Пахлава
Пахлава | |
Пахлаваның бер нисә төрө | |
Татлы ашамлыҡтар | |
Авторы | |
---|---|
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
Филло[d], шәкәр, корица[d], миндаль[d], грецкий орех[d] һәм сироп[d] |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
Шәкәрбура | |
Викимилектә медиафайлдар Пахлава |
Пахлава (йәки баклава) — ҡатлы ҡамырҙан, сәтләүек һәм ҡуйы шәрбәттән эшләнгән билдәле кондитер ашамлығы. Был тәм-том көнсығыш халыҡтары аш-һыуы: төрөк, әрмән, әзербайжан, лезгин, ғәрәп, ҡырым-татарҙар, болгарҙар һәм гректар әҙерләй. Төркиә, Әзербайжан, Әрмәнстанда билдәле, Иранда, Тажикстанда, Төркмәнстанда һәм Үзбәкстанда Науруз байрамы табынында ғәҙәти аш-һыу.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсы Нури Джанлы һүҙҙәренә ҡарағанда, пахлава тураһында беренсе мәғлүмәт XV б. табыла: «Тахлава өсөн нәҙек ҡамыр әҙерләү ассирийҙарҙан килә. Фәтих солтан өсөн был аҙыҡты 1453 йылдың авгусында бешереп ашатҡандар. Солтанға тәм-том шул тиклем оҡшаған, хатта рецебын мәңгеләштерергә ҡушҡан. Шунан бирле пахлаваны байрам һайын әҙерләйҙәр»[1].
Икенсе фекер буйынса, пахлаваны б. э. т. VIII быуатта Кесе Азия ярымутрауында уйлап сығаралар. Грек диңгеҙселәре һәм саүҙәгәрҙәре тәмен белеп ҡалып, әҙерләү ысулын Афинаға алып килә. Гректар ҡамырҙы камиллаштырып, нәҙек кенә итеп йәйә башлай.
Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пахлава — күп ҡатлы десерт, ҡамыры бит нәҙеклегендә булырға тейеш, һәр ҡаты майлана һәм тура дүртмөйөш һауытҡа йәйеп бешерелә. Ваҡланған, ҡуйы шәрбәт һәм лимон һуты һеңдерелгән грек сәтләүеге йәки фисташканы ҡат араһына һалып сығалар. Төрлө төбәктә пахлаваны әҙерләү ысулы төрлөсә булыуы мөмкин.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Елена Солнцева. Пахлава или жизнь. Турки защищают смесь орехов, меда и теста от иностранной агрессии (12 июль 2006). Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 13 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пахлава или жизнь. 2012 йыл 13 ғинуар архивланған. Турки защищают смесь орехов, меда и теста от иностранной агрессии 2012 йыл 13 ғинуар архивланған.
- Пахлава
- Baklava 2014 йыл 8 февраль архивланған.
Пахлава Викиһүҙлектә | |
Пахлава Викимилектә |
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса ашамлыҡтар
- Әзербайжан аш-һыуы
- Албан аш-һыуы
- Әрмән аш-һыуы
- Балкан аш-һыуы
- Босний аш-һыуы
- Көнсығыш аш-һыуы
- Грек аш-һыуы
- Мысыр аш-һыуы
- Ираҡ аш-һыуы
- Левантия аш-һыуы
- Ливан аш-һыуы
- Македон аш-һыуы
- Фәләстин аш-һыуы
- Иран аш-һыуы
- Румын аш-һыуы
- Серб аш-һыуы
- Сүрий аш-һыуы
- Татар аш-һыуы
- Төрөк аш-һыуы
- Үзбәк аш-һыуы
- Ҡамыр ашамлыҡтары
- Науруз