Пахлава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пахлава
Many types of baclava.jpg
Пахлаваның бер нисә төрө

Татлы ашамлыҡтар

Авторы
Тыуған иле

Яҡын Көнсығыш

Компоненттар
Төп

Филло[d], шәкәр, корица[d], миндаль[d], грецкий орех[d] һәм сироп[d]

Оҡшаш аҙыҡтар

Шәкәрбура

Commons-logo.svg
Викимилектә медиафайлдар Пахлава
Әзербайжан пахлаваһы, Гянджи

Пахлава (йәки баклава) — ҡатлы ҡамырҙан, сәтләүек һәм ҡуйы шәрбәттән эшләнгән билдәле кондитер ашамлығы. Был тәм-том көнсығыш халыҡтары аш-һыуы: төрөк, әрмән, әзербайжан, лезгин, ғәрәп, ҡырым-татарҙар, болгарҙар һәм гректар әҙерләй. Төркиә, Әзербайжан, Әрмәнстанда билдәле, Иранда, Тажикстанда, Төркмәнстанда һәм Үзбәкстанда Науруз байрамы табынында ғәҙәти аш-һыу.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихсы Нури Джанлы һүҙҙәренә ҡарағанда, пахлава тураһында беренсе мәғлүмәт XV б. табыла: «Тахлава өсөн нәҙек ҡамыр әҙерләү ассирийҙарҙан килә. Фәтих солтан өсөн был аҙыҡты 1453 йылдың авгусында бешереп ашатҡандар. Солтанға тәм-том шул тиклем оҡшаған, хатта рецебын мәңгеләштерергә ҡушҡан. Шунан бирле пахлаваны байрам һайын әҙерләйҙәр»[1].

Икенсе фекер буйынса, пахлаваны б. э. т. VIII быуатта Кесе Азия ярымутрауында уйлап сығаралар. Грек диңгеҙселәре һәм саүҙәгәрҙәре тәмен белеп ҡалып, әҙерләү ысулын Афинаға алып килә. Гректар ҡамырҙы камиллаштырып, нәҙек кенә итеп йәйә башлай.

Пахлава

Әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пахлава — күп ҡатлы десерт, ҡамыры бит нәҙеклегендә булырға тейеш, һәр ҡаты майлана һәм тура дүртмөйөш һауытҡа йәйеп бешерелә. Ваҡланған, ҡуйы шәрбәт һәм лимон һуты һеңдерелгән грек сәтләүеге йәки фисташканы ҡат араһына һалып сығалар. Төрлө төбәктә пахлаваны әҙерләү ысулы төрлөсә булыуы мөмкин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Елена Солнцева. Пахлава или жизнь. Турки защищают смесь орехов, меда и теста от иностранной агрессии (билдәһеҙ) (12.07.2006 15:30). Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]