫтәлекле урындарының береһе — Нисин Готеэн (Сельди йорто). Был ҙур ағас бина 1897 йылда төҙөлә, ул урындағы балыҡ сәнәғәте магнатының өйө булған. башта бина күрше Томари ауылында төҙөлгән булған һәм унан 1958 йылда Отаруға күсерелә. Килеүселәр беренсе ҡаттағы 120 -ләп эшселәр йәшәгән алама бүлмәләр менән магнат йәшәгән ҡупшы бүлмәләр араһындағы айырымлыҡтарҙы асыҡ күрә алалар.
Отару үҙенең һыраһы менән билдәле. Ҡалала урта быуат интерьерлы ресторан популяр булып тора. Отару шулай уҡ типик япон ризығы — суши менән билдәле. Ҡалала ҙур сауҙа рәттәре, баҙар бар. Отару шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте, мәҫәлән, стакандары һәм музыкаль шкатулкалары менән дан тота.
Саңғы курорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Отару — мөһим тау саңғыһы курорты. Убалы ҡаланың бер өлөшө ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн, бөтәһенән элек, саңғы спорты өсөн иң яҡшы урын булған Тэнгуяма тауының тәпәш битләүҙәрендә урынлашҡан.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- JR Hokkaido — Отару станцияһы
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Находка, Рәсәй (1966)
- Данидин, Яңы Зеландия (1980)
- Холмск, Рәсәй (1991)
- Кансогу, Корея Республикаһы (2010)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 住民基本台帳人口・世帯数 | 総合政策部計画局統計課 (яп.)
- ↑ https://www.gsi.go.jp/KOKUJYOHO/MENCHO/backnumber/GSI-menseki20210101.pdf — Институт географии Японии. — Б. 7.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 https://www.city.otaru.lg.jp/docs/2020120700879/#hana
- ↑ 1
- ↑ Майҙан Geospatial Information Authority of Japan (яп.) сайтында 1 апрель 2009 йылында булған мәғлүмәттәр буйынса күрһәтелә. 1 апрель 2010 йылда индерелгән үҙгәрештәр иҫәпкә алына.
- ↑ 住民基本台帳人口・世帯数 (билдәһеҙ). Администрация губернаторства Хоккайдо (1 август 2014). — Население губернаторства Хоккайдо. Дата обращения: 31 август 2014.
- ↑ 2
- ↑ 3
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Отару
- Официальный сайт (яп.)