Эстәлеккә күсергә

Павлов Валентин Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Павлов Валентин Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө уролог, хирург
Эшмәкәрлек төрө урология[d]
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
 Павлов Валентин Николаевич Викимилектә

Павлов Валентин Николаевич (10 март 1966 йыл) — ғалим-уролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. 1999 йылдан Рәсәй урологтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).

Валентин Николаевич Павлов 1966 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған, урыҫ[2]. Мәктәп йылдарында Мәскәү физик-техник институты эргәһендәге физик-техник мәктәбендә ситтән тороп уҡый, күп тапҡыр физика һәм математика буйынса республика олимпиадаларында ҡатнаша[3] Өлкән синыфта уҡ буласаҡ һөнәрен һайлай һәм медицина институты янындағы түңәрәктәргә йөрөй. 10 синыфта үҙенең беренсе операцияһында — Пирогов буйынса табанды ампутациялауҙа ҡатнаша. Был уңышлы тәжрибәһенән һуң Валентин Николаевичтың ғүмере хирургия менән бәйле[4] 1983 йылда Өфө ҡалаһының 62-се урта мәктәбен тамамлай[5]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһының (Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының медик-санитар часы) 8-се дауаханаһында урта медицина хеҙмәткәре булып башлай

  • 19831989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (дауалау факультеты) уҡый. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
  • 1989—1990 йылдар: «Хирургия» һөнәре буйынса Өфө ҡалаһының 8-се ҡала клиник дауаханаһында интернатурала уҡый. Бер үк ваҡытта оператив хирургияның һәм Башҡорт дәүләт медицина институтының топографик анатомия кафедраһы ассистенты булып эшләй;
  • 1990 йыл: Башҡорт дәүләт медицина институтының оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы янындағы көндөҙгө аспирантурға уҡырға инә;
  • 1992 йыл: алдан (йыл ярым эсендә) аспирантураны тамамлай. Шул уҡ йылда Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Нарушения кровообращения при ожоговой травме и пути их коррекции» темаһына диссертация яҡлай. Ғилми етәкселәре — патофизиология кафедраһы мөдире, Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультеты деканы, медицина фәндәре докторы, профессор Д. А. Йәнекәев һәм Башҡорт дәүләт медицина институтының оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре кандидаты, доцент В. Д Захарченко;[6]
  • 19931999 йылдар: урология курсы менән Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһы ассистенты;
  • 1999 йыл: Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Механизмы резорбции и влияние на регенерацию аллогенного коллагена в нормальной и патологически измененной печени» темаһына диссертация яҡлай. . Ғилми консультанты — медицина фәндәре докторы, профессор М. А. Нартайлаков (1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 1997 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире);[7]
  • 1999—2000 йылдар: Башҡорт дәүләт медицина университетының урология курсы менән дөйөм хирургия кафедраһы доценты;
  • 1999 йыл: Республика клиник дауаханаһының урология бүлеге өсөн яуаплы, Өфө ҡалаһы.[8]
  • 2000—2003 йылдар: дөйөм хирургия кафедраһында профессор вазифаһында эшләй, Башҡорт дәүләт медицина университетының урология курсы мөдире;
  • 2002 йыл: урология курсы менән дөйөм хирургия кафедраһы буйынса «профессор» тигән ғилми исем бирелә;
  • 2003 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем: Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институты курсы менән урология кафедраһы мөдире.
  • 2006 йыл2008 йыл: Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эштәре буйынса проректоры;
  • 2011 йыл: бер тауыштан Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайлана.[9] Был вазифала Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы бойороғо буйынса раҫлана.
  • 2021 йыл: 25 майҙа йәшерен тауыш биреү юлы менән үткән һайлау һөҙөмтәһендә Валентин Павлов яңынан университет ректоры итеп һайланды, был вазифаны ул өсөнсө срок үтәйәсәк[10].

