Оҙонлоҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Оҙонлоҡ
Үлсәнеш

L

Үлсәү берәмеге
СИ

м

СГС

см

Оҙонлоҡ

Оҙонлоҡфизик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы. Тар мәғәнәлә оҙонлоҡ төшөнсәһе аҫтында, вертикаль йүнәлештә үлсәнгән бейеклектән, шулай уҡ объекттың арҡырыһына (оҙонлоҡҡа тура мөйөш яһап) үлсәнгән киңлектән йәки ҡалынлыҡтан айырмалы, предметтың буй йүнәлештәге һыҙыҡлы үлсәмен аңлайҙар (ғәҙәттә был иң ҙур үлсәменең йүнәлеше), йәғни горизонталь үлсәнгән ике иң алыҫ нөктәһе араһындағы алыҫлыҡ.

Физикала «оҙонлоҡ» термины ғәҙәттә «алыҫлыҡтың» синонимы һәм йәки ингл. length (оҙонлоҡ) тип тамғалана.

Оҙонлоҡ үлсәменең символы — dim l = L. Башҡа арауыҡ дәүмәлдәре араһында оҙонлоҡ — бер үлсәмле дәүмәл, ә майҙан — ике үлсәмле, күләм — өс үлсәмле. Күпселек үлсәү системаһында оҙонлоҡ берәмегетөп үлсәү берәмектәренең береһе, уның аша башҡа (сығарылма) берәмектәр билдәләнә. (СИ) халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ берәмеге итеп метр алынған.

Оҙонлоҡ үлсәү берәмеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Объкттарҙың
сағыштырмаса ҙурлығы, м.
-20 —
-18 —
-16 —
-14 —
-12 —
-10 —
-8 —
-6 —
-4 —
-2 —
0 —
2 —
4 —
6 —
8 —
10 —
12 —
14 —
16 —
18 —
20 —
22 —
24 —
26 —
28 —
30 —
Ай диаметры — 3,48·106
альфа Центавра йондоҙона
тиклем алыҫлыҡ— 4·1016
Андромеда томанлығы
тиклем алҫлыҡ — 1022
Йыһан сигенә тиклем
алыҫлыҡ — 1026

Метрик система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Метрик система үҙенең ябайлығы арҡаһында бөтә уйлап сығарылған системаларҙың иң уңайлыһы тип иҫәпләнә. Метрик системаның нигеҙендә метр үлсәү берәмеге ята. Ҡалған бөтә үлсәү берәмектәре метрҙан ундың тапҡыр дәрәжәләре булып торалар (мәҫәлән, километр — ул 10³ метр һәм башҡалар), был иҫәпләүҙәрҙе еңеләйтергә ярҙам итә. 1960 йылға тиклем метрҙың махсус эталоны була, хәҙерге ваҡытта ул Севр ҡалаһында (Париж ҡалаһы эргәһе, Франция) урынлашҡан Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡ бюроһында һаҡлана. Бөгөнгө көндә, билдәләмә буйынса, метр яҡтылыҡ вакуумда 1/299 792 458 секундта үткән алыҫлыҡҡа тигеҙ.

Британия/Америка системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоҡтоң тәүге инглиз үлсәү берәмектәре булып миль, ярд, фут һәм дюйм тора. Миль Англияға Боронғо Римдән килеп инә, Римдә ул ҡораллы Рим яугиренең мең икеләтелгән аҙымы тип билдәләнгән.

  • лье
  • Фурлонг
  • Чейн
  • Род
  • Линк
  • Ус аяһы
  • Һыҙыҡ

Боронғо урыҫ системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Рәсәйҙә оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм башҡалар үлсәме булып кеше торған. Оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре ошоға күрһәтә: терһәк (ҡулдың һуҙылған урта бармаҡ осонан йәки ҡыҫылған йоҙроҡтан терһәк бөгөмөнә тиклемге алыҫлыҡ), ҡарыш (баш бармаҡ менән урта бармаҡты яҙып тотҡандағы ара), сажин (бер ҡулдың бармаҡ остарынан икенсе ҡулдың бармаҡ остарына тиклемге алыҫлыҡ) һәм башҡалар[1].

