Эстәлеккә күсергә

Панарина Вера Зиновьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Панарина Вера Зиновьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Тыуған урыны Алатырский район[d], Сыуаш АССР-ы[d], Горьковский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 июль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (72 йәш)
Вафат булған урыны Сыуашстан, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы, һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Панарина Вера Зиновьевна (20 май 193024 июль 2002) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Сыуаш АССР-ының Алатырь районы «Стемасский» совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Вера Зиновьевна Панарина 1930 йылда Сыуаш АССР-ы Алатырь районының Борки ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң урындағы колхоздың баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә урынлаша, һуңынан сусҡа фермаһына эшкә күсә.

1951 йылда "Стемасский" совхозының малсылыҡ фермаһына эшкә күсә. Тәүҙә һауынсы ярҙамсыһы булып эшләй - отпуск йәки ял көндәрендә булған төп һауынсыларҙы алмаштыра. Йыл ярымдан һуң уға тыусалар төркөмөн тупларға рөхсәт итәләр, уны ул төп көтөүҙе тулыландырыуға әҙерләй.

Яйлап тәжрибә туплай, төркөмөндә булып һауым арта. Беркетелгән 25 һыйырҙан йылына уртаса 3000 килограмм һөт ала башлай. Көтөүе таҙалығы һәм көрлөгө менән айырыла. Байтаҡ ярҙамды уға фельдшер булып эшләгән ире күрһәтә. 1965 йылда ул социалистик ярышта ҡатнашып, һәр һыйырҙан уртаса 3406 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә.

«Малсылыҡты үҫтереүҙә, ит, һөт, йомортҡа, йөн һәм башҡа продукция етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн», СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Панарина Вера Зиновьевнаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Артабан ауыл хужалығы эшләүен дауам итә[2]. 1986 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эре мөгөҙлө мал фермаһы мөдире булып эшләй.

Алатырь районының Восход ҡасабаһында йәшәй[3]. 2002 йылдың 24 июлендә вафат була. Ҡасаба зыяратында ерләнә.

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

  • Наши земляки - Герои Социалистического Труда. - Чебоксары, 1971.
  • Краснова. И. Когда труд – радость / И. Краснова // Совет. Чувашия. – 1966. – 27 марта.
  • Мадебейкин, И. Н. Панарина Вера Зиновьевна / И. Н. Мадебейкин // Краткая чувашская энциклопедия. – Чебоксары, 2001. – С. 313.
  • Мадебейкин, И. Н. Панарина Вера Зиновьевна / И. Н. Мадебейкин // Чувашская энциклопедия. – Чебоксары, 2009. – Т. 3 : М-Се. – С. 367.