Юғары уҡыу йортон үҫтереүгә өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор В. Н. Павлов етәкселегендә 2000 йылдар башынан Башҡорт дәүләт медицина университетының урология клиникалары әүҙем йыһазландырыла, ә 2006 йылдан — университеттың бөтә клиник базаһы заманса диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары: компьютер аппараты һәм магнит-резонанс томографияһы, ангиография һ. б. менән йыһазландырыла. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында онкология һәм урология бүлектәре һәм күҙәнәк биотехнология лабораторияһы ойошторола, ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге ҙур үҫеш ала. Клиника базаһында Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй халҡына төрлө юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Башҡорт дәүләт медицина университетының ректоры булып һайланғандан алып В. Н. Павлов фән үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Уның инициативаһы менән университетта стоматологияның һәм онкологияның ғилми-тикшеренеү институттары, фармацевтик кластер ойошторола, үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы — коллектив ғилми асыштар үҙәге ҡеүәтле үҫеш ала. Ректор инициативаһы менән фәнни-ғәмәли журнал «Вестник БГМУ» булдырыла.

Профессор В. Н. Павлов (һулдан етенсе) коллегалары менән на Башҡорт дәүләт медицина университетының симуляцион уҡыуҙар үҙәген асыуҙа. 2012

Ректор халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлә. Университет клиникаһының бөтә төп белгестәре стажировканы Германия клиникаларының профилле бүлектәрендә үтә. В. Н. Павлов тарафынан йәйелдерелгән эш өйрәнеүселәрҙең заманса ҡорамалдарҙы һәм технологияларҙы практикала үҙләштереүгә, квалификациялы табиптарҙың күнекмәләрен нығытыуға юнәлтелгән. Ошоноң менән бәйле практик күнекмәләр үҙәген һәм симуляцион уҡыуҙар үҙәген йыһазландырыуға, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында инсталляцияға айырым иғтибар бирелә. 2013—2015 йылдарҙа бында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең төп белгестәре ҡатнашлығында 50-нән ашыу мастер-кластар үтә. Шуның арҡаһында операциялар барышын студенттар һәм БДМУ уҡытыусылары — интернет-трансляция режимында — республиканың алыҫ райондарындағы белгестәр күҙәтә ала.

2013 йылда Башҡорт дәүләт медицина университеты Мангейм Университетының, Гейдельберг һәм Регенсбург университеттарының медицина факультеттары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. Килешеүҙәр академик уртаҡлашыуҙы, бергәләп ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүҙе һәм медицина өлкәһендә инновацион асыштар үтәүҙе күҙ уңында тота. Башҡорт дәүләт медицина университетында Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән, шулай уҡ Һиндостандан һәм Сүриәнән студенттар, клиник ординаторҙар, аспиранттар уҡый. Үҙ сиратында, Башҡорт дәүләт медицина университетының йәш ғалимдары Германияның, Ҡытайҙың һәм Һиндостандың төп клиникаларында һәм юғары уҡыу йорттарында уҡый. В. Н. Павлов етәкселеге аҫтында университет ҡытай медицина юғары уҡыу йорттары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Медицина университеттарының Рәсәй-Ҡытай ассоциацияһы килешеүе сиктәрендә һәм Хеҙмәттәшлектең Шанхай ойошмаһы һәм БРИКС халыҡ-ара саммитары менән бәйле 2015 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында Рәсәй һәм Ҡытайҙың төп медицина юғары уҡыу йорттарының ректорҙары һәм хеҙмәткәрҙәре конференцияһы үтә.

Уҡыу процессын активлаштырыуҙа төп йүнәлештәрҙең береһе булып Павлов фекеренсә студенттарҙа сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу тора. Медицина университетында ғына түгел, бәлки бөтә республикала йәштәрҙе тәрбиәләүҙә Башҡорт дәүләт университетының Волонтерлыҡ үҙәге ҙур роль уйнай. Үҙәк Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә, Лондонда XXX ҡышҡы Олимпия уйындарын, XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм Сочила XI Параолимпия уйындарын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша

