Палиашвили Захарий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Палиашвили Захарий Петрович
груз. ზაქარია პეტრეს ძე ფალიაშვილი
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Грузия
 СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ზაქარია ფალიაშვილი
Тыуған көнө 16 август 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Кутаиси, Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы[5]
Вафат булған көнө 6 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][5][2][…] (62 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[3][5]
Ерләнгән урыны Тбилиси
Бер туғандары Иван Петрович Палиашвили[d] һәм Поликарп Петрович Палиашвили[d]
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Палиашвили Захарий Петрович Викимилектә

Захарий Петрович Палиашвили (груз. ზაქარია პეტრეს ძე ფალიაშვილი; 1871 йыл1933 йыл) — грузин композиторы, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре, грузин классик музыкаһының билдәле вәкиле, Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1925)[6][7][8].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Захарий Палиашвили 1871 йылдың 4 (16) авгусында Кутаисиҙа сиркәү хоры йырсылары ғаиләһендә тыуа. Ғаиләләге 18 баланың 6-һы профессиональ музыкант булып китә[9].

Музыкаль белемде католик костеле ҡарамағындағы мәктәптә ала, унда ул йырларға һәм органда уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ Ф. Мизандариҙан фортепиано дәрестәре ала. Ғаилә Тифлисҡа күскәндән һуң музыка училищеһында валторна класында шөғөлләнә һәм Н. С. Кленовскийҙа композиция теорияһын өйрәнә[7].

1900 — 1903 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында С. И. Танеевта композиция класы буйынса уҡый. Танеев менән дәрестәр Захарий Петровичты рус музыка мәҙәниәтенә яҡынайта һәм уның композиторлыҡ оҫталығы үҫешенә булышлыҡ итә[7].

Палиашвили Грузин филармония йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, шулай уҡ 1908—1917 йылдарҙа ошо йәмғиәт ҡарамағында ойошторолған хор, оркестр һәм музыка мәктәбен етәкләй.[7]

Захарий Палиашвилиҙың ижадында үҙәк урынды «Абесалом и Этери» (1919), «Даиси» (1923) опералары биләй[7]. Грузияның хәҙерге гимнының музыкаһы уның ошо атап үтелгән ике операһынан алынған.

Бынан тыш Захарий Петрович «Латавро» (1927) һәм «Торженственная кантата» (1927 йылда Октябрь революцияһының 10 йыллығына яҙа) операларын ижад итә. Палиашвили 300 самаһы грузин халыҡ йыры тексын яҙып ала. Уларҙың бер өлөшөн 1910 йылда «Грузин халыҡ йырҙары йыйынтығы» китабында баҫтыра[7].

Захарий Петрович Павлиашвили 1933 йылдың 6 октябрендә Тифлиста вафат була[7]. Тбилиси опера театры эргәһендәге скваерҙа[10] Вано Сараджишвили ҡәбере янында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1937 йылда Грузин опера һәм балет театрына Палиашвили исеме бирелә[7][11].
  • 1971 йылда Павлиашвилиға арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
  • СССР-ҙа Захарий Павлиашвилиҙың Дәүләт музейы асыла (Тбилиси).
  • 1960—1994 йылдарҙа Бәләкәй Ржевский тыҡырығы уның исеменә йөрөтә. Хәҙер Волгоград һәм Тбилиси ҡалаларында Палиашвили исемендәге урамдар бар.
  • Палиашвилиҙың һүрәте 2 грузин лариһы банкнотаһына төшөрөлгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Блажанова Т. Рассказала марка // Филателия СССР. — 1972. — № 11. — С. 22.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Record #64201374 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #103803807 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Zakaria Paliashvili // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 Палиашвили Захарий Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Театральная энциклопедия. Гл. ред. П. А. Марков. Т. 4 — М.: Советская энциклопедия, Нежин — Сярев, 1965, 1152 стб. с илл., 6 л. илл.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 [ Палиашвили Захарий Петрович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Захарий Петрович Палиашвили // Хоровой словарь
  9. Популярный справочник. Творческие портреты композиторов. М.: Музыка, 1990. Дата обращения: 10 октябрь 2008. Архивировано 25 май 2009 года. 2009 йылдың 25 май көнөндә архивланған.
  10. памятник Захарию Палиашвили
  11. [ Тбилисский академический театр оперы и балета им. З. П. Палиашвили] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Палиашвили Захарий Петрович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә