Эстәлеккә күсергә

Папян Асмик Арутюновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Папян Асмик Арутюновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Әрмәнстан
 Австрия
Тыуған көнө 2 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыкант, скрипкасы
Уҡыу йорто Ереванская государственная консерватория имени Комитаса[d]
Музыкальная школа имени Саят-Новы[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы скрипка һәм вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Папян Асмик Арутюновна Викимилектә

Папян Асмик Арутюновна (әрм. Հասմիկ Պապյան; 2 сентябрь 1961 йыл) — СССР һәм Әрмәнстандың опера йырсыһы. The Washington Post гәзите уны «иң яҡшы тере Норма» тип атай[2].

Асмик Арутюновна Папян 1961 йылдың 2 сентябрендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуа.

1982 йылда — Комитас исемендәге Ереван дәүләт консерваторияһының скрипка класын, 1985 йылда вокал факультетын (етәксеһе М. А. Арутюнян) тамамлай. Профессиональ карьераһын Асмик Папян Спендиаров исемендәге Ереван опера һәм балет театрында башлай. СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә сығыш яһай. 1993 йылда, бер нисә халыҡ-ара конкурста еңгәндән һуң, Бонн опера театрына[de] саҡырыла.

Асмик Арутюновна донъяның күп театрҙарында күп һанлы опера ролдәрен башҡара, улар араһында: Вена дәүләт опера театрында Донна Анна («Дон Жуан»), Рахиль («Жидовка»), Леонора («Сила судьбы»), Абигайль («Набукко»), Лиза («Пиковая дама»), Тоска («Тоска»), Аида («Аида»); Миландың Ла Скала театрында Абигайль, Барселонаның Театр дель Лисеу театрында Аида; Париждың Бастилия Операһында Матильда («Вильгельм Телль»), Лиза; Нью-Йорктың Метрополитен-операһында Аида, Норма, леди Макбет, шулай уҡ Леонора («Трубадур»). Винченцо Беллиниҙың «Норма»һында Норма партияһы йырсы репетуарының иң сағыу биҙәге булып тора, ул уны Европаның күп ҡалаларында һәм АҠШ-та йырлай.

Артислыҡ карьераһы дауамында Асмик Папян донъяның мәшһүр дирижёрҙары һәм опера йондоҙҙары менән бергә сығыш яһай.

Әле йырсы Венала йәшәй һәм Вена дәүләт операһында һәм Метрополитен-операла сығыш яһай. Концерттар менән тыуған иленә йыш ҡайта[3].

  • Әрмән мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн Асмик Папян донъяла Әрмәнстандың мәҙәни илсеһе итеп тәғәйенләнә.
  • 2004 йылда Әрмәнстандың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ була.
  • 2005 йылда бөтә әрмәндәр Католикосы Гарегин II тәҡдиме менән «Изгеләр Саак һәм Месроп» ордены менән наградлана.
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Joy, Negar. Diva with a Heart Supports Women in Armenia, Armenian American Cultural Association (2003). 10 сентябрь 2013 тикшерелгән. 2014 йыл 29 апрель архивланған.
  3. Несравненная Асмик Папян вернется на родину для исполнения оперы Пуччини «Тоска» 2016 йыл 23 апрель архивланған.