Ғалимдың, клиницистың һәм педагогтың эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор В. Н. Павловтың фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — диагностикалау ысулдарын камиллаштырыу, һейҙек-енес ағзалары системаһында барлыҡҡа килгән яман шеште иҫкәртеү һәм дауалау, реконструктив-пластик урология, андрология, урогинекология, иммунопрофилактика, иммунотерапия, урологияла ҡулланыу өсөн аллоген биоматериалдарҙы булдырыу. Ул — Башҡортостан Республикаһы урологтарының фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы, бер нисә фәнни программалар эшләүсе һәм башҡарыусы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт фәнни-техник программаһы бүлектәрен төҙөүсе[11]

Профессор В. Н. Павлов — юғары квалификациялы табип, «Урология» һәм «Хирургия» һөнәре буйынса юғары квалификация категорияһына эйә. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында һәм Ғ. Ғ . Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында дауалау-консультация эшен алып бара.

Профессор Валентин Павлов һәм Руслан Сәфиуллин, доцент Руслан Ишемғолов (уңдан һулға) лапароскопик операция үткәрәләр. 2012

В. Н. Павлов күп тапҡыр Мәскәүҙә, Дондағы Ростовта, Һарытауҙа, Төмәндә, Башҡортостандың күп ҡалаларында күрһәтмә операциялар үткәрә. Уның өлөшөнә иң ҡатмарлы операциялар яһау төшә: ике яҡлы бөйөр шештәренә, эсәктәрҙән эшләнгән яһалма бәүел ҡыуығын тергеҙеү, бөйөр өҫтө биҙҙәрен алып ташлау. 2007 йылда ул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр программалы диализда булған ауырыуға бөйөр күсереп ултыртыу менән илиоцистопластика башҡарыла. 2014 йылда тәүге тапҡыр Рәсәйҙә янбаш төбөнөң тире-мускул фасциаль киҫәге пластикаһы менән бәләкәй янбаштың инфралеватор эвисцерацияһы башҡарыла. Профессор В. Н. Павлов етәкселегендә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында 3D-технологияһы ярҙамында хирургия ҡатнашлығының яңы ысулдары индерелә.

Башҡортостан Республикаһында В. Н. Павлов тарафынан онкология һәм урология патологияһында радикаль оператив ҡатнашлыҡтар индерелә (янбаш эвисцерациялары, аҫҡы ташҡан ҡан тамырҙарынан тромбэктомиялар, радикаль простатэктомия, радикаль цистэктомия), өҫкө һәм аҫҡы бәүел юлдарында трансуретраль эндоскопик ҡатнашыуҙар, енес биҙе рагында брахитерапия, лапароскопик операциялар, бәүел таштарын заманса ысулдар менән дауалау). Башҡортостан Республикаһында шеш ауырыуҙарын дауалағанда аллоген трансплантанттар, иммунопрофилактика, иммунотерапия, баҫым- тулҡын литотрипсия киң ҡулланыла. Ирҙәр түлһеҙлегендә һәм эректиль эшмәкәрлеге боҙолғанда дауалауҙа хәҙерге заман ысулдары ҡулланыла.

2003 йылдан менән билдәләнгән традицияларға ярашлы профессор В. Н. Павлов етәкселегендә «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге базаһында ике йылға бер халыҡ-ара рәсәй-фәнни ғәмәли конференциялар үтә. Был конференцияларҙа яңы клиник асыштар менән уртаҡлашып, урология фәненең төп белгестәре ҡатнаша. Был биенналеның атрибуттарының береһе булып урология буйынса мастер-класстар үтәкреү тора

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге осоронда профессор В. Н. Павлов тарафынан 7 медицина фәндәре докторы, улар араһында — В. З. Ғәлимйәнов,[12] А. А. Казихинуров,[13] А. Р. Заһитов,[14] А. А. Измайлов[15] һәм 47 медицина фәндәре кандидаты әҙерләп сығарыла.

