Эстәлеккә күсергә

Партизан Герман урамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Партизан Герман урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Оҙонлоҡ 2,47 ± 0,01 km
Карта
 Партизан Герман урамы Викимилектә

Партизан Герман урамыСанкт-Петербургтың Красносельский районындағы урам. Петергоф шоссеһынан башланып Халыҡ Ополчениеһы проспектына тиклем..

Партизан Герман тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамға исем 1964 йылдың ғинуарында ленинградсыларҙың партизандар комбригы ҡаһарман Герман Александр Викторович хәтеренә бирелә.

А.В.Герман 1915 йылда Петроград ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң автотөҙөлөш техникумында уҡый, хәрби бронетанк училищеһында, аҙаҡ Мәскәүҙә М.В.Фрунзе исемендәге Академияла белем ала.

Бөйөк ватан һуғышы башында өлкән лейтенант Герман Төньяҡ-Көнбайыш йүнәлештәге штаб ҡарамағына ебәрелә.. А.В.Герман партизан отрядтарын туплай. 1941 йылдың октябренә партизан бригадаһы командирының разведка буйынса урынбаҫары Герман Старая Русса, Дно һәм Бежаницы ҡалалары тирәһендә халыҡ йәшәгән урындарҙы дошмандан азат итә. Был территориялар Партизан крайы исеме аҫтында тарихҡа инеп ҡалған.1942 йылдың яҙында бригада совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ергә ял итергә сыға һуңынан уны тулыландырып, яңы алыштарға әҙерләнә, 3 -сө Ленинград партизан бригадаһы,тип атала. Уның командиры итеп коммунист капитан Герман тәғәйенләнә.

1942 йылдың авгусында бригада фронт һыҙығын Холм — Старая Русса шоссеһы районы тирәһендә үтеп сыға. Оккупацияланған Ленинград өлкәһе территорияларында йәнә партизан рейдтары башлана. Хәрби техника менән поездар ,дошмандың тере көстәре, хәрби складтар һәм казармалар юҡ ителә. Гитлерсыларҙың юғалтыуҙары меңәрләгән үлеләр һәм яралылар менән иҫәпләнә. Фашистар майор Герман бригадыһына ҡаршы каратель отрядтар һәм ғәскәрҙәр менән ташлана. Партизандарҙы дошман күп тапҡыр уратып алырға өлгәшә, әммә һәр ваҡыт партизандар һуғыштан еңеүсе булып сыға..

1943 йылдың сентябрендә ҡаты һуғыштарҙың береһендә Житница ауылы янында партизан командире һуғыш яланында һәләк була СССР Юғары Совет Президиумы Указы менән 1944 йылдың 2 апреленән, Александр Викторович Германға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1943 йылдың 7 сентябрендәге партизандар хәрәкәтенең баш штабына начальнигы Бойороғо менән 3-сө Ленинград партизан бригадыһына батырҙарса һәләк булған командирының исеме бирелә.

.Герман һәләк булған Житница ауылында уға обелиск ҡуйыла.Герой исеме Санкт-Петербург, Бөйөк Новгород, Новоржев, Псков өлкәһе Порхов ҡалалары урамдарына герой исеме бирелгән һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Шулай уҡ Валдай һәм Остров ҡалалары урамдары ла уның исемен йөрөтә.

Лиговала католиктар сиркәүе
Изге Николай лютерандар сиркәүе Лиговала
  1. Куракино усадьбаһы быуаһы (Посольский дачаһы). АЗС Нестенан төньяҡтараҡ.
  2. Куракино усадьбаһында бай йорто. Чекист урамы сатында (көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә).
  3. Урицкий мунсаһы 2- се медицина колледжы майҙанынан көньяҡтараҡ..
  4. Урицкий мәктәбе ( һуғыш алдынан). 23-сө йорт урынында.
  5. Лигов ҡалаһындағы Преображения Господня сиркәүе (ағастан). Ветеран проспекты менән киҫешкән юл сатында.
  6. Католик костелы. 33-1 йорттоң газондағы көньяҡ өлөшөндә.
  7. Изге Николай лютерандар сиркәүе. 20- се йорт.корп.3 урынында
  8. Советтар йорто һәм Лигов баҙары. 26 -1 һәм 28 йорто урынында, «сталинка»нан төньяҡтараҡ.
Красноселтский районы хакимиәте бинаһында
  1. 3 -сө йортта Иваново өлкәһе хакимиәте
  2. Чекист урамы мөйөшөндә ҡала 2-се медицина колледжы
  3. 8 -се бүлек Федераль ҡаҙналыҡ Идаралығы Санкт-Петербург. 198205, Санкт-Петербург, Партизан Герман урамы, 8-се йорт, корп. 4, лит. А [1]
  4. 29 -сы йортта 35 янғын һүндереү часы ГУ «24 отряд ФПС» Иваново өлкәһе
  5. Ветерандар проспекты менән мөйөшә «Советтар Союзы Геройы Александр Викторович Герман» стелаһы тора.
  6. 37 -се йортта ( межрайонная инспекция) ФНС России № 22 урынлашҡан
  7. Халыҡ Ополчениеһы проспекты менән мөйөштә гипермаркет «Карусель» тора.
37- се йортта мемориаль таҡтаташ
Партизан Герман күпере
  • яҡын станция метро: Ветерандар проспекты (артабан ер өҫтө транспорты)
  • туранан-тура: урам буйлап бара.
  1. Автобустар № 2,2 А, 87, 111, 162, 165, 229
  2. Троллейбустар № 48
  3. Маршруттар № к-60, к-87, к-165, к-195, к-306, к--486в
  • урам аша:
  • Ветерандар проспекты буйынса:
  1. Троллейбустар № 46, 37
  2. Автобустар № 68, 130
  3. Маршруттар № к-20, к-68, к-68А, к-130, к-184, килә-227, к-297, к-329, к-343, к-635
  4. Трамвай № 52
  • Халыҡ ополчениеһы проспекты буйынса:
  1. Автобус № 87, 130, 163, 165
  • Петергоф шоссеһы буйынса:
  1. Автобус № 200, 201, 210
  2. Маршруты № к-300, к-420, к-424, к-424а
  3. Трамвай № 60, 36

Урамдар һәм проспекттар менән киҫешә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Чекисттар урамы
  2. Андреев тыҡрығы
  3. улица Отважных
  4. Ветерандар проспекты
  5. Халыҡ Ополчениеһы проспекты
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов в Ленинграде. — 2-е изд., испр. и дополн. — Л.: Лениздат, 1975. — 608 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 281—282. — 511 с.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 92. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.