Айырып әйткәндә, аршын кеше аҙымы оҙонлоғо менән бәйле. Әммә, халыҡ-ара сауҙа үҫеше менән бәйле, үлсәүҙәр системаһын Британия системаһы менән унификациялау кәрәклеге Пётр I заманында «ҡаҙна аршыны» тип аталған үлсәм индереүҙе талап итә. Ул дәүләт келәймәле металл осло үлсәү линейкаһы була. Ҡаҙна аршыны 28 инглиз дюймына тигеҙ була һәм 16 ҡарышҡа бүленә.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо грек системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолман системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Типографик система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоҡ үлсәүҙең диңгеҙ системаһы Ер планетаһының үлсәменә бәйләнгән. Төп үлсәү берәмеге сифатында Ер эллипсоиды меридианының бер минут (градустың 1/60 өлөшө) дуғаһы оҙонлоғона тигеҙ булған диңгеҙ миле ҡабул ителгән. Диңгеҙ миле оҙонлоғо киңлеккә бәйле үҙгәреүсән дәүмәл булып тора. Уның һан ҡиммәте экваторҙа 1843 метрҙан алып полюстарҙа 1861,6 метрға тиклем тәшкил итә.

Британия системаһындағы диңгеҙ миленән (1853,184 м) айырмалы рәүештә, халыҡ-ара диңгеҙ миле 1852 м тәшкил итә. Бәләкәйерәк алыҫлыҡтарҙы үлсәү өсөн кабельтов — 1/10 диңгеҙ миле, йәки 185,2 м (түңәрәкләп — 185 м) ҡулланалар[4]

Астрономияла ҡулланылған берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоҡ, алыҫлыҡ үлсәү саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үлсәү инструменттары һәм үлсәмдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үлсәү приборҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа саралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Навигацияла ҙур алыҫлыҡтар радионавигацион системалар йәки спутник системалары ярҙамында асыҡлана
  • Бик бәләкәй алыҫлыҡтар үлсәү микроскоптары ярҙамында үлсәнә

Тәбиғәттәге объекттарҙың алыҫлығы һәм үлсәмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Mainref

Метры
Ерҙән Ғаләмдәге иң алыҫтағы күренгән объектҡа тиклемге алыҫлыҡ
Ерҙән Андромеда йондоҙлоғондағы галактикаға тиклемге алыҫлыҡ
Беҙҙең Галактика диаметры
Ерҙән Центавр йондоҙлоғондағы иң яҡын йондоҙға тиклемге алыҫлыҡ
Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ
Ҡояш диаметры
Ерҙән Айға тиклемге алыҫлыҡ
Ер диаметры
Ер өҫтөндәге иң тәрән соҡор
Ер өҫтөндәге иң бейек тау
Ерҙәге иң ҙур хайуан - Күк кит оҙонлоғо
Иң оҙон кеше буйы
Амеба үлсәмдәре
Кеше сәсенең йыуанлығы
Ҡыҙыл ҡан шаригы диаметры
Грипп вирусы диаметры
Гемоглобин молекулаһы диаметры
Ҡаты матдәлә атомдар араһындағы алыҫлыҡ
Уран атомы ядроһы диаметры
Протон диаметры
Хәҙерге заман тиҙләткестәре ярҙамында эксперименталь өйрәнә алырлыҡ элементар өлөшсәләрҙең эсендәге өлкәләренең минималь үлсәмдәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «длина» мәҡәләһе бар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Меры длины Ҡалып:Wayback
  2. Отечественные компании переходят на исторические меры длины
  3. Власов А.Д., Мурин Б.П. Единицы физических величин в науке и технике: Справочник — М.: Энергоатомиздат, 1990. — Б. 176. — ISBN 5-283-03966-8.
  4. Учебник по навигации