В. Н. Павлов — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш урологы (2001). Башҡортостан Республикаһының урологтар йәмғиәте рәйесе (2001). Рәсәй урологтары йәмғиәтенең Президиум идараһы ағзаһы.[16] Рәсәй Федерацияһы Волга буйы Федераль округында штаттан тыш баш белгес уролог (2015). Европа урологтар ассоциацияһы ағзаһы[17]. Америка урологтар ассоциацияһы ағзаһы.

Рәсәй уҡыу йорттарының медицина һәм фармацевтика буйынса Уҡыу-методик берекмәһенең Президиумы ағзаһы, медик-биологик һөнәрҙәр («Медицина биохимияһы», «Медицина биофизикаһы», «Медицина кибернетикаһы») буйынса уҡыу-методик советтың рәйесе[18] «Урология» һөнәре буйынса И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты янында диссертация советы ағзаһы.[19]

«Вестник Башкирского государственного медицинского университета» электрон ғилми-ғәмәли журналдың баш мөхәррире. «Экспериментальная клиническая урология», , «Медицинский вестник Башкортостана» һәм «Врачебное сословие» журналдарының редколлегия ағзаһы..

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2013 йылдан: Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты («Берҙәм Рәсәй» партияһынан). Дәүләт йыйылышы һәм Башҡортостан Республикаһы депутаттары тәҡдим иткән бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса, килемдәр, сығымдар, мөлкәт, һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләр тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө буйынса контроль комиссияһы ағзаһы;
  • Бөтә Рәсәйҙең «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлегенең «Сәләмәтлек» фирҡәһе проекты етәксеһе

Иң билдәле фәнни хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор В. Н. Павлов 500-ләп фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр, шул иҫәптән урология буйынса Федераль ҡулланма баҫтырып сығара. Ул Рәсәй Федерацияһының 35 патентын уйлап табыуға һәм 4 патентты файҙалы моделдәргә ала. Уның хеҙмәттәре араһында иң билдәлеләре:

  • 2007: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  • 2007: Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы;
  • 1999: йәш ғалимдарҙың иң яҡшы ғилми эше «Механизмы резорбции и влияние на регенерацию аллогенного коллагена в нормальной и патологически измененной печени» өсөн Башҡортостан Республикаһы хирургтар ассоциацияһының дипломы һәм ҡиммәтле бүләге;[21]
  • 2014: XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм XI Параолимпия уйындарын әҙерләү һәм уны үткәреү ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә;
  • 2014 йылда Сергий Радонежскийҙың 700-йыллығы айҡанлы Мәскәү Патриархы һәм Бөтә Русь Париархы Кирилдың юбилей билдәһе менән менән бүләкләнә.
  • «Беҙҙең заман геройы» йәмәғәт премияһы лауреаты, (Өфө ҡалаһы)

Валентин Николаевич өйләнгән. Ҡатыны, Павлова Ольга Владимировна, — техник фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Улдары- Михаил Валентинович Павлов

