Паркштадион
| Паркштадион | |
| Нигеҙләү датаһы | 4 август 1973 |
|---|---|
| Спорт төрө | футбол |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Гельзенкирхен[d] |
| Урын | Гельзенкирхен[d] |
| Рәсми асылыу датаһы | 4 август 1973 |
| Дата официального закрытия | 2008 |
| Обитатель | Шальке 04[d] |
| Һыйым | 62 008 |
| Современное состояние | разрушено[d] |
| Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Паркштадион (нем.Parkstadion) — немец ҡалаһы Гельзенкирхенда стадион, 1973 йылда 1974 йылғы донъя чемпионаты өсөн махсус асыла. «Паркштадион» донъя чемпионатының 5 уйынын ҡабул итә: Югославия — Заир, Заир — Бразилия, Нидерланд — Аргентина, ГДР — Нидерланд, Аргентина — ГДР.
1988 йылдың 4 сентябрендә был стадионда «Bad World Tour» турне сиктәрендә, ә 1997 йылдың 15 июнендә «HIStory World Tour». турне сиктәрендә Майкл Джексон сығыш яһай.
1990 йылдың 16 авгусында «Паркштадион» стадионында «Urban Jungle Tour» турне сиктәрендә, ә 1998 йылдың 27 июлендә «Bridges To Babylon Tour». турне сиктәрендә британ [./https://ru.wikipedia.org/wiki/The_Rolling_Stones The Rolling Stones] рок төркөмө сығыш яһай.
1994 йылдың 23 авгусында «The Division Bell Tour» турне сиктәрендә [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Pink_Floyd Pink Floyd] төркөмө сығыш яһай.
«Паркштадион» 1988 йылғы Европа чемпионатының ике уйынын ҡабул итә. 14 июндә Германия һәм Дания йыйылма командалары араһында (2:0) һәм 18 июндә Дания менән Ирландия (0:1). йыйылмалары араһында уйындар үтә.
Һуңғы рәсми футбол уйыны стадионда 2001 йылдың 19 майында «Шальке 04» һәм «Унтерхахинг» араһында үтә. Матчта 65 000 кеше ҡатнаша.
«Паркштадион» 1973 йылда «Глюкауф-Кампфбанды» алмаштыра һәм «04 Шальке» өсөн 2001 йылға тиклем стадион була, унан һуң алмашҡа «Фельтинс-Арена» стадионы килә
2001 йылдан стадион өлөшләтә емерелә һәм « Эрцгебирге Ауэ» таблоһы клубҡа бүләк ителә.