Доктор Павлов Валентин буш ваҡыттарын саңғы спортына һәм ҙур теннисҡа арнай

  1. Достижения и перспективы урологии в Республике Башкортостан / Павлов В. Н., Коржавин Г. В., Казихинуров А. А., Сафиуллин Р. И., Ишемгулов Р. Р. — Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2012, т. 17, № 4. — С. 23—29;
  2. Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / Главный редактор М. А. Ильгамов. — Т. 5: П-Советы. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2009. — 575 с. — ISBN 978-5-88185-072-2;
  3. Урологии Башкортостана 60 лет / В. Н. Павлов, Г. В. Коржавин; Федеральное агентство по здравоохранению и социальному развитию, Гос. образовательное учреждение проф. образования «Башкирский гос. медицинский ун-т». — Уфа, Издательство ГОУ ВПО «БГМУ», 2008. — 211 с.
  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2754/
  2. Павлов Валентин Николаевич 2016 йыл 10 март архивланған. на Парламентском портале России;
  3. Новогоднее интервью с ректором БГМУ. Видео, MedLive_TV, 27 декабря 2014 г.;
  4. Вика Зверева. Профессор Павлов: «К докторам люди обращаются в последний момент». 2015 йыл 4 апрель архивланған. Интервью на сайте «Медиакорсеть», 19.05.2009 г.;
  5. Павлов Валентин Николаевич 2016 йыл 10 март архивланған. на сайте Детского центра туризма, краеведения и экскурсий «Зенит»;
  6. Павлов, Валентин Николаевич. Нарушения кровообращения при ожоговой травме и пути их коррекции : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.16 — патологическая физиология. Москва, 1992. 18 c. Научные руководители: д. м. н., профессор Д. А. Еникеев; к. м. н., доцент В. Д. Захарченко. Защита: 16 декабря 1992 г. в Российском университете дружбы народов;
  7. Павлов, Валентин Николаевич. Механизмы резорбции и влияние на регенерацию аллогенного коллагена в нормальной и патологически измененной печени : автореферат дис. … доктора медицинских наук : 14.00.16, 14.00.27. Москва, Российский университет дружбы народов, 1999. 39 с. Научный консультант: д. м. н., проф. М. А. Нартайлаков;
  8. Павлов Валентин Николаевич на сайте Лиги выпускников Казанского государственного медицинского университета;
  9. Альфия Аглиуллина. Ректором Башкирского медуниверситета избран Валентин Павлов. ИА «Башинформ», 22 марта 2011 года
  10. В Башкирском государственном медицинском университете переизбрали ректора. ИА Башинформ, 25 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2021)
  11. Павлов Валентин Николаевич 2013 йыл 10 май архивланған. на сайте Совета ректоров медицинских и фармацевтических вузов России;
  12. Галимзянов Виталий Захитович. Кишечная пластика мочевого пузыря: профилактика и лечение осложнений. 14.01.23 — урология. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора медицинских наук. Москва — 2011 г. Работа выполнена в ГОУ ВПО «БГМУ» Росздрава. Научный консультант: д. м. н., профессор В. Н. Павлов;
  13. Казихинуров Альберт Альфритович. Расстройства и методы коррекции микроциркуляции при заболеваниях нижних мочевыводящих путей (экспериментально-клиническое исследование). 14.01.23 — урология. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора медицинских наук. Москва — 2011 г. Работа выполнена в Государственном образовательном учреждении высшего профессионального образования «БГМУ» Федерального агентства по здравоохранению и социальному развитию. Научный консультант: д. м. н., профессор В. Н. Павлов;
  14. Загитов Артур Раусович. Комплексная реабилитация больных с урологическими осложнениями после радикальных операций на органах малого таза. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора медицинских наук. 14.01.23 — урология. Москва — 2013 г. Работа выполнена в ГБОУ ВПО «БГМУ» Минздрава России. Научный консультант: д. м. н., профессор В. Н. Павлов;
  15. Измайлов Адель Альбертович. Факторы риска развития, прогноза и выбор тактики лечения рака мочевого пузыря. 14.01.23 — урология, 14.01.12 — онкология. Автореферат на соискание ученой степени доктора медицинских наук. Уфа — 2014 г. Работа выполнена в ГБОУ ВПО «БГМУ» Минздрава России. Научные консультанты: д. м. н., профессор В. Н. Павлов; д. м. н., профессор А. Д. Каприн;
  16. Состав Правления Российского общества урологов 2016 йыл 10 март архивланған. на официальном сайте РОУ;
  17. Павлов Валентин Николаевич 2016 йыл 10 март архивланған. на странице Кафедры урологии с курсом ИПО БГМУ;
  18. Павлов Валентин Николаевич 2016 йыл 10 март архивланған. на официальном сайте Общества урологов Республики Башкортостан;
  19. Состав диссертационного совета Д 208.040.11 2016 йыл 10 март архивланған. на официальном сайте Первого Московского государственного медицинского университета имени И. М. Сеченова;
  20. Электронный каталог Российской государственной библиотеки;
  21. Решение Президиума Правления Ассоциации хирургов Республики Башкортостан от 15.12.1999 года «О подведении итогов конкурсов АХ РБ».(недоступная ссылка) Публикация на официальном сайте Ассоциации хирургов РБ.